Йәмғиәт
5 Марта 2021, 10:34

Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс...

“Хыялым – ғаилә ҡорорға ярҙам итеү”

Элек тә һәр ауылда тиерлек буйҙаҡтарҙы осраштырып, таныштырып йөрөгән кешеләр булған. Бөгөн яңғыҙаҡтарға ошондай әйҙәп, таныштырып йөрөгән кешеләр етмәгән кеүек. Хәйер, йәмғиәтебеҙ өсөн ошо мөһим мәсьәләне хәл итергә тырышҡан кешеләр араһында Фәимә (Айгөл) Ниғәмәтуллинаны билдәләр инем. Ул тәүгеләрҙән булып республикала “Аулаҡ өй” сараһын ойоштора башланы.


Фәимә Батыр ҡыҙы сығышы менән Әбйәлил районының Шәрип ауылынан. XI класты Хәмит ауыл мәктәбендә тамамлағас, Сибай педагогия колледжында башлан­ғыс класс уҡытыусы­һына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Белорет ҡала­һының лицей-интернат мәктә­бендә тәр­биәсе булып башлай һәм әле лә ошо һөнәргә тоғро ҡала. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамам­лаған. “Эшем оҡшай, уҡытыу­сылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр матур бер ғаилә булып йәшәйбеҙ”, – ти Фәимә Батыр ҡыҙы.


“Ә ниңә ошо өҫтәмә мәшә­ҡәтте үҙ өҫтөгөҙгә алдығыҙ һуң?” тип ҡыҙыҡһындым.

– Минең бәләкәй саҡтан хыялым – яңғыҙҙарға пар табырға ярҙам итеү. 2012 йылдың 14 февралендә Ғашиҡтар көнөнә арналған бер нисә тиҫтә кеше өсөн бәләкәй генә кисә ойошторҙом. Шулай итеп, ошондай танышыу кисәләрен аҙна һайын төрлө бәләкәй ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарында үткәрә башланым, – тип иҫкә ала тәүге аҙымдарын Фәимә ханым.


Шулай итеп, “Аулаҡ өй” кисәһе яйлап-яйлап тамырланып, нығына бара, ә быйыл иһә уның башланыуына туғыҙ йыл тулған. Әлбиттә, был йылдарҙа Фәимәгә еңелдән булмай: кемдер аңлап ҡабул итә, кемгәлер оҡшамай. Ә ойоштороу­сылар “Аулаҡ өй”ҙө “Мәҙәни танышыу клубы” тип йөрөтә. Фәимәнең ошо эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә күптәр икенсе яртыһын осратып, бәхетле йәшәүгә хоҡуҡлы булғанын төшөнә. Ошондай парҙар: “Айгөл изге эш алып бара”, – тип уға рәхмәт белдерә. Әйткәндәй, ошо йылдарҙа 521 тапҡыр кисә ойош­торолған, 387 пар үҙен бәхетле иткән, уларҙың 49 бәпестәре тыуған.


“Донъяла бөтә мөмкин­лектәр ҙә бәхетле, парлы ғаиләләр өсөн генә эш­ләнгән кеүек булып ки­тә ҡайһы саҡта. Ә яң­ғыҙаҡтар өсөн ярай әле “Аулаҡ өй” бар. Төптән уй­лаһаң, уның эшмә­кәр­леге бө­гөн иле­беҙҙәге көн­үҙәк мәсьә­ләне хәл итергә йүнәлтелгән. Йәғни улар илдә бә­хетле парҙар ҡа­уышһын, уларҙың бәхетле балалары тыуһын, мил­лә­те­беҙ артһын өсөн тырыша. Шул уҡ ваҡытта кү­ре­некле йыр­сы­лар­ҙың, бейеүсе­ләрҙең ижады менән яҡын­дан таныштырыу мөмкинлеген тыу­ҙыра­лар. Һәр кем берҙәм, татыу, әүҙем, айыҡ аҡыл, рухи байлыҡ менән ғүмер кисерергә, аралашып йәшәргә хоҡуҡлы”, – тигән фекер менән уртаҡлашҡан бер ханым Фәимә Ниғәмәтуллинаның социаль селтәрендәге диуарында.


Ысынлап та, кеше яңғыҙлыҡты һорап алмай. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, ирҙәре йәки ҡатындары вафат булып ҡалыу һөҙөмтәһендә яңғыҙ тороп ҡал­ғандар ҙа бар арабыҙҙа. Уларға яңғыҙлыҡты еңеүе, пар табыуы икеләтә ауыр. Был танышыу кисәләренең эшмәкәрлеге тәү сиратта ошондай ҡатламға йүнәл­телгән, шулай уҡ аралашыуға мохтаж кешеләр ҙә бында күңел йылыһын табырға тип килә.


– Кисәләр тематик йүнәлештә алып барыла. Мәҫәлән, һуңғы саралар Ғашиҡтар, Ватанды һаҡлау­сылар көндәренә арнап ойошторолдо. Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Белорет райондарынан һәм Магнитогорск ҡалаһынан кешеләр бик дәррәү йыйылды. Һуңғы ваҡытта кисәләргә Белорет тарафынан да яңғыҙаҡтар күпләп йөрөй башланы. Йырсы Илдар Кәләмовҡа, Ирек Ноғомановҡа, Радик Хәлиловҡа, Заһир Хазы­ровҡа, Рафаэль Абдрахмановҡа рәхмәт­лебеҙ. Бигерәк тә шуныһы ҡыуан­дыра: ир-егеттәребеҙ менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бер самалағы йәштә булды. Шулай итеп, “Аулаҡ өй” клубы эшләй, эшләне, артабан да яңы көстәр менән шау-гөр килеп эшләр, тип ышанабыҙ, – ти Фәимә ханым.


Ойоштороусылар Урал аръяғы райондары менән генә сикләнергә йыйынмай, Юлдыбай, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай, Иҫәнғол, Мораҙым яҡтарында ла саралар ойошторорға ниәтләй. Бының өсөн оҫта алып барыу­сыларҙы, гармунсыларҙы, йыр­сыларҙы, үҙешмәкәрҙәрҙе эҙләй­ҙәр. Был тарафтарҙа тәүге кисәләр 12 мартта – Өфө ҡалаһының “Нур” ашханаһында, 20 мартта Салауат ҡалаһының “Ағиҙел” үҙәгендә ойошторола. Ҡыҙыҡһыныусылар 8-965-939-72-00 телефонына шылтырата ала.


Әйтергә кәрәк, “Аулаҡ өй” кисәһе ойошторолған йылдарҙа үҙ парын табып, Фәимәгә рәхмәт уҡып йәшәгәндәр бихисап. Булдыҡлы ҡатындың ошондай ҙур эште алып барыуына ҡайһы саҡта ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарайым. Туғыҙ йыл дауамында һәр ял көндәрендә, байрамдарҙа ял итмәй эшлә лә эшлә әле. Бының өсөн тимерҙән әүәләнергә кәрәк. Бына ошондай көслө ул ҡатын-ҡыҙ заты.
Читайте нас