Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә иғлан иткән конкурсы тамамланды. Сара 1 мартта старт алғайны.
Гәзитебеҙ иғлан иткән бәйгелә уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 12 гүзәл зат вәкиле “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” исеме өсөн көрәште. Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була.
Белорет ҡалаһынан Айгөл (Фәимә) Ниғәмәтуллина беренсе урынды яуланы. Икенсе урынға Әбйәлил районынан Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина сыҡты. Өсөнсө урынды Салауат районынан Рәйлә Латипова алды. Дүртенсе баҫҡыста Өфө ҡалаһынан Гөлнара Сәлихова, бишенселә – Ҡариҙел районынан Гөлнара Солтанова. Бөтәһе 4531 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашты.
Конкурсанттарҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! Шулай ихлас, дәртле, уңған һәм ҡыйыу булып ҡалығыҙ!