Йәмғиәт
9 Март 2021, 13:23

Ниғәмәттәрҙең әүҙемлеге һоҡландыра

Иң мөһиме – халыҡ битарафлыҡтан арына.

1990 йылдың аҙағында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин мине саҡыртып, шундай тәҡдим әйтте: “Ирек Ниғәмәтович, “Таналыҡ” колхозын күтәрҙең, районда ғына түгел, хатта республикала ыңғай яҡтан таныттың, хәҙер ҙурыраҡ хужалыҡҡа тотонорға кәрәк. Һиңә Салауат исемендәге колхозды ышанып тапшырырға ниәтләйбеҙ”. Был хужалыҡ халҡы, ере, мал һаны буйынса мин етәкләгән “Таналыҡ”тан күпкә ҙур, ләкин, төрлө сәбәптәр арҡаһында, артта һөйрәлә ине. Мин ҡапыл ыңғай яуап бирмәнем, Ниғәмәт ауылына юл тоттом. Хеҙмәт ветераны, заманында Ленин исемендәге колхоз рәйесе, Салауат исемендәге колхоздың баш зоотехнигы булып маҡталып эшләгән Әнүәр ағай Бикмәтовҡа кәңәш һорап барҙым.



Был ауылды күптән үҙ иттем


Ул: “Ҡустым, икеләнмә, кил. Беҙҙең халыҡ бик әүҙем, уға эшлекле, булдыҡлы етәксе генә кәрәк. 1930 йылда һинең әсәйең Шәмсиямал Мөжәүер ҡыҙы Мәмбәтҡолова – беҙҙең ауылдың тәүге уҡытыусыһы, атайың – Ниғәмәт Һибәтулла улы 1943 – 1944 йылдарҙа колхоз рәйесе, апайың Вилера Ниғәмәт ҡыҙы 1961–1963 йылдарҙа фельдшер булды. Халыҡ һеҙҙең ғаиләне тик ыңғай яҡтан белә”, – тигәс, риза булдым һәм был ҡарарыма һис тә үкенмәнем.
Колхозсылар, белгестәр, ололар менән уртаҡ тел табып, эште яйға һалдыҡ. Бер нисә йылдан колхозды райондың иң тотороҡло эшләгән хужалыҡтары иҫәбенә күтәрҙек. 1996 йылда мине Сибай һөт-консерва комбинатына генераль директор итеп тәғәйенләнеләр. Болғансыҡ осор дауам иткән мәл, Рәсәй Президенты Б.Н. Ельцин етәкләгән илдең халыҡ хужалығы емерелгән саҡ, эш бик ауыр, көсөргәнешле бара ине. Шуға ҡарамаҫтан, был предприятиела ла бихисап ыңғай эштәр башҡарылды, ләкин ауырып китеү сәбәпле, ул эште туҡтатып, йылға яҡын дауаланғас, Сибай институтына уҡытырға күстем.
Үҙем ситтә йәшәһәм дә, ауыл тормошо менән гел ҡыҙыҡһынып торҙом. 2017 йылда Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева, Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов менән берлектә Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына һәм Ниғәмәт биләмәһенең тырыш халҡына арнап, “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы” тигән күләмле китап сығарҙыҡ. Бергәләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән сара ла үткәрҙек.
Быйыл октябрь урталарында ниғәмәттәрҙең саҡырыуы буйынса ауылға барып, ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп, ҡыуанып ҡайттым. 2019 йылда улар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһына ихлас ҡушылып, район күләмендә ыңғай баһаланғандар. Өҫтәүенә “Сәләмәт ауыл” конкурсында еңеп, Гран-при алыуға өлгәшкәндәр. Тимәк, ауыл халҡы нисек тә ауыр заманға һылтанмай, үҙ көстәре һәм ситтәге ауылдаштарының матди ярҙамы менән (мин унда эшкә барғанда уҡ ауылдан Себерҙә 150 ғаилә йәшәгәненә ныҡ аптырағайным) һәр төр ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып килә.


Ҡоролтайҙың матур башланғыстары


Элек барлыҡ йәмәғәт эштәрен ҡатын-ҡыҙҙар советы менән Ағинәйҙәр ҡоро башҡарған. Ауыл хакимиәте иғлан иткән сараларҙа һәм өмәләрҙә халыҡ бик һүлпән булған. Шунлыҡтан күп эштәрҙе бюджет учреждениеһы эшсәндәре (ауыл хакимиәте, мәҙәниәт белгестәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар) көсө менән генә атҡарып килгәндәр. 2019 йылда биләмә буйынса башҡорт ҡоролтайы эшләй башлаған, уның рәйесе итеп элекке белгес, етәксе Юлай Хәмзә улы Кәримов һайланған.
“Нисек эштәрҙе ыңғай яҡҡа ауҙара алдығыҙ?” тигән һорауға, ул былай тип яуап бирҙе:

– Иң тәүҙә биләмәгә ҡараған һәр ауылға йөрөп, йыйылыштар үткәреп, ҡоролтайҙың башҡарма комитеттарын төҙөнөк. Унда иң абруйлы һәм эшлекле кешеләрҙе йәлеп иттек. Биләмәләге һәр йәмәғәт ойошмаһының эшен йәнләндереүҙе һәм шуға таянып халыҡтың әүҙемлеген күтәреүҙе күҙ уңында тоттоҡ. Үткән йылдан алып беҙҙең ауыл биләмәһен ошоға тиклем Ишбирҙе мәктәбенең директоры булып эшләгән Булат Фәрит улы Тайбугин етәкләй башланы. Билдәле булыуынса, ауыл биләмәһенә ҡараған Йылым 2019 йылда Башҡортос­танда барған “Айыҡ ауыл” республика конкурсында икенсе урынды яулағайны. Ойоштороу эштәренән төп белем усағы булған Ишбирҙе мәктәбе коллективы ла ситтә ҡалмағандыр.
Шунда тупланған тәжрибәне Булат Фәрит улы беҙҙә лә ҡуллана, беҙҙең ҡоролтайға һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына яҡындан тороп ярҙам итә.

Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсына Ниғәмәт ауылы ла ҡушылды. Тәүҙә халыҡ ул конкурстың һөҙөмтәле булырына артыҡ ышанманы. Йәмәғәт ойошмалары, дин әһелдәре, старосталар, уларҙың ярҙамсылары, депутаттар, учреждение етәкселәре менән конкурстың шарттарын халыҡҡа еткерҙек, уларҙы йыйыуы ауыр булған урамдарҙа интернет аша онлайн-мөрәжәғәт яһаныҡ. Ауыл халҡы икеләнһә лә, ҡушылды. Унан һуң инде ойоштороу комитеты һайлап, етәксеһе итеп мәғариф ветераны, китаптар авторы һәм юғары абруй ҡаҙанған тәжрибәле Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаеваны тәғәйенләнек.
“Нисек итеп эш башланығыҙ?” тигән һорауҙы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙына ла бирҙем.

– Башта мин положение менән яҡшылап таныштым, коллективҡа яҡынса план тәҡдим иттем. Ул хупланды һәм конкретлаштырылды. Нисек кенә мәшәҡәтле булмаһын, беҙ эште һәр ғаиләнән башларға булдыҡ, сөнки эскелектең башы – ғаиләнән. Әгәр улы йәки ҡыҙы менән уның тыуған көндәрен, аттестат алыуын, уҡырға инеүен, диплом йә тәүге эш хаҡы алыуын ата-әсәһе бергә “йыуып” ултыра икән, тимәк, был ғаиләлә эскесе булыуға кандидат бар. Өйҙә тейешле тәрбиә һалынмаһа, кеше эсеү хәленең сигенә етһә, ул өйһөҙ ҙә, ғаиләһеҙ ҙә ҡаласаҡ һәм асарбаҡҡа әүереләсәк.
Айыҡ тормош алып барыуға ла маҡсатлы йүнәлеш нәҡ ғаиләлә һалына. Әгәр унда тәрбиәгә етди иғтибар бирелһә, әсәйҙәр ҡыҙҙарын йорт йылыһын һаҡлар, бала наҙлар ҡатын итергә ынтылһа, атай улын тормоштағы һәр ауырлыҡты ла еңеп сығыр, милли рухлы итеп тәрбиәләһә, тимәк, был ғаиләнең киләсәге лә яҡты, ышаныслы. Айыҡлыҡ сәбәптәре ғаиләлә сағыла, унан урамға сыға. Быны аңлаған ата-әсә өлгөлө ғаилә ҡороп, балаларына етерлек мәртәбәле тәрбиә биреүгә өлгәшә.
Планға ярашлы, һәр өйҙә өс-дүрт тапҡыр булырға тура килде. Эскелеккә ҡаршы ойошторолған комитеттың бер көнө лә буш үтмәй, 17 тапҡыр ултырыш үткәрҙек. Ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе – Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы Мөхәмәтшина) эште ауылдың иң ололарынан, уларҙың йәшәйеше, һаулығы менән танышыуҙан башланы, күстәнәстәр алып барҙы. Уларҙың уйҙарын белеп, тәҡдимдәрен тыңлап сыҡтылар.


Саралар ауыл тормошон йәмләй


Ҡатын-ҡыҙҙар советы ла (рәйесе – Рәзилә Нурәхмәт ҡыҙы Рәхимова) бик ойошҡанлы эшләй. Улар һәр өйҙөң эске һәм тышҡы торошо менән танышып, кемдең нимә үҫтереүе, балаларын нисек тәрбиәләүе, кеше алдында ғаиләнең абруйын нисек һаҡларға тырышыуы менән ҡыҙыҡһынып, әңгәмәләр ҡорҙо. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар ҡәйнә һәм килен бергә йәшәгән ғаиләләрҙә лә булдылар. План буйынса шундай конкурс үткәрелеп, унда еңеп сыҡҡан Нурия менән Самат Утарбаевтарҙың тормошо тураһында мәҡәлә лә донъя күрҙе.
– “Айыҡ ауыл” конкурсының тағы бер йүнәлеше – ауылдың абруйлы кешеләрен ҙурлау. Ошо маҡсатта оҙаҡ йылдар мәктәптә физкультуранан уҡытҡан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәтхулла Зәйнетдин улы Кәримов исемендәге көҙгө спартакиада үткәрелде. Сараға уның тренерҙар кимәленә күтәрелгән бик күп уҡыусылары, сит ауылдар командалары, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Иң оло ҡатнашыусыға – 85 йәш, иң кесеһенә ете йәш ине. Фәтхулла Зәйнетдин улының уҡыусылары волейбол буйынса яулаған еңеүен ихтирам иткән уҡытыусыларына арнаны. Шулай уҡ Талҡаҫ марафонында Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева өсөнсө урынды яулап, уҡытыусыһына бүләк яһаны, – тип һөйләп үтте ойоштороу комиссияһы етәксеһе Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева.
Уҡыу башланыуға ауылдың һәр урамында көҙгө уңыш байрамы эстафетаһы уҙғарылған. Ул да бик матур, ойошҡанлы үткән. Ҡоролтай рәйесе билдәләүенсә, бөтәһе лә беренселеккә лайыҡлы булған. Аш-һыу өҫтәлдәре бай булған, ҡул эштәре байрамдың әһәмиәтен арттырған, өҫтәүенә һәр табында йыр-моң яңғыраған.
Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы, китапханасы Гөлбикә Сафа ҡыҙы Кейекбаева әйтеүенсә, Милли кейем көнө, “Ғаилә ҡомартҡыһы” саралары ла халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Әсмә һәм Нәзифә Мырҙағәлиналарҙың, Нурбикә Ҡолһаринаның, Фәрзәнә Мөхәмәтшинаның, Мәүлиҙә Ҡаһарманованың өйҙәрендә һаҡланған ҡомартҡылар – ысынлап та, үҙе бер хазина.
Ошо уҡ ваҡыт эсендә ҡоролтай ағзалары ветерандар советы менән берлектә (рәйесе – Риза Насип улы Ниғмәтуллин) ауылдың иң оло тыл ветераны Хәлиҙә Зағафуран ҡыҙы Яхинаның 90 йәшлек юбилейын билдәләгән. Пандемия шарттарында март айынан алып йыл ахырынаса 65, 70, 75, 80, 85 йәштәрен тултырыусыларҙы 1 октябрҙә – Өлкән йәштәгеләр көнөндә тәбрикләйҙәр. 79 ветерандың өйөнә барып ҡотлағандар, бүләктәр тапшырғандар.
Баймаҡ ерендә тағы бер матур сара тыуған – ауылдан-ауылға тапшырылып килгән “Аш-һыу” эстафетаһы. Ниғәмәттәр “Картуф” фестивален ҡабул итеп, күрше ауылдарҙы саҡырып, эстафетаны һаҡмарҙарға тапшырған. Улар эстафетаны Түбәнге Яйыҡбай ауылына “Һөт ризыҡтары” фестивале итеп үткәреп тапшырған. Түбәнге Яйыҡбайҙа “Ҡамыр ризыҡтары” планлаштырылған. Әгәр ниғәмәттәр картуфтан 40-лап ризыҡ әҙерләһә, һаҡмарҙар ҙа шул сама һөт ризығы тәҡдим иткән. Шунан ҡатын-ҡыҙҙың оҫталығына нисек һоҡланмайһың инде! Һәр икеһендә лә был ризыҡтарҙың кеше һаулығына файҙалы яҡтары тураһында ла һүҙ алып барылған. Ошо уҡ көндө улар хәбәрселәрҙе саҡырып, матбуғатҡа яҙылыу сараһы ойошторған.


Ир-егеттәр “уяна”


Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа үткәрелгән саралар, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар иңенә генә төшә ине. Ирҙәр күпләп ҙур ҡалаларҙа йә Себер тарафтарында вахта ысулы буйынса эшләй, ауылдағылары донъя мәшәҡәттәренән арына алмай, ҡайһылары хәмер эсеп, кәйеф-сафа ҡороуҙы нормаға әүерелдергән һәм бөтә нәмәгә лә битараф.
Ниғәмәт ҡоролтайы был күренеште тамырынан үҙгәртеүҙе һәм ир-аттың әүҙемлеген күтәреүҙе төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуйған. Шуның өсөн ир-егеттәр ҡоро, спорт комитеты ойоштороп, ауыл тормошона бер ни тиклем йәнлелек индерергә тырышҡан.
Ысынлап та, ирҙәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү ауылдың ыңғай ҡеүәтен бермә-бер күтәргән. Быға миҫал итеп һуңғы бер нисә айҙа башҡарылған эштәрҙе атап үтеү ҙә етә: ауыл старостаһы Дамир Мәхмүт улы Ғайсин башланғысы менән зыярат өр-яңынан тимер бағана, тимер рәшәткә менән кәртәләп алынған. Был изге эшкә бар ауыл халҡы, шул иҫәптән сит тарафтарҙа йәшәгән һәм эшләгәндәр ҙә өлөш индергән.

– Ауыл эргәһендә бәләкәй генә күл бар, яҙҙарын Һаҡмар йылғаһы ташҡан мәлдә ул тулыланып ҡала, көҙгә табан кибә башлай. Ирҙәр ошо күлде кәртәләп, “Айкүл” исеме менән йәштәр өсөн ял паркы итеп уларға тапшырҙы. Ағас материалдарын эшҡыуар Әмир Ишбулды улы Юлғотлин биргән. Рәссам Рим Хәмит улы Мөхәмәтйәнов алтаҡта яһаған. Паркты асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, райондың йәштәр ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллин һәм башҡа ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты.
Йыйылыусылар иҫтәлек өсөн йәш үҫентеләр ултыртты. Һәммәһе 200-ләп ҡарағай, шул сама башҡа төрлө ағастар парк эсендә урын алды.

Күптән түгел тағы ниғәмәттәрҙең хәлен белешергә барып ҡайттым. Ҡоролтай рәйесе Ю.Х. Кәримов әйтеүенсә, Гран-при өсөн алған аҡсаға боҙ майҙансығы эшләгәндәр. Был матур башланғысты тормошҡа ашырыуға Салауат исемендәге яуаплылығы сикләнгән ойошма (рәйесе – Илшат Мәүләүи улы Мөхәмәтғәлиев), эшҡыуар Фирғәт Ғәлимйән улы Мансуров та үҙ өлөшөн индергән. Төҙөлөш материалдарын иһә эшҡыуар Айтуған Ғүмәров биргән. Майҙансыҡты төҙөү инициаторы спорт комитеты етәксеһе Закир Шәрипов булған. Уның төп дәлиле: йылға өҫтөндә балаларҙың хоккей уйнауы хәүефле, сөнки боҙ ярылып, кемдер бәләгә тарыуы ихтимал. Майҙансыҡты төҙөүгә йәштәрҙән Азамат Утарбаев, Илфат Йәмлихин, Илфат Кәримов, Азат Фәйзуллин айырыуса ҙур көс һалған.
Колхоз дәүеренән ҡалған янғын депоһы бинаһы емерелгән. Ниғәмәттәр биләмәгә ҡараған башҡа ауылдар халҡы менән берлектә, ситтән ярҙам көтөп ултырмай, яңы депо эшләргә тотонған. Эшҡыуар Айҙар Вәлләм улы Ғәйетҡолов төҙөлөштө ағас материалдары менән бушлай тәьмин иткән. Өмәләрҙән ауыл ирҙәренең береһе лә баш тартмаған, бигерәк тә Хөсәйен Ғайсин, Миҙәхәт, Йәүҙәт һәм Мансур Ғәббәсовтар, Усман һәм Айрат Күсәевтәр ихлас ҡатнашҡан. Уны ошо арала сафҡа индерергә тырышалар.
Һуңғы ваҡытта башҡарылған эштәр ауыл халҡын нисектер уятып, дәртләндереп ебәргән. Кешеләр, берҙәм булғанда, әллә ниндәй эштәрҙе йырып сығырға, хәл ителмәҫтәй тойолған проблемаларҙы яйға һалырға мөмкин икәнен аңлай башлаған. Иң мөһиме – халыҡ битарафлыҡтан арына. Күптән түгел өйө янып киткән Фирҙәүес Ғатауллинаның ғаиләһенә йорт алырға ярҙам иткәндәр. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашалар, һуңғы юлға оҙатыуға зыяратҡа ауылдың барлыҡ ир-егеттәре сыға.
Ауыл биләмәһе ҡоролтайы рәйесе Юлай Хәмзә улы бер ҡыҙыҡ яңылыҡ менән дә уртаҡлашты: “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылғас, ир-егеттәр бер-бер артлы араҡы эсеүҙе ташлай башлаған, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙемләшкән. Мәҫәлән, элек ауылдағы концерттарҙы башлыса ҡатын-ҡыҙҙар ғына ойошторһа, хәҙер уларҙа ир-ат та әүҙем ҡатнаша икән. Ауыл магазиндарында алкоголле эсемлектәрҙе билдәле ваҡыт арауығында ғына һатырға килешелгән, көмөшкә ҡыуыусылар ҙа һуңғы мәлдә һиҙелмәй.
Эскелек менән мауыҡҡан кешеләр менән айырым эш алып барыла. Әлбиттә, йәмғиәттә ныҡлы тамыр йәйгән был кире күренеште бер ынтылыуҙа ғына еңеп булмаясаҡ. Өҫтәүенә тормошобоҙҙо үҙгәртергә мәжбүр иткән коронавирус та быға аяҡ сала, йәғни саралар үткәреү, кешеләр менән аралашыу мөмкинлеге сикле. Әммә ниғәмәттәр алып барған көрәштең ыңғай һөҙөмтәләре әле үк күренә.
“Көн һайын нимәлер булһа эшләйбеҙ”, – тигәйне Ниғәмәт ауылы әүҙемселәре. Ҡайтыр алдынан: “Иртәгәһе көнгә ниндәй эштәр планлаштырылған?” – тип һораным. “Иртәгә – шиғыр һөйләү буйынса конкурс, иртәгәнән һуң – янғын хәүефһеҙлеге һәм тәрбиә проблемалары буйынса рейдтар”, – тип яуапланы ойоштороу комиссияһы етәксеһе Рәйсә Иҫәнбаева.
Ҡасандыр үҙем эшләп киткән, яҡын күргән ауылдың, уның эшһөйәр халҡының киләсәккә өмөт-ышаныс менән ҡарап йәшәүен, матур башланғыстарға тотоноуын, айырыуса ир-егеттәрҙең “уяныуын” күреп, ҡыуанып ҡайтыр юлға сыҡтым.

Баймаҡ районы.
Читайте нас