Республиканың район-ҡалаларында әһәмиәтле сара – “Айыҡ ауыл” республика конкурсы бара. Һәр район үҙенең еңеүселәрен билдәләне, хәҙер иһә улар республика этабында көс һынаша. Белорет районында быйыл Шығай ауылы район этабында еңеүгә өлгәште. Хәйер, аптырарға ла кәрәкмәй, сөнки шығайҙар һәр ваҡыттағыса әүҙемлеге, тырышлығы һәм берҙәмлеге менән алдыра. Улар үҙҙәренең ошо юғары баһаға лайыҡ икәнлеген эш менән иҫбатлап тора.
Йәмәғәт ойошмалары – етди көс
“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Шығай ауыл биләмәһендә уҙған “Урындағы үҙидара органдарының йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү практикаһы” тип аталған район-ара түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, ауыл хакимиәте башлыҡтары, Баймаҡ, Әбйәлил райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшле эш – уңыш нигеҙе, шуға ла түңәрәк өҫтәл әле ауылдарҙа айыҡ тормош рәүешен алып барыуҙы таратыу буйынса башҡарылған эштәр тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү форматында уҙҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ағымдағы йылды республикала “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы” тип иғлан итте. Йылдың исеме үк уның маҡсаттарын билдәләп тора.
Мәғлүм булыуынса, былтыр республикала үлем күрһәткесе 20 процентҡа артҡан, быға ауыр эпидемиологик хәлдең дә йоғонтоһо булғандыр. Илгиз Сафый улы билдәләүенсә, Белорет районында 2019 йылда 1558 үлем осрағы теркәлһә, былтырғы күрһәткес 164-кә күберәк.
Әлбиттә, тик һау-сәләмәт йәмғиәттә йәшәгәндә генә насар тормоштан, яман күренештәрҙән, енәйәттәрҙән арынырға мөмкин. Ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙә йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге ҙур әһәмиәткә эйә.
– Йәмәғәт ойошмалары власть менән халыҡты яҡынайта, кешеләрҙе борсоған проблемаларға икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итә. Бында айырыуса ир-егет ойошмаларының эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ. Баймаҡ, Әбйәлил райондарының ир-ат ойошмалары әүҙем эш алып бара, беҙҙә иһә Сермән ауылы аҡһаҡалдары үрнәк алырлыҡ. Ғөмүмән, был тәжрибә үҫергә, ныҡлап тамырланырға тейеш, сөнки ра-йон-ҡаланы төҙөкләндереү, күркәмләндереү, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу йәһәтенән көслө зат вәкилдәре яуаплылығындағы йәмәғәт ойошмалары ыңғай яҡтан ғына һыналды, – тине Андрей Иванюта.
Бергә эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа инициативалы, тәүәккәл, халыҡҡа файҙа килтерергә тырышҡан граждандарҙы берләштергән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге әүҙемләште, тип билдәләне сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы. Уларҙың урындағы хакимиәттәр менән бергә эшләүе мөһим проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, шул иҫәптән гранттар отоу мөмкинлегенә юл аса, тине ул. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсының бурыс-маҡсаттары, төбәктә тормошҡа ашырылған проекттар менән ентекләп таныштырҙы.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылының әһәмиәте, маҡсаттары, уны тормошҡа ашырыу буйынса пландар хаҡында ла һүҙ барҙы.
Әүҙем һәм алдан башлап йөрөгәндәр булғанда ғына йәмәғәт тормошо йәнле була. “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы ла нәҡ ошондай кешеләр ярҙамында маҡсатҡа өлгәшә лә. Эльвира Айытҡолова былтыр ошо йүнәлештә әүҙемлек күрһәткән Туҡан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллинаға, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Шәрәфетдиноваға, Шығай урта мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Фәниә Зариповаға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә күрше райондан килгән вәкилдәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин йәмғиәттә ир-ат абруйын күтәрер ойошмаларҙың бурыс-маҡсаттары, эшмәкәрлеге, имен булмаған ғаиләләр менән эшләү тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Ярат ауыл биләмәһендә республикала беренселәрҙән булып ир-егеттәр ҡоро ойошторғандар. Был йәмәғәт ойошмаһы үҫмерҙәр, атайҙар менән әүҙем эшләй, илһөйәрлекте тәрбиәләй.
– Ирҙәрҙең икенсе планға күсеүе мине ныҡ борсоно, шуға ла ошо йүнәлештә эште ныҡлап башланыҡ. Байыш ауылы ир-егеттәр фонды булдырҙы. Унда йыйылған аҡсаны ауыл өсөн тотоналар. Йәмәғәт ойошмалары – бик ҡеүәтле көс, шуға ла уны файҙалана белергә кәрәк, – тине сығышында Илгиз Йәнбирҙин.
Баймаҡ районының башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллин иһә грант алыуға йүнәлтелгән конкурстарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бының өсөн тәүҙә йәмәғәт ойошмаһын рәсми теркәргә кәрәк, тине ул. Ошо йәһәттән баймаҡтар сос булып сыҡты: 2019 йылда улар Рәсәй Президенты грантын отҡан, йәғни 500 мең һум күләмендә ярҙам алыуға өлгәшкән. Был аҡсаға Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙа Ҡоролтай паркы ойоштороп, бөтәһе ике мең төп ағас ултыртҡандар.
Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы вәкиле Исрафил Йәнсәйетов үҙҙәренең Күбәләк ырыуы гимнын булдырыуҙары, әле китап әҙерләү буйынса эш алып барылыуы хаҡында һөйләне, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының уңыш-ҡаҙаныштары, урындағы үҙидаралыҡ органдары менән уртаҡ эшмәкәрлек хаҡында һөйләне. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашығыҙ, бик отошло сара”, – тип һүҙен тамамланы Әбйәлилдән килгән ҡунаҡ.
Әйткәндәй, элек “Айыҡ ауыл” конкурсында тик башҡорт ауылдары ҡатнашһа, хәҙер унда рустар күпләп йәшәгән ауылдар ҙа ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, Белорет районының Туҡан ауылы ла саранан ситтә ҡалмаған. Был ауылда йәшәгән халыҡтың 70 процентын – рустар, 30 процентын башҡорттар тәшкил итә.
Туҡан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина: “Эскелек – тотош ил бәләһе ул”, – тип башланы сығышын. Шуға ла улар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ҡарар иткән. Туҡандың эшҡыуарҙары 25-тән ашыу ир-егетте насар ғәҙәттән дауаларға алып барған. Шунан һуң уларҙың ғаиләләре матур йәшәп киткән, өйҙәш булып йәшәгән ике ғаилә мөнәсәбәттәрен рәсми теркәгән.
Конкурста ҡатнашҡан Нура ауылында ла төрлө милләт вәкилдәре күп. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Надежда Фәйрүзова “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы ваҡытында әүҙем ауылдаштарын нисек дөйөм эшкә йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар ҙа төп иғтибарҙы эскән ғаиләләр менән эшләүгә йүнәлткән, алкоголдең кешене нисек үлтереүен сағылдырған тәрбиәүи әһәмиәтле видеояҙмалар күрһәткән. “Халыҡ менән яҡындан эшләргә кәрәк. Мин бер саранан да ситтә ҡалмайым”, – тине ул.
Сараның икенсе өлөшөндә райондың иң мәргән уғатарҙары Илназ Үҙәнбаев менән Илнур Әхмәтшин ҡунаҡтар өсөн традицион яндан уҡ атыу бәйгеһен ойошторҙо. Ҡунаҡтар атырға өйрәнде, иң күп мәрәй йыйғандары иһә маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, Белорет ҡалаһының “Йәштәрҙең ял үҙәге” учреждениеһының “Батырлыҡ” илһөйәрҙәр клубы етәксеһе Илнур Әхмәтшин Иҙел башында Мәргән уҡсы хәрәкәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Әйтергә кәрәк, районда уҙған мәҙәни һәм спорт сараларында һәр ваҡыт традицион уҡ атыу ярышы ойошторола. Әле Белорет районындағы айырым турнирҙар Мырҙағол Аҙналиндың яҡты рухына арнала. Уны халыҡ батыр, мәргән уҡсы, оҫта ҡуллы тимерсе булараҡ та танып белә. Исемен мәңгеләштереү йәһәтенән төбәктә “Мырҙағол батырҙың ҡырҡ уғы” исемле проект булдырылған. Ул республика грантына лайыҡ була.
Артабан сара тамаша залында дауам итте. Райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтарынан торған команда менән Шығай ауылы ир-егеттәре командаһы үҙ-ара сослоҡта, етеҙлектә, тапҡырлыҡта көс һынашты. Хәрби хеҙмәт юлын үткән көслө зат Калашников автоматы менән нисек оҫта эш итеүен күрһәтте, башҡа ярыштарҙа ла һынатманы. Ә инде уҡыусы ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүе, Ҡадир Ғәлиуллин, Илназ Үҙәнбаев, Илнур Әхмәтшин башҡарыуындағы йырҙар бәйгегә йәм өҫтәне. Бәйгелә ҡатнашҡандарҙың маһирлығы маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды. Шығай ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сараға тағы ла йәм биреп торған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған.
Әлбиттә, ошондай конкурс-саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Тап уларҙа илһөйәрлек, тарихҡа хөрмәт кеүек төшөнсәләргә нигеҙ һалына. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, урындағы үҙидара органдарының да төп маҡсаты ошоға ҡайтып ҡала.
Тамъян ырыуы тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫтары ата-бабаларының үткәндәренә тоғро ҡалып, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, заман менән бергә атлай, һоҡланырлыҡ тормош рәүеше алып бара. Әйтергә кәрәк, нәҡ ошо данлы тоҡом нәҫеле булыу ҙа шығайҙарҙы берҙәмлеккә әйҙәп, туплап тора, улар үҙ-ара кәңәшләшеп, ойошоп, бер ғаилә булып йәшәргә этәрә.
Был төйәктән ауылдың һәм райондың данын арттырған һәләтле, билдәле кешеләр ҙә күп сыҡҡан. Улар араһынан Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновҡа Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау ҡайтырға насип була. Яугир һуғыштан һуң ауылды аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә, ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Бөгөн ауыл мәктәбе уның исемен йөрөтә.
Шығайҙан сыҡҡан арҙаҡлы ҡурайсы, күренекле композитор Абдулла Хәлфетдинов 90 йырға көй һалған. Ауылдаштары уға бағышлап төрлө саралар ойоштороп тора. Мәҫәлән, 2013 йылдан Абдулла Хәлфетдинов исемендәге асыҡ район конкурсы һәр ике йыл һайын уҙғарылып килә.
Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев та – ошо ауылдан. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Мөхәмәт Усман улының тормош юлы, ижады тураһында “Остаз” тигән документаль фильм төшөргән.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Зиннәт Әминев, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Ирғәли Ғибәҙуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Фәнил Ғәлиуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Сөләймәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Ғиззәтуллина, филология фәндәре кандидаты Розалиә Байегетова, физика фәндәре кандидаты Гөлфиә Аҫылғужина һәм башҡа бихисап егәрле шығайҙар тыуған иле үҫешенә үҙҙәренең тос өлөшөн индерә.
Мәктәп бар икән – тормош бар
Шығай мәктәбе 100 йылдан ашыулыҡ тарихҡа эйә. Революцияға тиклем мәҙрәсәлә белем алғандар. 1918 йылда ауылда тәүге совет мәктәбе ишектәрен асҡан, ә инде 1928 йылда яңы бинаһы һалынған. Шулай итеп, заман менән бергә атлап, үҙгәрештәр кисереп, үҙ бурысына бөгөн дә тоғро ҡала ауыл мәктәбе.
Белем усағының бер быуатлыҡ тарихында Йомағужиндар, Ғәлиуллиндар, Ҡанафиндар, Түлебаевтар, Ғәлиндәр, Аҫылғужиндар, Шәрәфетдиновтар, Әбсәләмовтарҙың уҡытыусылар династияһы үҫеп сыҡҡан. Ошо белем усағында оҙаҡ йылдар “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, остаз Герна Өмөтбаева эшләгән.
Бөгөн дә мәктәп ауылдың йөҙөк ҡашы булып тора. Уның киләсәге бар, сөнки балалар һаны арта – былтыр ауылда 17 сабый тыуған.
Шығайҙа тыуып үҫкән, мәктәбендә уҡыған Исмәғил Әбүталипов әле мәктәп директоры булып эшләй. Ауылдаштары ышаныс белдереп, уны ауыл Советы депутаты итеп һайлаған.
– Был белем усағында ғүмер буйы балалар күп уҡыһа ла, мәктәп өсөн яңы бина төҙөлмәне, уны һорап мөрәжәғәт итеүҙәр, етәкселәр тупһаһын тапау файҙаһыҙ булды. Шуға ла бөгөнгө заман талаптарында мәктәпте һаҡлап ҡалыу, балаларға төплө белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн ныҡ тырышырға тура килә. Бынан бер нисә йыл элек ике ҡатлы интернат бинаһын ҡулайлаштырып, мәктәпте шунда күсерҙек, – ти Исмәғил Хәлфә улы.
Әлбиттә, ошо саралар һөҙөмтәһендә белем алыу өсөн шарттар тыуҙырылған, федераль программа нигеҙендә мәктәп эргәһендә хоккей майҙансығы төҙөлгән, спорт тренажерҙары урынлаштырылған. Әммә Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов исемен йөрөткән мәктәптең әле һаман ябыҡ спорт залы юҡ.
Шуға ла “Айыҡ ауыл” сараһында әүҙем ҡатнашҡан мәктәп коллективы: “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ошо мәсьәлә лә хәл ителһә, бик яҡшы булыр ине”, – тигән теләк белдерҙе.
Шығай ауылының мәҙәни үҙәге райондың төп сәхнәләренең береһе булып тора. Бында 2014 йылда “Өлкәр” исемле башҡорт мәҙәни үҙәк асылған, 2017 йылда уға “күп тармаҡлы ауыл клубы” статусы бирелгән.
Бында эшләгән коллектив туҡтауһыҙ эҙләнеү юлында, яңынан-яңы проекттар тәҡдим итеп тора. Мәҙәни үҙәк етәксеһе Сәғирә Шәрәфетдинова белдереүенсә, әлеге көндә уларҙың башлап ебәргән ете ижади проекты уңышлы эшләп килә.
– Абдулла Хәлфетдинов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе асыҡ район конкурсы статусын алды. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов призына бейеүселәрҙең – “Еҙ үксә”, ҡумыҙсыларҙың – “Ауаз”, һәүәҫкәр композитор Мөхәррәм Сәлимов призына һәүәҫкәр композиторҙарҙың – “Алтын ҡәмәр”, шиғыр һөйләүселәрҙең “Тере һүҙ”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстары таралыу һәм танылыу алды. “Айыҡ ауыл” сараһы сиктәрендә клуб хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр коллективтар Мурманск ҡалаһында уҙған “Мы юности нашей верны” һәм Магнитогорск ҡалаһында ойошторолған “Сыңлы үксә” конкурстарында I урындарҙы яуланы, – тип уңыштары менән уртаҡлашты Сәғирә Шәрәфетдинова.
“Айыҡ ауыл” конкурсы талаптары етди. Йырлап-бейеп йөрөгән өсөн генә еңеүсе исеме бирелмәй, ә ауылдың тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш, һәм бының өсөн күмәкләп тырышырға кәрәк.
– Эскелеккә ҡаршы бөтәһе 42 сара уҙғарҙыҡ. Шул иҫәптән өмәләр ойошторҙоҡ, имен булмаған ғаиләләр менән тәрбиәүи эштәр алып барылды, спиртлы эсемлекте һатыуҙы тыйыу маҡсатында магазиндарҙа рейдтар уҙғарҙыҡ, спорт сараларын даими үткәреп торҙоҡ, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов.
Шығайҙар, ғөмүмән, төрлө проекттар уйлап табыуға һәләтле булып сыҡты. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ғариза тапшырғас, халыҡтың әүҙем ялын файҙалы үткәреү маҡсатында скандинав йөрөшө буйынса “Дуҫлыҡ” клубын асҡан, шулай уҡ сәләмәт тормошто пропагандалаған ике агитбригада төҙөгән. Тәҡдим иткән сараларҙан “Айыҡ водитель” профилактик акцияһы халыҡта айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Был сара аҙағында зыяратта өмә ойоштороп, “мәңгелек йортто” ла ипкә килтергәндәр.
Яңыраҡ уңған ир-егеттәр ауыл уртаһынан аҡҡан Олойылға аша күперҙе төҙөкләндереп ҡуйған. Күпер 2006 йылда төҙөлгән, йыл һайын урындағы хакимиәт үҙ көсө менән йүнәтеп тора. Был юлы иһә етди ремонт талап ителгәне асыҡланған – бағаналары серегән, шуға ла ул файҙаланыуға яраҡһыҙ булған.
Шығайҙар йыйылышта өмә уҙғарырға ҡарар иткән. Новобельскиҙан – Илгиз Йомағужин, Хөсәйендән – Ришат Мөхәмәтйәров, Шығай ауылынан Илдар Минһажев һәм Фәнис Хажин төҙөлөш материалдары менән ярҙам күрһәтә. Ауыл старостаһы Флүр Мөхәмәтдинов етәкселегендә әүҙемселәр тупланып, бер көндө етди эште атҡарып та ҡуялар. Бына ошондай изге ғәмәлдәр ауыл халҡын бергә туплай, кемдең кем икәнлеген күрһәтә.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:
– “Айыҡ ауыл” конкурсы финалы яҡынлаша. Биш, өс һәм ике миллион һум өсөн ысын көрәш бара. Бөтәһе лә отор тип уйлайым, сөнки кешеләр алкоголле эсемлек ҡулланмай башлай, ял ваҡыттарын үткәреүҙең яңы форматын уйлап сығара һәм ауылдарындағы тормошто үҙгәртеү өсөн командаларға берләшә.
Шығайҙа бер-береһенең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға килгән белореттар, баймаҡтар һәм әбйәлилдәр менән аралаштым. Быйыл күп район хакимиәттәре етәкселәре район кимәлендә приз фондын раҫланы, шул иҫәптән Андрей Иванович Иванюта ла. Райондарҙың асыҡ сығыштары башланды, интернетта тауыш биреү буласаҡ һәм март аҙағына еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, әүҙем, тырыш райондар еңә: һәр бер кеше, ауыл һәм район етәкселәре, йәмәғәтселәр, шулай уҡ үҙҙәренең магазиндарында алкоголь һатыуҙан баш тартырға әҙер булған эшҡыуарҙар.
Андрей ИВАНЮТА, Белорет районы хакимиәте башлығы:
– Шығай ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнаша. Бында халыҡ һаны ла арта, үлем осрағы кәмене, тыуым артты. Әлбиттә, был бик ҡыуандыра. Шуға ла ошондай ауылдарҙы күтәрергә, уларға ярҙам итергә кәрәк. Беҙ ошо йүнәлешкә иғтибарҙы арттырсаҡбыҙ. “Айыҡ ауыл” буйынса тағы ла әүҙем эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙҙә ялған араҡы етештергән һәм һатҡан урындар бар, әлбиттә, улар менән көрәшеү йәһәтенән эште көсәйтергә ине тигән теләк тыуа. Күреүемсә, бында юридик яҡтан еңел булмаған эш тә көтә. Теләк бер: халыҡ айыҡ тормош рәүешен алып барырға тейеш. Быйыл 1 ғинуарҙан “Вәғәҙәләр йүгереүе” сараһы ойошторҙоҡ, һәм үҙем, башҡаларға өлгө күрһәтеп, йыл буйы сәләмәт тормош рәүешен алып барырға вәғәҙә иттем.