Йәмғиәт
11 Март 2021, 16:00

Йырсының бәпесенә ни булған?

Гүзәл Уразова һигеҙенсе көн яңы ғына тыуған ҡыҙы менән дауаханала ята. Асыҡланыуынса...

Әле күптән түгел генә, 14 февралдә, билдәле йырсы, сәхнә йондоҙо Гүзәл Уразова һәм уның ире, йырсы Илдар Хәкимов тормоштағы иң бәхетле көндәренең береһен кисергәйне: ғаиләлә дүртенсе сабыйҙары тыуғайны. Ҡыҙға Ариана тигән яңғырауыҡлы исем биргәндәре лә хәбәр ителгәйне.
Мәғлүм булыуынса, йырсы социаль селтәрҙәрҙә бик әүҙем һәм популяр, Инстаграмда тормошо хаҡында көн дә тиерлек төрлө яҙмалар ҡалдыра, фотолар, видеолар ҡуя. Уның яңылыҡтарын 600 меңгә яҡын кеше уҡып бара.
Бынан бер нисә көн элек шул мәғлүм булғайны: бәләкәс кинәт сирләп киткән, әсә менән баланы дауаханаға һалғандар. Социаль селтәрҙә ҡуйылған яҙмала иһә йырсы һигеҙенсе көн дауаханала ятыуын хәбәр итә, әммә бала менән нимә булғанын әйтмәй.
Йырсының ижадын үҙ итеүселәр уның менән бергә борсола, сәхифәһендә бихисап йылы һүҙҙәр ҡалдыра. Шул уҡ ваҡытта араларында “Тормошоғоҙҙо, бигерәк тә әле генә тыуған сабыйҙы бөтә донъяға күрһәтергә ярамаҫ ине, күҙ тейә бит” тип иҫкәртергә теләүселәр ҙә юҡ түгел.
Әлбиттә, нимә яҙырға һәм нимә күрһәтергә һәр кем үҙе хәл итә, был – шәхси хоҡуҡ.
Гүзәл Уразова дауаханала көндөң бик иртә - алтынан уҡ башланыуын бәйән иткән. “Ҡасан сығарырҙар инде, тиҙерәк һауыҡ балам!” – тип теләктәрен дә еткерә әсә.
Дауаханала, әлбиттә, берәүгә лә еңел түгел: Гүзәл Уразоваға был ҡатмарлы көндәрҙең тиҙерәк үтеүен, бәләкәс Ариананың йәһәтерәк һауығып, йүнәлеп сығыуын теләйбеҙ.
Фото йырсының шәхси архивынан.
Читайте нас