Йәмғиәт
11 Март 2021, 13:30

Конкурсанттарҙың эшен тикшерә башланылар

Башҡортостан “Интернет коммуникациялары лидерҙары” конкурсында ҡатнашыусылар һаны буйынса тәүге төбәктәр тиҫтәһенә инде.

Башҡортостан “Интернет коммуникациялары лидерҙары” конкурсында ҡатнашыусылар һаны буйынса тәүге төбәктәр тиҫтәһенә инде.
Һәр етенсе конкурсант – Башҡортостандан. Рәсәй буйынса 13 меңдән ашыу, республикабыҙҙан иһә 1796 кеше бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Конкурс шарттары буйынса еңеүселәргә эшкә урынлашыу (шул иҫәптән “Диалог” йәмғиәтенә һәм төбәк башҡарма власть органдарына), илдәге төп интернет-эксперттарында стажировка үтеү, шулай уҡ Юғары интернет коммуникациялары мәктәбенең тәүге баҫҡысын тәшкил иткән “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһында тәжрибә туплау мөмкинлеге бирелә.
Әле конкурс эксперттары эштәрҙе һайлап алып тикшерә башланы.
“Видеояҙмаларҙы һәм презентацияларҙы ҡарағанда, ҡайһы берәүҙәрҙең конкурс ҡағиҙәләрен, инструкцияларҙы үтәмәүенә иғтибар иттек. Конкурсанттар эштәрҙе тапшырыу тәртибен йәнә бер тапҡыр тикшереп сыҡһын ине”, – тине Эксперт советы ағзаһы Павел Безручко.
Фото: лидерыинтернета.рф
Читайте нас