"Беҙҙә күптән инде шундай күркәм традиция һаҡлана – йәштәр менән осрашыуҙы, Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрен тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙе йыл да ойошторабыҙ", – ти Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев.
"Улар кисә генә мәктәп уҡыусылары булһа, бөгөн иһә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Өфө ҡалаларындағы алдынғы юғары уҡыу йорттары студенттары. Тиҙҙән һәр береһе илебеҙгә табип, инженер, уҡытыусы һ.б. кәрәкле һөнәрҙәргә эйә буласаҡ. Ҡалабыҙға эшкә ҡайтырҙар тип ышанабыҙ. Йәштәрҙең фекерле булыуы ҡыуандыра, улар төрлө идеялар менән яна. Беҙ уларҙың тыуған ҡалаһына ҡайтыуын, бында эшләүен теләйбеҙ", - ти етәксе.
Алексей Николаевич белдереүенсә, быйыл Октябрьский ҡалаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
Әйткәндәй, тап бөгөн Алексей Шмелевтың тыуған көнө! “Башҡортостан” гәзите коллективы Алексей Николаевичты ысын күңелдән матур байрамы уңайынан ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә.
Фото: “Бәйләнештә” селтәре.