Башҡортостан юлдаш телеканалында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” марафоны үтте. Пандемия арҡаһында телеэфирға күскән сара 8 Март байрамы алдынан үткәрелгәнгә тағы ла йәнлерәк, сағыуыраҡ булды.
Тапшырыу барышында саҡырылған ҡунаҡтар ҙа, әҙерләнгән сюжеттар ҙа ҡатын-ҡыҙ бәхетенең сере нимәлә тигән һорауға яуап эҙләне. Был юлы эксперттар булараҡ табиптар, психологтар, башҡа белгестәрҙән тыш, билдәле шәхестәр саҡырылды. “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, Башҡортостандың Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов, билдәле блогер, десантсы һәм спортсы Рөстәм Нәбиев, психолог Асҡар Ислам ҡатын-ҡыҙҙы бәхетлерәк итеү, йәшәйешен еңеләйтеү тураһында фекер алышты. Алып барыусылар Альбина Ҡасимханова менән Дмитрий Каретконың һорауҙарына ихлас яуап биргән ҡунаҡтар тормоштарында иң ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙың әсәй икәнлеген билдәләп үтте.
БЮТ хәбәрселәре байрам алдынан Милли архив идаралығы фондына мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ҡыҙыҡлы сюжет әҙерләгән. Мәҫәлән, Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева хаҡында архивтан табылға видеояҙма айырыуса күңелгә ҡәҙерле булды.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһының ойоштороусыһы һәм авторы – Каринэ Хәбирова был юлы ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡоймаҡ – ул милли аш-һыу ғына түгел, күпселек халыҡтарҙа ҡояш символы, ғаиләне бергә туплаған табын йәме. Һәр хужабикәнең үҙенең генә ҡоймаҡ бешереү сере бар. Каринэ Хабирова үткәргән оҫталыҡ дәресе күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” быға тиклем Саҡмағош районына табиптарҙан, белгестәрҙән торған десант ебәргәйне. Тамашасыларға ошо саранан репортаж, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, райондың эшҡыуар-ҡатын-ҡыҙҙары тураһында сюжеттар күрһәтте.
Тапшырыуҙың һуңғы өлөшө иң ҡыҙығы булғандыр. Студияла Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин осрашты. Артистар ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы, үҙҙәренең яҡындары өсөн әҙерләгән бүләктәре тураһында һөйләне.