Йылдың-йылы мартта Рәсәйҙә Архивтар көнө билдәләнә. Дәүләт, йәмғиәт һәм һәр кеше тормошон был тармаҡһыҙ күҙ алдына килтереү бөтөнләй мөмкин түгел. Һуңғы бер нисә йыл эсендә ҙур үҫеш кисереп, заманса технологиялар менән ҡоралланған илебеҙҙең архив хеҙмәте йәмғиәт үҫешенең һәр этабын тарих биттәренә бәйнә-бәйнә теркәп бара. Башҡортостан архивтары, үҙ сиратында, төбәк тарихын ил йылъяҙмаһында сағылдырып барыу, боронғо документтарҙы һаҡлау, уларҙы ғилми әйләнешкә индереп, халыҡ иғтибарына еткереү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡара? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илһам ФӘТҠУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.
– Илһам Зөфәр улы, әйҙәгеҙ, башта Рәсәйҙең архив хеҙмәте тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап үтәйек. Ул ҡасан һәм ниндәй документ нигеҙендә барлыҡҡа килгән?
– Тәүге документтарҙың боронғо быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килеүе һәр кемгә мәғлүм – архивтарҙа һаҡланған ошо ҡиммәтле яҙмалар беҙгә замандар һулышын еткерә. Тарихи мираҫ асылда ил-төбәк йылъяҙмаһын, халыҡ хәтерен кәүҙәләндерә.
Рәсәйҙә архив эшен булдырыу тураһындағы тәүге ҡанун Петр I исеме менән бәйле. 1720 йылдың 10 мартында ул “Генераль регламент йәки Устав” тип аталған дәүләт актына ҡул ҡуя. Был документ, дәүләт менән идара итеүҙе ойоштороу нигеҙҙәрен билдәләп, барлыҡ власть органдарында ла архив хеҙмәтен булдыра һәм актуариус (архивариус) тип нарыҡланған яңы вазифа индерә.
Әйткәндәй, Рәсәй архивының барлыҡҡа килеүенә 300 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы былтыр бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо, төрлө мәғлүмәт сараларында был тарихи дата тураһында һөйләгән мәҡәләләр донъя күрҙе.
Шуны ла әйтергә кәрәк: XX быуат баштарына тиклем Рәсәйҙәге һәр ойошма, учреждение документтарын үҙендә һаҡлаған, шунлыҡтан ҡайһы бер мөһим яҙмалар тәләф ителгән. Мәҫәлән, 1759 йылда янғын ваҡытында Өфө архивындағы байтаҡ документ юҡҡа сыға. Бындай күңелһеҙ хәлдәр даими булып тора, шуға күрә архив һаҡлағыстарҙы артабан таш йәки кирбестән төҙөргә ҡарар ителә.
Совет власы, архив өлкәһендә тәртип булдырыу маҡсатында, берҙәм дәүләт органы төҙөү буйынса ҙур эш йәйелдерә. В.И. Ленин 1918 йылдың 1 июнендә “Архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү хаҡында”ғы декретҡа ҡул ҡуя. Нәҡ ошо норматив акт, илебеҙҙә архив эшен тулыһынса дәүләт ҡарамағына күсереп, документтарҙы тейешенсә һаҡлауҙы төп бурыс итеп билдәләй ҙә инде.
– Ә беҙҙең төбәктә архив эше ҡасан барлыҡҡа килгән?
– 1919 йылдың 11 авгусында РСФСР-ҙың Баш архив идаралығы коллегияһы Өфө бүлексәһен булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Был дәүләт әһәмиәтендәге мөһим бурысты үтәү өсөн Өфө губернаһына вәкил итеп революционер Б.А. Гинзбург-Кольцов ебәрелә. Нәҡ ошо дата, йәғни Рәсәй архивының Өфө бүлексәһен төҙөү хаҡында документҡа ҡул ҡуйылған көн, Башҡортостан дәүләт архив хеҙмәтенең тыуған көнө тип иҫәпләнә.
– Һеҙ әле Өфө губернаһының архивы нисек төҙөлөүе хаҡында әйтеп киттегеҙ. 1917 йылда уҡ мөхтәриәт яулауға ынтылып, ниһайәт, 1919 йылдың мартында автономия алыуға ирешкән Бәләкәй Башҡортостанда архив эшен ойоштороу мәсьәләһе нисек торҙо икән?
– Ысынлап та, уҙған быуаттың 1919 – 1922 йылдарында хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә Өфө губернаһы һәм Бәләкәй Башҡортостан урынлашҡан була. 1920 йылдың 18 мартында Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлы революцион комитеты президиумы ултырышында йөмһүриәттең үҙ архивын төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. 1922 йылда инде, Өфө губернаһы юҡҡа сығарылып, уның биләмәһе Башҡорт Совет Республикаһы составына индерелгәс, Өфө архив бүлексәһен БАССР-ҙың Үҙәк архивына ҡушалар.
Ҡатмарлы дәүерҙә лә, Граждандар һуғышы барған ваҡытта, Башҡортостан етәкселәре архив эшен тейешенсә ойоштороуҙы үтә мөһим дәүләт бурысы тип иҫәпләгән. Уларҙың хәстәрлеге арҡаһында бик күп рәсми документтар һаҡлап алып ҡалына. Был йәһәттән айырыуса күренекле дәүләт эшмәкәре – Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы рәйесе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары Шәһит Хоҙайбирҙин ҙур тырышлыҡ күрһәтә: Башҡортостан коммунистарына мөрәжәғәт итеп, ул партия тарихы һәм революция хәрәкәтенә бәйле документтарҙы (ҡулъяҙмалар, листовкалар, фотоһүрәттәр һ.б.) махсус бюроға ебәреүҙе үтенә. Һөҙөмтәлә 1922 йылдың 6 февралендә төҙөлгән Истпарт бюроһының Башҡортостан бүлексәһендә документтар туплана башлай.
– Архив тармағының бөгөнгөһө менән таныштырып китегеҙ әле. Ниндәй проблемалар, ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ бар?
– Ошо көндәрҙә Архив эштәре буйынса идаралыҡтың киңәйтелгән коллегияһы булды. Ултырышта үткән йылға йомғаҡ яһау һәм 2021 йылға яңы бурыстар билдәләү буйынса эшлекле һөйләшеү алып барылды. Әле Башҡортостан Республикаһының Архив фондында 7 300000 документ иҫәпләнә. Ҡиммәтле архив документтарын электрон рәүешкә күсереү, боронғо яҙмаларҙың тейешле сифатта һаҡланышын тәьмин итеү, ойошмаларҙан дәүләт һаҡлауына документтар ҡабул итеү күрһәткестәре яҡшыра бара.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығына буйһонған Милли архив та, муниципаль архивтар ҙа ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Муниципаль архивтарҙа хәҙерге көндә 2099000 документ һаҡлана. Ҡала һәм район архивтарының күпселеге заман технологияларын ҡулланыуҙа, архив фондтарын тулыландырыуҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Быйылдан уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген билдәләү буйынса эш алып барыласаҡ.
Волга буйы федераль округында иң ҙур архив учреждениеларының береһе иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһының Милли архивында 13 меңдән ашыу фонд, 2,6 миллион документ бар. 1749 – 2017 йылдар арауығында беҙҙең төбәк тарихын сағылдырған документтар араһында ҡиммәтле һәм үҙенсәлекле материалдар ҙа аҙ түгел. Метрика кенәгәләре, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, 1917 йылғы революцияға тиклемге фондтар, КПСС һәм ВЛКСМ документтары, шулай уҡ күренекле шәхестәрҙең шәхси фондтары ғалимдарҙа һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Иң мөһиме – беҙҙең тармаҡты күптән борсоған ҡырҡыу проблемаларҙы республикабыҙ етәкселеге ыңғай хәл итте: беренсенән, ике йыл элек архив хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырылды, икенсенән, Милли архив өсөн “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Гоголь урамындағы буш торған бинаһы һатып алынды, өсөнсөнән, документтарҙы һанлаштырыу өсөн ҡыйбатлы сканерҙар һәм башҡа заманса ҡорамалдарға эйә булдыҡ. Бынан тыш, Карл Маркс, Совет һәм Индустриаль шоссе урамдарындағы биналарҙа капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер республикабыҙҙың төп архив учреждениеһы документтар һаҡлау өсөн биналарға ҡытлыҡ кисермәй. Милли архивыбыҙ, ниһайәт, күргәҙмәләр залына ла эйә булды – ул Совет урамындағы бинала урынлашҡан.
Оҙаҡ йылдар буйы беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл иткән өсөн Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә ҙур рәхмәт. Күп биналарыбыҙ капиталь ремонттан һуң заманса төҫ алды, документтарҙы тейешенсә һаҡлау өсөн бөтә шарттар булдырылды. Милли архивтың Карл Маркс урамында урынлашҡан төп бинаһындағы уҡыу залы яңы технология ҡорамалдары менән йыһазландырылды. Хәҙер инде тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, туҙан йотоп, ҡалын-ҡалын архив төпләмәләрен аҡтарып ултырмай – бында урынлаштырылған компьютерҙар ярҙамында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала таба ала.
– Коллегия ултырышында киләсәккә ниндәйерәк бурыстар билдәләнде?
– Алға ҡуйылған маҡсаттар беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки хәҙерге заман талаптарынан артта ҡалырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Башҡортостан Республикаһы Архив фондының берҙәм мәғлүмәт системаһын булдырыу эшен әүҙемләштереү, ведомство-ара электрон документ әйләнешендәге яҙмаларҙы архивта һаҡлауҙы ойоштороу, дәүләт һәм урындағы архивтарҙа халыҡҡа электрон хеҙмәт күрһәтеү күләмен арттырыу, архив эшен үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы бойомға ашырыу, халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү кеүек бурыстар беҙҙән ҙур яуаплылыҡ һәм тилберлек талап итә.
– Һуңғы йылдарҙа архив документтарын популярлаштырыуҙа, уларҙы төрлө ысулдар менән халыҡҡа еткереүҙә лә ҙур әүҙемлек күҙәтелә...
– Эйе, беҙ был эшкә ҙур иғтибар бүләбеҙ: элегерәк архив хаҡында күптәр бер нимә лә белмәһә, был тәңгәлдә хәҙер сайттар, социаль селтәрҙәр, радио-телевидение, гәзит-журналдар аша халыҡҡа бик күп мәғлүмәт еткерелә, архив документтары нигеҙендә әҙерләнгән китаптар, йыйынтыҡтар нәшер ителә, матбуғат баҫмаларында мәҡәләләр баҫылып тора, даими рәүештә төрлө темалар буйынса конкурстар, күргәҙмәләр ойошторола. Бер генә миҫал килтереп үтәйем: былтыр күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Милли архивы тарафынан күргәҙмә, конкурс ойошторолдо, иң ҡыуаныслыһы – архив хеҙмәте тарихында беренсе тапҡыр бөйөк илсегә арнап “Посол мира” тип аталған электрон гәзит донъя күрҙе.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһынып, архивҡа мөрәжәғәт иткән кешеләр йылдан-йыл күбәйә бара. Ошо ихтыяж иҫәпкә алынып, бер нисә йыл элек Милли архив ҡарамағында Шәжәрә үҙәге төҙөлдө – был хеҙмәткә мөрәжәғәт итеүселәргә бай йөкмәткеле шәжәрәләр эшләп бирәбеҙ.
Йәш быуын вәкилдәрендә илһөйәрлек, тыуған яҡ, ырыу, ғаилә тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм уларҙы фәнни эшкә йәлеп итеү маҡсатында Архив эштәре буйынса идаралыҡ Милли архив менән берлектә хәҙер инде матур йолаға әүерелгән шәжәрә бәйгеләре уҙғара. Юғары класс уҡыусылары, студенттар һәм йәштәр араһында үткәрелгән “Ырыуым йылъяҙмаһы – халҡым тарихында”, “Башҡортостан шәхестәре шәжәрәләре”, “Беҙ – Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары” тип аталған ғилми-тикшеренеү конкурстары әһәмиәтле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Быйыл “Ғаиләм тарихы – архив документтарында” тигән тема буйынса иғлан ителгән IV асыҡ республика конкурсы иһә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арнала. Әлеге көндә ижади бәйгелә ҡатнашыусыларҙан ғилми эштәрҙе ҡабул итеү бара.
– Һуңғы ваҡытта “БАШАРХИВ.РФ” проекты киң мәғлүмәт сараларында айырыуса популярлашып китте. Был архив сығанағының асылы нимәнән ғибәрәт, уның менән ҡайҙа танышырға мөмкин?
– Был тарихи-документаль проектты былтыр Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте менән берлектә булдырҙыҡ. Уның менән Архив эштәре идаралығы сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин. “Башархив” – ул Өфө губернаһында 1917 йылда үткәрелгән ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән торған сығанаҡ. Унда хәҙерге Башҡортостандың күпселек биләмәһе (элекке биш өйәҙ) буйынса өй беренсә яҙып алынған карточкалар урын алған. Яңы форматтағы архив сығанағында йәмғеһе 5740 документ бар – тимәк, ошо мәғлүмәттәр буйынса һәр кем үҙенең ата-бабаһы, туған-тыумасаһы тураһында белешмә туплай ала. Был электрон хазина күптәргә ғаилә, нәҫел-нәсәп шәжәрәһен төҙөргә булышлыҡ итә.
Үткән йылдың декабрендә йәнә бер проектты ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Бөгөн “Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу тарихынан” тип аталған күсмә күргәҙмә марафон баш ҡалабыҙҙың төп сауҙа-күңел асыу үҙәктәрен үтеп, юғары уҡыу йорттарына барып етте. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары, шулай уҡ студенттар күргәҙмә экспонаттары һәм сенсор өҫтәлендәге “Башархив” мәғлүмәттәре менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә булды.
Юғарыла телгә алынған проекттарҙы Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерләнеү сараһы булараҡ та ҡабул итергә мөмкин, әммә улар бер үк ваҡытта архив эшен халыҡҡа яҡынайтыу һәм боронғо документтарҙы популярлаштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя.
– Илебеҙ, республикабыҙ тарихын сағылдырған документаль мираҫты, ата-бабалар аманатын һаҡлау һәм уны киләсәк быуындарға түкмәй-сәсмәй еткереү кеүек үтә яуаплы бурысты үҙ иңенә һалған архивтар, һис шикһеҙ, оло хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ. Уларҙың киләсәге хаҡында ни әйтер инегеҙ?
– Беҙҙең архивтарҙа дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары, тарихи ваҡиғалар, күренекле шәхестәр тураһында бихисап документ һаҡлана. Тарихи-социаль йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булған үҙенсәлекле яҙмаларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, уларҙы артабанғы быуындарға еткереү – барыбыҙ өсөн дә мөҡәддәс бурыс. Илебеҙ, республикабыҙ һәм тыуған яҡ тарихы хаҡында бай мәғлүмәттәр, ҡиммәтле яҙма ҡомартҡылар, шулай уҡ электрон документтар һаҡлаған архивтар, һис шикһеҙ, киләсәктә лә дәүләтебеҙҙең ышаныслы терәге – мәғлүмәти ҡалҡаны булып ҡалыр, тип ышанам.
– Илһам Зөфәр улы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Республикабыҙҙың барлыҡ архив хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй архивтары көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ, киң ҡоласлы һәм йәмғиәткә бик тә кәрәкле эшегеҙ һәр саҡ ырамлы барһын!