Йәмғиәт
12 Март 2021, 04:30

26 йылдан һуң...

Ҡот осҡос ваҡиға буйынса дөрөҫлөк асылған

Нимә булған һуң ул ваҡытта Благовар районында? 1994 йылдың декабрендә Мирный ауылында 71 йәшлек ҡатынды үле килеш табалар. Хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан уның өйөнән аҡса һәм телевизор юғалыуы ла асыҡлана. Ул заманда бының кем эше икәнлеген белә алмайҙар.
2021 йылда енәйәт яңынан ҡаралып, шаһиттарҙан һорау алына, районда урлашыуҙа ғәйепләнеп яуаплылыҡҡа тарттырыусылар тикшерелә. Эҙ урлашыу, үлтереү, көсләү, ут төртөү өсөн бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған 48 йәшлек ошо ауыл кешеһенә килеп төртөлә. Туғандары һөйләүе буйынса, ҡатын үлтерелгән көндө уның өйгә телевизор тотоп ҡайтыуы һәм өҫтөндәге кейемдәрен сисеп утҡа яғыуы, шулай уҡ енәйәт ҡылынған мәлгә алибиһы юҡлығы билдәле була.
Тикшереү фаразы буйынса, 1994 йылдың декабрендә ир, берәү ҙә юҡ тип уйлап, бер өйгә төшә, әммә яңылыша. Ҡараҡты күреп ҡысҡыра башлаған хужабикәгә яуыз әҙәм бысаҡ менән 37 тапҡыр сәнсә, шулай итеп ҡатын кеше ҡулынан һәләк була. Бынан һуң енәйәтсе өйҙән телевизорҙы һәм 300 мең һумға яҡын аҡсаны урлап сығып ҡаса.
Башҡортостан Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 26 йыл элек яуыз ниәт менән үлтереүҙә ғәйепләнгән 48 йәшлек Благовар районы кешеһе ҡулға алынған, тикшереү йомғаҡтары буйынса хөкөм ҡарары көтөлә.
Фото: Тәфтиш комитеты идаралығы.
Читайте нас