Йәмғиәт
9 Март 2021, 20:00

Республика етәкселеге КВН хәрәкәтенә ярҙам итәсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының КВН командалары менән осрашты. “Һорау-яуап” алымында ойошторолған осрашыуҙа нимәләр хаҡында һүҙ барҙы?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының КВН командалары менән осрашты. “Һорау-яуап” алымында ойошторолған осрашыу “Болоттар” (“Облака”) заманса сәнғәт үҙәгендә үтте. Уның барышында төбәк етәксеһе “Республика йөҙҙәре (“Лица республики”) командаһына Сочиҙа үтәсәк “КиВиН-2021” фестивалендә ҡатнашырға ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Радий Хәбиров үҙенә ҡағылышлы шаяртыуҙарҙы аңлап, йәғни ыңғай ҡабул итеүе, халыҡ менән эшләгән вазифалы кешенең эшмәкәрлеге һәр йәһәттән асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейешлеге хаҡында билдәләне. Шулай уҡ ул Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә ярашлы “Шаттар һәм тапҡырҙар клубы”ның киң даирәле сараһын уҙғарыуға бәйле уй-ниәттәре менән уртаҡлашты. Уны ойоштороуҙа телевидение алып барыусыһы, продюсер, КВН Юғары лигаһы чемпионы Сангаджи Тарбаев ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, ул күптән түгел Өфөлә булып китте. Баш ҡала командалары ағзалары Өфөнө юбилей сараларына әҙерләү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм Башҡортостан Башлығы призына студенттар КВН Кубогы ойошторорға тәҡдим итте.
– Беҙҙәге КВН хәрәкәте бик көслө булыуын беләм, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙҙә традициялар көслө, командаларыбыҙ үҙәк телеканалдарға сыҡты. КВН-да бик күп йәштәр ҡатнаша. Һеҙҙең хәрәкәткә Өфө мэры Өлфәт Мансур улы Мостафин мәрхүм бик ҙур ярҙам күрһәтеп килде. Беҙ Башҡортостандағы КВН хәрәкәтенә етдирәк иғтибар бүлергә ҡарар иттек, Клубҡа ярҙам итеү һәм финанслауҙы арттырыу өсөн мөмкинлектәр бар.
Белешмә:
“Республика йөҙҙәре (“Лица республики”) КВН командаһы 2015 йылдың декабрендә барлыҡҡа килде. Команданың төп составына Дмитрий Хрисанов, Рөстәм Хәсәнов, Ришат Шәймиев, Айгизә Ғәлимова һәм Эрик Туҡаев инә.
“Республика йөҙҙәре (“Лица республики”) өс тапҡыр Башҡортостан КВН-ы төбәк лигаһы чемпионы, “Һамар” КВН лигаһы финалисы (2018), “Өфө” рәсми лигаһы чемпионы (2019), Мәскәү һәм Мәскәү яны лигаһының ярымфиналы (2019), Премьер-лига ярымфиналы (2020), КВН-2021 Беренсе лигаһы чемпионатының ярымфинал еңеүсеһе булды. 2020 йылда команда Беренсе каналдағы Премьер-лига ҡатнашыусылары составына инде.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас