Йәмғиәт
10 Март 2021, 13:30

Бар ғаилә менән – ирекмәндәр

Өфөлә йәшәгән Вилдановтар ғаиләһе һәр кисте тиерлек ирекмәнлек эшенә бағышлай.

Өфөлә йәшәгән Вилдановтар ғаиләһе һәр кисте тиерлек ирекмәнлек эшенә бағышлай. Ләйсән менән Илнар, уларҙың ете йәшлек ҡыҙҙары Сабина “Берҙәм Рәсәй”ҙең республикалағы башҡарма комитетының колл-үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙе теркәй.
“Ирем руль артына ултыра, ҡыҙыбыҙ ҙа беҙгә эйәрә. Шулайтып бергәләшеп ярҙамға мохтаждарға кәрәкле әйберҙәрҙе алып барабыҙ”, – ти Ләйсән был турала.
Пандемия башланған саҡта мөрәжәғәттәр айырыуса күп ине, тип хәтерләй ирекмән ҡатын. Аҙыҡ-түлек тә, дарыуҙар ҙа ташырға тура килә. Хәҙер мөрәжәғәттәр ярайһы кәмегән, ә бына ярҙам итеү теләге һүрелмәгән.
8 Март алдынан да ғаилә һаман өйҙә ултырырға мәжбүр өлкән ханымдар янына барып, уларҙы байрам менән ҡотлап, аҙыҡ-түлек ҡалдырып, кәйефтәрен күтәреп киткән.
Бөгөн иһә ирекмән Ләйсән Вилданова 89 йәшлек Мария Дубравинаға барған. Инәй үҙенә кәрәкле аҙыҡ-түлек исемлеген яҙҙыртҡан. Бында иң беренсе урында – яратҡан бесәйенә тәғәйенләнгән аҙыҡ.
Мария әбей үткән көҙҙә коронавирус менән ҡаты ауырыған. Реанимацияла оҙаҡ ҡына ятып, шөкөр, һауығып сыҡҡан. Инәйҙе әле булһа хәлһеҙлек борсой, магазинға барыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. “Ирекмәндәргә рәхмәт, улар үтенесте тыңлап, тиҙ генә ярҙам итә һала. Кисә кистән генә мөрәжәғәт иткәйнем, бөгөн төш еткәнсе бар кәрәк-яраҡты килтереп тә ҡуйҙылар”, – тип ҡыуана ул.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас