Йәмғиәт
11 Март 2021, 16:15

Бер йыл үткәс...

Өфөлә республика Шаяндар һәм отҡорҙар клубының башҡорт юниор-лигаһы уйыны - “Осрашыу кубогы-2021” уҙасаҡ.

Өфөлә республика Шаяндар һәм отҡорҙар клубының башҡорт юниор-лигаһы уйыны - “Осрашыу кубогы-2021” үткәреләсәк.
13 мартта Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда лиганың VIII миҙгеле үткәрелә, унда республиканың алты районынан һәм биш ҡалаһынан 13 команда ҡатнашасаҡ. Бындай сара 2013 йылдан алып дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡығандар, башҡорт телендә сығыш яһағандар өсөн ойошторола.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн иң мөһиме, әлбиттә, белем алыу. Әммә ваҡытты дөрөҫ бүлгәндә һәм уҡыусыларҙың мөмкинлектәре булғанда, бындай саралар уҡыу процесына ҡамасауламай.
Шулай итеп, бер йыл ваҡыт үткәндән һуң, “Осрашыу кубогы” офлайн форматта үтәсәк.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.
Читайте нас