Йәмғиәт
8 Март 2021, 15:45

"Беҙ һеҙҙе берәүгә лә бирмәйбеҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ!"

Сибай ҡалаһының Таусылар проспектында урам һепереүсе ҡатынды нисек ҡотланылар?

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы гүзәл заттарға төрлө һөйөнөстәр килтереүен дауам итә. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының Таусылар проспектындағы 6/2 йортонда йәшәүселәр урам һепереүсе Зөмәйрә Ильясоваға бик матур сюрприз яһаған.

Көн һайын ошо биләмәне тәртипкә килтергән, ҡарҙан таҙалаған, боҙҙарын ырғытҡан, сүп-сарҙы йыйған ҡатынға йортта йәшәүселәр 8 Март уңайынан рәхмәт һүҙҙәрен еткергән, сәскәләр, бүләктәр тапшырған.

Зөмәйрә Фазылғаян ҡыҙы урам һепереүсе булып 2013 йылдан алып эшләй. Хеҙмәтен бар күңелен биреп, намыҫ менән башҡара. Иртә таңдан эш урынына килә һәм биләмәһен таҙартып бөтмәйенсә өйөнә ҡайтып китмәй. Йортта йәшәүселәр уның хеҙмәтен юғары баһалай, ихтирам итә.

"Икенсе участкаға китеп кенә бармағаҙ. Беҙ һеҙҙе берәүгә лә бирмәйбеҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ!" — тине улар эшлекле ҡатынды байрам менән ҡотлағанда бер тауыштан.

"Ябай хеҙмәтемде шулай баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт! Бындай мөнәсәбәтте көтмәгәйнем. Бүләктәрегеҙгә ҙур рәхмәт!" — тип ҡыуанысын еткерҙе Зөмәйрә Ильясова.
Тәү ҡарашҡа бик ябай ғына күренһә лә, йортта йәшәүселәрҙең был аҙымы маҡтауға лайыҡ. Бер-беребеҙҙең эшенә һәр кем хөрмәт менән ҡараһа, тирә-яғыбыҙ ҙа таҙа булыр.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас