Йәмғиәт
11 Март 2021, 15:00

Иғтибар: Зубов ауылы янында хәрәкәт сикләнә

Маршрутты планлаштырған саҡта был мәғлүмәтте күҙ уңында тотоп эш итеүегеҙ һорала.

“Урал буйы” юлдар идаралығынан белдереүҙәренсә, 11 мартта 23.50 сәғәттән алып 12 март 05.50 сәғәткә тиклем Зубов ауылы янындағы юл үткәргестән төшөү юлдары ябыласаҡ.
Был сикләү Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһының 8+70 километрынан 9+50-се километрына тиклемге участкаһында (Зубов ауылы янындағы юл үткәргес) яҡтыртыу плафондарын алмаштырыу эштәренә бәйле. Юл үткәргестән төшөү юлы ике йүнәлешкә лә, бөтә төр транспорттары өсөн дә ябыҡ буласаҡ.
Урап үтеү маршруты: Зубов ауылына инеү Өфөгә табан боролған төшөү юлы аша буласаҡ.
“Урал буйы” юлдар идаралығы маршрутты планлаштырған саҡта был мәғлүмәтте күҙ уңында тотоп эш итергә кәңәш бирә.
Фото: allufa.ru
Читайте нас