Йәмғиәт
9 Март 2021, 17:00

Ә һеҙҙә быйыл "Управдом" форумы үттеме?

"Эшләп торған күп фатирлы йорттар советтары – беҙҙең беренсе ярҙамсылар", - тигән фекерҙә Радий Хәбиров.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Голованова күп фатирлы йорттар советтарының “Управдом” муниципаль форумдарын үткәреү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Быйыл уларҙың эшендә 4,5 меңдән ашыу күп фатирлы йорт вәкилдәре, власть органдары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма һәм идара итеүсе компаниялар, шулай уҡ әүҙем кешеләр ҡатнашҡан.
- Беҙ иң көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштек, тәү сиратта, йылылыҡ өсөн түләү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, ағымдағы капиталь ремонт үткәреү һәм башҡалар, - тине Ирина Голованова. – Бер кем дә ҡыҙыҡһынған һорауына яуап ишетмәй китмәне. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, халыҡ менән осрашҡан саҡта күп фатирлы йортта йорт эсендәге йылытыу системаһының нисек ойошторолоуына, уның эшмәкәрлеге принцибына арналған уҡыуҙар үткәрелде. Октябрьский ҡалаһында йорт комитеты рәйестәре дөйөм йорттоң иҫәп приборҙары эшмәкәрлеге, йылылыҡ өсөн түләүҙе билдәләү буйынса уҡыны. Бөрөлә ҙур иғтибар йорттарҙа вентиляция һәм төтөн каналдары торошона бүленде, Мәсетле районында торлаҡ фондында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклегенә баҫым яһалды.
Форумдарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ дөйөм йорт мөлкәтен тәртиптә тотоу, йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ла фекер алышҡан. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа күп фатирлы йорт советтарының иң хужалыҡлы рәйесе һәм совет ағзаларын билдәләгәндәр. Мәҫәлән, Туймазыла “Иң яҡшы ҡар бабай” һәм “Иң яҡшы боҙ ҡаласығы”, Яңауылда – сәскәлектәр конкурсында, Бөрөлә – “Башҡортостан ихаталары” программаһында, Күмертау, Өфө, Ғафури һәм Дүртөйлө райондарында күп фатирлы йорттар менән идара итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыуысларҙы наградлағандар.
- Был муниципаль форумдарҙы үткәреүегеҙ бик яҡшы. Бындай осрашыуҙар даими булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров. – Былтырғы йыл ковид сикләүҙәре арҡаһында еңел булманы. Һөҙөмтәлә, кешеләр менән осрашманылар, төрлө мәсьәләләр, аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килде. Беҙ, халыҡ менән аралашыуҙы туҡтаттыҡ тип әйтһәң дә була. Диалогты кире көйләргә кәрәк. Ә “Управдом” – кешеләр менән урындағы кимәлдә аралашыу өсөн бик яҡшы форма, ул тиҙ арала көнүҙәк һәм ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бирә. Ҡала һәм райондар башлыҡтары кабинеттарынан сығып, халыҡ менән осрашырға тейеш. Үҙемдең Красногорск башлығы вазифаһындағы беренсе “Управдом” форумымды хәтерләйем. Дүрт сәғәт ярым эсендә нимә генә ишетергә тура килмәне, тик унһыҙ булмай.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға ҡала һәм райондарҙа “Управдом” форумдарын үткәреү тәртибен раҫларға, урындарҙа граждандарҙы ҡабул итеү практикаһын анализларға, ә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына – күп фатирлы йорттар советтарына ревизия үткәрергә ҡушты.
- Эшләп торған күп фатирлы йорттар советтары – беҙҙең беренсе ярҙамсылар, - тине Радий Хәбиров. – Унда подряд ойошмалар эше лә контролдә тотола, яңы идеялар ҙа тыуа. Һәр йортта шундай эшләп торған совет булдырырға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас