2020 йылда Башҡортостанда 410 игеҙәк һәм 4 өсәр игеҙ бала тыуған. БР Социаль страховкалау фонды мәғлүмәтенән күренеүенсә, әсәйҙәргә 38,7 мең бала табыу сертификаты тапшырылған.
Һәр ваҡыттағыса, ир балалар күберәк тыуған – 20,1 мең, ҡыҙ балалар – 18,7 мең. Яңы тыуған сабыйҙарҙың уртаса буйы – 52 сантиметр, ауырлығы 3,3 килограмм тәшкил иткән.
Иң күп балаларҙы 34-35 йәшлек ҡатындар тапҡан, нигеҙҙә, сабыйҙар ғаиләлә икенсе йәки өсөнсө булып тыуған. Ғаиләлә баш бала булып ауаз һалған кескәйҙәрҙе күпселек 25 йәшлек әсәйҙәр тапҡан. Август айында иң күбе - 3382 бала тыуған.
“Бала табыу сертификаты” программаһы сиктәрендә республиканың медицина учреждениеларына 411,5 миллион һум аҡса күсерелгән.