Өфө ҡалаһында йәмәғәт транспортында водителдәрҙең контроль-касса аппаратын ҡулланыу-ҡулланмауын, пассажирҙар юл йөрөгән өсөн нисек иҫәпләшеүҙе асыҡлау маҡсатында сираттағы рейд үтте. Әйткәндәй, бындай тикшереүҙәр Башҡортостан Башлығы ҡушыуы нигеҙендә республикабыҙҙа мартта башланғайны.
Әлеге рейдта Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Федераль һалым хеҙмәте идаралығы, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Дәүләт автомобиль-юл күҙәтеүе төбәк-ара идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Хәйләләшкән водитель бармы? Бар. Йәмәғәт транспортында пассажирҙар юл хаҡын түләгәндә контроль-касса аппаратын ҡулланмаған өс водитель асыҡланды. Уларҙың һәр береһенә тейешле сара күрелде.
Хөрмәтле дуҫтар, әгәр һеҙ ҙә йәмәғәт транспортында контроль-касса аппараты ҡулланмаған йәки түләй торған карта буйынса иҫәпләшмәгән волдителдәрҙе тап итһәгеҙ, был турала тейешле органдарға хәбәр итә алаһығыҙ.
Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.