Өфө Прокуратураһы Дим районында балалар баҡсаһы төҙөлөшө барышындағы закон үтәлешен тикшергән. Был социаль объект “Демография” милли проекты сиктәрендә күтәрелгән.
Төбәктәге күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2018 йылдың декабрендә “Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы” дәүләт ҡаҙна идаралығы, аукцион үткәрмәйенсә, “Рәсәй Яза үтәү федераль хеҙмәтенең 3-сө төҙөлөш идаралығы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән 227 миллион һумлыҡ төҙөлөш-монтажлау, эште ебәреү һәм балалар баҡсаһы өсөн ҡоролмаларҙы ташыу тураһында дәүләт килешеүен төҙөгән. Генераль подряд килешеүе нигеҙендә был эштәр “Промэнерго” компанияһы тарафынан атҡарылған.
Подрядсы килешеү талаптарын үтәмәһә лә, һәм республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының объекттың проект документтарына тура килеүе тураһындағы һығымтаһы булмаһа ла, Капиталь төҙөлөш идаралығының вазифалы кешеләре объектты ҡабул иткән һәм атҡарылмаған эш өсөн аҡса түләгән.
“Заказсының асыҡланмаған вәкәләтле кешеләренең хоҡуҡҡа ярамаған эшмәкәрлеге арҡаһында, 2019 йылда файҙаланыуға тапшырылған балалар баҡсаһы әле һаман эксплуатацияланмай. Прокуратура эште тәфтиш органына енәйәт-процессуаль баһалама өсөн ебәрҙе. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса “вазифа хоҡуҡтарын артыҡ файҙаланыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылды”, – тип хәбәр иткәндәр республика Прокуратураһында.
Тикшереү барышы – айырыуса контролдә.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы быға ҡарата үҙ комментарийын бирҙе. “Мәктәпкә тиклемге ойошма төҙөлөшө 2018 йылдың декабрендә башланған. 2019 йылда объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре атҡарылған. Үҙ сиратында Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы фактик йәһәттән атҡарылған эштәр өсөн түләгән. 2020 йылдың майында, балалар баҡсаһын техник йәһәттән ебәргәндән һуң, төҙөлөш-монтажлау эштәренең атҡарылып етмәүе асыҡланған. Һөҙөмтәлә уларҙы бөтөрөү процесы башланған.
Ағымдағы йылдың мартына ебәреү, барлыҡ системаларҙы комплекслы тикшереү эштәре тамамланған. Әле проект документтарына башҡарыу документтарына ярашлы итеү өсөн үҙгәрештәр индерелә. Объект 2021 йылдың яҙында эш башлар, тип планлаштырыла”.