Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә ҡалала урынлашҡан сауҙа нөктәһенең береһен бурҙар талауы тураһында хәбәр килә. Хужабикә магазинынан бер нисә сорт һыра, тәмәке һәм өс мең һум аҡсаның юғалыуын асыҡлай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙың эҙенә тиҙ төшә. Белорет ҡалаһында йәшәгән 16 йәшлек үҫмер ғәйебен таный. Ул магазин хужаһының улы булып сыға.
Тәүтикшереү шуны асыҡлаған: төнгө сәғәт 2-ләр тирәһендә, әсәһе йоҡлап киткәс, үҫмер асҡысты алып магазинға йүнәлә һәм аҡса, тауар урлай. Был ваҡытта ул яңғыҙ булмаған, тигән шик тә бар.
Тикшереү бара, РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Меҫкен ҡатын улынан бындай “байрам бүләге” көтмәгәндер инде, әлбиттә.