Йәш егет, уй-тойғоларына бирелеп, оло юл сатында баҫып тора. Артта – йәнгә танһыҡ, ожмахтарға тиң тәбиғәтле, тыуып үҫкән ауылы, алда – билдәһеҙлек. “Хоҙай Тәғәлә бүләк иткән иң ҙур тылсым – кеше ғүмере. Беҙгә, улым, шул ғүмерҙе кисереү бәхете тейгән”, – тип һөйләргә ярата Флүрҙең әсәһе…
“Йәшәүҙең бөтә сере лә шундалыр шул – бәхетле була белеүҙә. Ҡайҙа алып барыр оло тормош юлы миндәй етем ауыл малайын? Бәхеткәме, әллә бәхетһеҙлеккәме? Аҙашмайынса нисек тә тура юлдан китергә ине. Нимә көтә мине ошо юл осонда? Бәй, юлдың осо була тиме ни… Эх, юлдар… Юлдарҙа эҙ ҡалдырған бихисап саҡрымдар!..”
Саҡрымдарҙы уҙып, Флүрҙең күңел донъяһына урғылып хәтирәләр өйөрмәһе килеп инде. Атаһы иҫән булһа, ирҙәрсә төплө генә берәй кәңәш бирер ине лә бит… Ҡәһәрле һуғыш башланған көндә үк атаһы Хәкимде фронтҡа оҙатҡандар, әсәһе Мәрйәм өс айлыҡ улы менән тороп ҡалған. Һалдат атайҙың йәнгә йылы өргән өсмөйөшлө бер нисә хаты ла килеп өлгөрә ауылға. Тик август урталарында “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән тетрәндергес хәбәр, Хәтмуллиндарҙың ишеген ҡағып, йәш ғаиләне әсе етемлеккә дусар итә.
Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә. Йәшләй тол ҡалған Мәрйәм улын яңғыҙы үҫтерә. Тормош бит ул, йылдар дауамында уңған, һылыу ҡатынды димләүселәр булмай ҡалмай, тик ул йәшлек мөхәббәте Хәкимгә ғүмере буйы тоғро ҡала.
…Колхозда көҙгө эштәр тамамланғандан һуң, ҡулына урта мәктәпте тамамлауы тураһында аттестат алып, Флүр яҡын дуҫы Вәзит менән Өфөгә юллана. Уйҙарында – берәй ерҙә тиҙ генә уҡып, һөнәр алырға! Ундай училищены эҙләп таба егеттәр. Тик ҡабул итеү комиссияһы ағзаһы – мөләйем генә апай, документтар менән танышҡандан һуң: “Бындай яҡшы билдәләр менән һеҙгә институтҡа юл асыҡ. Тыуған илгә уҡымышлы белгестәр кәрәк”, – тип бер аҙ икеләндергес тә, ҡыҙыҡтырғыс та кәңәш бирә. Институттарға ҡабул итеү имтихандары тамамланыу сәбәпле, йәштәргә миҙгелгә ярашлы эш тәҡдим итәләр. Шулай итеп, Сибай рудниктарында көс һалырға тура килә егеттәргә. Хәйер, колхоз эше лә еңелдән түгел, ауылда тыуып, туң ерҙә ялан аяҡ йүгереп үҫкән һуғыш осоро балаһы ауырлыҡтарға бирешеп торамы, юҡ инде. Йәнә бындағы ауыр шарттарҙа туң ер соҡоп сынығыу үтеп, Флүр ҡәтғи ҡарарға килә – нисек тә уҡырға инергә!
Үткән быуаттың 60-сы йылдары башында юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн ике йыллыҡ хеҙмәт стажы талап ителә ине. Флүр Өфө нефть институтының Октябрьский ҡалаһындағы киске филиалына ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшыра. Көндөҙ скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехында быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Шулай итеп, девон ҡатламдарын аҡтарып, егет нефтсе һөнәренә ысын-ысынлап ғашиҡ була. 1957 йылда Дүртөйлө районында Мансар нефть ятҡылығы асылғас, был яҡҡа Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһынан һәм Октябрьский ҡалаһынан бик күп белгестәр – нефтселәр килә.
1961 йылда студент Хәтмуллин Өфөлә уҡыуын дауам итә. Ә инде 1964 йылда ҡулына диплом алған юғары белемле йәш белгес нефть сәнәғәте сафтарын тулыландыра. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә нефтсе-операторҙан башлап, барлыҡ вазифаларҙы үтеп, цех начальнигы дәрәжәһенә күтәрелә. 1972 йылда етәкселек, Хәтмуллиндың белемле, тырыш, талантлы, ойоштороу һәләтенә эйә булыуын күҙ уңында тотоп, нефть промыслаһы етәксеһе итеп тәғәйенләй.
1975 йылда Хәтмуллинды “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәксеһе итеп үрләтәләр. Ул республикабыҙ һәм Рәсәй нефть сәнәғәтендә алдынғы булып һаналған “Саҡмағошнефть” предприятиеһын төҙөүгә, уны үҫтереүгә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур өлөш индерә. Нефть предприятиеһы ҡара алтын табыу менән бер рәттән, Дүртөйлө ҡалаһының бихисап социаль объекттарын сафҡа индерә, район үҙәге менән ауылдарҙы асфальт юл менән тоташтыра. Флүр Хәким улы башҡарған эшенән йәм, тәм табып, данлы предприятиены өс тиҫтә йыл дауамында етәкләй, етәкселәрҙең ышанысын, коллегаларының ихтирамын яулай. Ошо ваҡыт эсендә Флүр Хәтмуллин тиҫтәләрсә профессиональ белгес әҙерләп, уларҙың остазы була. Бөгөн дә улар төрлө юғары вазифала нефть сәнәғәте юлында хеҙмәтен дауам итә.
Хәтмуллин йәмәғәт өлкәһендә лә күп эш алып бара. Ике тапҡыр район Советы депутаты була, райком бюроһы, “Башнефть” директорҙар советы ағзаһы булып тора. Ике тапҡыр республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. 2005 йылда дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен нефть сәнәғәтенә бағышлаған Флүр Хәким улын хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙаталар.
Флүр Хәтмуллин производствола ла, ғаиләһендә лә уңышлы булды. 1966 йылда шәфҡәт туташы булып эшләгән Саҡмағош һылыуы Ләлә менән ғаилә ҡора. Хәтмуллиндарҙың бәхетле ғаиләһе, бына инде 55 йыл ҡулға-ҡул тотоноп, иңде-иңгә терәп, күптәргә үрнәк булырлыҡ итеп йәшәй, үҙҙәре кеүек эш һөйөүсән, мәрхәмәтле ике баһадир ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Егеттәр икеһе лә атай юлын һайлап, нефть институтын тамамлай, үҙҙәренә тиң йәр менән ҡауышып, үҙаллы матур тормош көтә, атай-әсәйенә алты ейән-ейәнсәр бүләк итеп ҡыуандыралар.
Бәрәкәтле Дүртөйлө ерендә яҡты эҙ, эшһөйәр, ҡунаҡсыл халҡы күңелендә матур иҫтәлектәр ҡалдырған Флүр Хәтмуллиндың күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәтен Хөкүмәтебеҙ юғары баһаланы. Эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә Октябрь революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, күп һанлы миҙалдар, “БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе”, “Тармаҡтың маҡтаулы нефтсеһе” исемдәре, Почет грамоталары, Маҡтау хаттары юғары дәлил булып тора. Исеме “Башнефть”тең Маҡтау таҡтаһына индерелгән. Ул – ҡаланың һәм райондың маҡтаулы гражданы.
Наградаларға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та бер ваҡиғаны иҫкә алып үткем килә. 1991 йылда Хәтмуллинды Ленин ордены менән бүләкләү тураһындағы Указға СССР Президенты М. Горбачев имзаһын ҡуйып өлгөргән булған, тик болғансыҡ йылдар заманында бүләк ҡайҙалыр юғалып, хужаһына тапшырылмай ҡала. Указы бар, ордены юҡ, донъяла шундай хәлдәр ҙә була икән.
Был бәләкәй генә яҙмала Хәтмуллиндың бай биографиялы ғүмерен һыйҙырып бөтөрөп булмаҫтыр. Кеше төпһөҙ ҡойо шикелле бит ул – уның күңел төбөнә төшөп етеп булмай.
Флүр Хәким улы менән танышыуыбыҙҙың тәүге минуттарынан алып әңгәмәбеҙҙең ахырынаса шуны тойомланым – тик бәхетле кеше генә йәшәгән ғүмеренең һәр миҙгеленә балаларса шатланып, ғүмер көҙөн ҡаршылағанда ла шул көйөнсә, яңы яуған ап-аҡ ҡарҙай пак булып ҡала ала.
– Һәр башлаған эшен күңелен биреп атҡара торған кеше ул Хәтмуллин, – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғҙәтулла улы Йосопов. – 90-сы йылдарҙа Саҡмағош районында Киров исемендәге колхоз рәйесе булып эшләү дәүерендә күп тапҡыр осрашырға тура килә ине Флүр Хәким улы менән, сөнки ер ҡатламын быраулау агрегаттары, нефтте һурҙырып ҡыуыу насостары һәм башҡа нефть производствоһы яйланмалары колхоз ерендә урынлашҡанлыҡтан, күп һорауҙар килеп тыуа ине, проблемалар ҙа булмай ҡалманы. Хәтмуллин, юғары кимәлдәге интеллигент, үҙ һүҙендә торған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған етәксе булараҡ иҫемдә ҡалған.
Яҙмамдың геройы һаубуллашҡанда тағы ла бер һөйөнөслө хәбәре менән уртаҡлашты: тыуған яғы – Илеш районындағы Ябалаҡ ауылында “Ихлас” мәсетендә тынғыһыҙ нефтсе-пенсионерҙың башланғысы менән ремонт эштәренә тотонғандар, шуға иртәгә иртүк юлға сығырға йыйына икән. Бына шулай, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡала, район һәм яҡташтарының проблемалары менән янып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, үткәндәр менән ғорурланып, бөгөнгөһөнән ҡәнәғәт булып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй Флүр Хәким улы.
– Мин үҙем һайлап алған яҙмышыма, күп йылдар дауамында бергә эшләгән коллегаларыма – намыҫлы, ғәҙел кешеләргә сикһеҙ рәхмәтлемен. Шулай уҡ тоғро тормош иптәшем, ышаныслы тылым – Ләлә Мөхәммәтшәриф ҡыҙына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәремде әйткем килә, – тип һүҙҙе йомғаҡланы Флүр Хәким улы.
Хөрмәтле ветеранды яҡынлашып килгән юбилейы – 80 йәш тулыу уңайы менән ысын күңелдән тәбрикләп, иҫәнлек-һаулыҡ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уңыштарына һөйөнөп, һөйөклө тормош иптәше менән бергә, оҙаҡ йылдар шатланып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.