Ысынлап та, географ һөнәрен иҫкә алһалар, тап ошо ғалим иҫемә төшә. География фәне һәм уның асыштары тураһында ул гәзит-журналдарҙа йыш сығыш яһағанғамы, география һәм геология темаларына ауыл һәм ҡалаларҙа лекциялар уҡығанғамы, фәнни хеҙмәттәрен яҙғанда тәбиғәт объекттарын, мәҙәни ҡомартҡыларҙы тәрән өйрәнеп ижад иткәнгәме... Инбер Мөхәмәт улы ЯПАРОВ – республикабыҙҙың күренекле ғалимдарының береһе, география фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты, 40 йыллыҡ ғилми эшмәкәрлеге осоронда уның етәкселегендә байтаҡ кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
– Инбер Мөхәмәт улы, һеҙ – Башҡортостанда билдәле ғалим, шулай ҙа үҙегеҙ менән тағы ла яҡынданыраҡ таныштырығыҙ әле ...
– Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫтем. 1965 йылда тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педучилищеһына уҡырға индем. Шулай итеп, тәүге һөнәрем – башланғыс кластар уҡытыусыһы, әммә мәктәптә башланғыс кластар менән шөғөлләнергә насип булманы, сөнки училищены тамамлаған йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының география факультеты студенты булып киттем.
1974 йылда уны тамамлағас, мине Салауат районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ҡарамағына ебәрҙеләр. Элек бит юғары уҡыу йортон тамамлағандарға эшкә йүнәлтмә бирәләр ине. Тәүҙә Баймаҡ районының Иҙрис ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләргә лә уйлағайнылар. Ҡаршы төштөм: “Өс йылдан һуң, “отработка” бөткәс, барыбер тыуған яғыма ҡайтам, өс йыл ваҡытымды әрәм иткем килмәй, әле үк барып унда эшкә өйрәнә торһам, яҡшыраҡ булмаймы ни?!” – тип бәхәсләштем ул саҡтағы мәғариф министры урынбаҫары Ғөбәйҙуллин менән. Шунан уларға ризалашырға тура килде.
– Атай-әсәйегеҙ ҙә тыуған яҡҡа ҡайтырға өгөтләгәндер, моғайын...
– Юҡ. Атайым мин педучилищеға уҡырға ингән йылда вафат булды: 7 августа мине училище студенты итеп теркәнеләр, ул ошо көндә үк дауаханала яҡты донъя менән хушлашты, минең студент икәнемде белмәй ҙә ҡалды мәрхүмкәй. Әлкә ауылында директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын йөкмәттеләр, унда йыл ярым эшләгәндән һуң республиканың Мәғариф министрлығы күрһәтмәһе буйынса Мәсәғүт педагогия училищеһына эшкә ебәрҙеләр. 1979 йылға хәтлем шунда эшләнем. Бынан бер йыл алдараҡ Түбәнге Новгород (ул саҡта – Горький) ҡалаһына педучилище директорҙары әҙерләгән өс айлыҡ курсҡа ебәргәйнеләр.
Уны тамамлап ҡайтыуға беҙҙең училище директорының пенсияға сығыу ваҡыты ла еткәйне. Тик, йәнә килеп, был вазифала эшләргә насип булманы – Воронеж ҡалаһындағы аспирантураға индем. 1982 йылда уны тамамлап ҡайтҡандан алып эш урыным – Башҡорт дәүләт университетының география факультетында.
– Ни өсөн һеҙ географ һөнәрен һайларға ҡарар иттегеҙ? Миңә, мәҫәлән, был фән бала саҡтан күңелемә яҡын. Филолог булмаһам, географ булып китер инем, моғайын. Башҡортостандың, илебеҙҙең һәм башҡа дәүләттәрҙең физик, административ бүленеш һәм башҡа карталары миндә һәр саҡ булды. Әле лә донъя картаһын яттан һыҙып күрһәтә алам. Һеҙҙә лә шуға оҡшаш ҡыҙыҡһыныу булғандыр, бәлки?
– Һорауығыҙға үҙегеҙ үк яртылаш яуап бирҙегеҙ ҙә инде. Беренсенән, мин бит ауыл малайы. Ә ауыл кешеләренең барыһын да тәбиғәт балалары тип атарға була. Ауыл балаһы ҡаланыҡынан ниндәй яғы менән айырыла? Тәбиғәт ҡосағында үҫкәс, улар тирә-яҡта барған һәр төрлө үҙгәреште теләһәләр ҙә, теләмәһәләр ҙә күрә. Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе бөтә организм менән һиҙәбеҙ, тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Күп нәмәләрҙе түҙемһеҙлек менән көтә инек. Мәҫәлән, яҙ ҡарҙың иреп бөткәнен. “Ҡасан сана шыуыу ваҡыты етә инде?!” тип тә көтөп йөрөй торғайныҡ. Йәки ҡыш ҡайһы бер урынды көрт баҫып китә, унда рәхәтләнеп уйнарға була. Бәғзе бер көрттөң өҫтөнән йөрөргә мөмкин, ә ҡайһы береһенә баҫыу менән билгә хәтлем төшөп китәһең. Уларының айырмаһын белергә лә өйрәнә ауыл балаһы. Ҡуян йәки төлкө үткән урындарҙы эҙләйбеҙ, ҡайһы йәнлектең эҙе икән, тип бәхәсләшәбеҙ.
Тәбиғәт үҙенән-үҙе беҙҙең аңға һеңдерә барған күренештәрҙе нисек күрмәй үтеп китәһең, һиҙмәй йәшәйһең инде... Ҡоштар һайрағанда уның ҡайһы ҡоштоҡо икәнен белергә, уларҙы күрергә тырыша торғайным. Тик быныһы анһат түгел. Һайыҫҡан менән ҡарға ағас башында оялай, күреп ҡалыуы ҡыйын түгел, ә бына матур итеп һайраған бәләкәй ҡоштарҙың оялары ҡайҙа – шәйләрлек тә форсат юҡ. Урман аша үткәндә ҡыуаҡтан берәй ҡош осоп сыҡһа, әкрен генә яҡын барып ҡарай торғайным – ояһы шунда түгелме икән... Күп осраҡта таба ла торғайным. Тик артыҡ яҡын бармайым, сөнки йомортҡаларына ҡул менән ҡағылғанда ҡоштоң бында ҡабат ҡайтмаҫын беләм бит инде, шуға күрә оя эргәһенә билдә һалып китәм дә ике-өс көн һайын тағы килгеләп китәм – бала сығарҙымы икән, ҡошсоҡтары осамы...
Йондоҙҙар менән дә ҡыҙыҡһына инем бала саҡта. Тик астрономияны бында университетҡа килгәс кенә өйрәнеү форсаты сыҡты, сөнки уны мәктәптең өлкән кластарында ғына үтәләр бит, ә мин һигеҙҙән һуң педучилищеға киттем. Университетта был фәнде лә яраттым. 1968 йылда Мехиколағы олимпиадала, хәтерләйһегеҙҙер, атыу ярышында Ринат Сөләймәнов призер булғайны. Уның атаһы Вафа Соломон улы беҙҙе студент саҡта астрономиянан уҡытты. Мәғлүм булыуынса, Өфөләге телеүҙәк артында кирбес башня бар. Шул беҙгә астрономия станцияһы булып хеҙмәт итте. Үткән быуаттың 70-се йылдары башында был башняла Ер юлдаштарын күҙәтеү пункты эшләй ине. Уҡытыусы беҙҙе сиратлап үҙенең эргәһенә дежурлыҡҡа алып бара һәм йондоҙҙарҙы күҙәтергә өйрәтә. Һөҙөмтәлә беҙҙә лә астрономия менән ҡыҙыҡһыныу уянды.
Әйткәндәй, минең был ҡыҙыҡһыныу ейәнсәремә лә күсте, уға төрлө телескоптар алып бирҙем. Хәҙер: “Ҡартатай, әйҙә, йондоҙҙарҙы ҡарайыҡ”, – ти. Яңыраҡ бер комета үтеп китте, күп кеше уны күрмәне лә, ә ейәнсәрем смартфонында уның ҡасан һәм ҡайҙа үтеүен белгән дә, бергәләп ошо кометаны ҡараныҡ. Иҫ киткес матур күренеш. Ейәнсәрем әле авиация университетының бишенсе курсында уҡый. Уның да күк есемдәре менән шулай ҡыҙыҡһыныуына бик шатмын.
Бала саҡта атайым карталар ҙа алып ҡайта торғайны. СССР-ҙыҡын, Башҡортостандыҡын, башҡа төрлө масштабтағы карталарҙы. Шунан өлкәләрҙе, ҡала һәм райондарҙы эҙләп табыуҙа ярыша торғайныҡ. “Сибай ҡалаһы ҡайҙа, мин күрәм, ә һин?” – тим ҡустыма. Ул тиҙ генә таба алмай аптырай. Ә мин һанай башлайым: бер, ике, өс... Шул арала тапһа, ул миңә “задание” бирә. Шул арҡала беҙ картаны яттан белергә өйрәндек.
Тәбиғәтте күҙәтергә яратыу, карталар менән мауығыу мине географияға алып килгәндер ҙә инде.
– География фәненең һәм, ғөмүмән, фән өлкәһенең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Хәҙерге ҡатмарлы заманда уға еңелдән тура килмәйҙер, кадрҙар менән тәьмин итеү, йәштәрҙе ғилми эшкә ылыҡтырыу тейешле һөҙөмтә бирәме?
– Башҡа фәндәр буйынса баһа бирергә хаҡлымын тип уйламайым, ә бына үҙемдеке буйынса шуларҙы әйтер инем. Хәҙерге осорҙа барлыҡ уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмегәндән-кәмей бара. Беҙҙә лә кәмей, тик беҙ быны алдан күреп, мөмкинлектәрҙе киңәйтергә тырыштыҡ: элек география ғына булһа, хәҙер геология, гидрометеорология, картография, информатика, туризм йүнәлештәре лә булдырылды. Һөҙөмтәлә бюджет урындары ныҡ кәмемәне һәм уҡытыусылар контингентын да һаҡлап ҡала алдыҡ. Кадрҙарҙы шулай уҡ алдан үҙебеҙ өсөн үҙебеҙ әҙерләү хәстәрлеген күрәбеҙ. Беҙҙең кафедрала, мәҫәлән, барыһы ла – элекке студенттарым.
Фәнгә ынтылыш та һаҡланып ҡалды. Әлеге көндә беҙҙә барыһы ла тип әйтерлек йәштәр, мин генә пенсионер. Беҙҙәге уҡытыу кимәле Рәсәй шарттарына тура килә, тип уйлайым. Хәҙер бакалавриат һәм магистратура тигән йүнәлештәр бар. Ҡайһы бер студенттар бакалавриатты тамамлағас, магистратурала уҡыу өсөн башҡа тарафтарға юллана. Мин үҙем дә уларға шулай кәңәш итәм: бер генә дипломға ышанмағыҙ, тим. Тәүгеһе беҙҙең БДУ-ныҡы булһа, икенсеһен үҙәктәге яҡшыраҡ һәм ҙурыраҡ уҡыу йортонан алырға тырышығыҙ, тип әйтәм. Шулай эшләйҙәр ҙә. Әгәр ҙә студент түбәнерәк курстарҙа уҡ ғилми журналдарҙа мәҡәләләр баҫтырһа, уны магистратураға имтиханһыҙ ҡабул итәсәктәр, шуға күрә быйыл беҙҙең факультеттың һигеҙ бакалавры Мәскәү һәм Санкт-Петербург университеттарына имтиханһыҙ инде. Бер йылда һигеҙ бакалаврҙың шундай һөҙөмтәгә өлгәшеүе – беҙҙең юғары уҡыу йортоноң һәйбәт күрһәткесе ул.
– Һеҙҙең уңышлы ғилми карьерағыҙҙа ышаныслы тыл – ғаиләгеҙ ҙә ҙур роль уйнайҙыр, моғайын. Уның тураһында ла һөйләгеҙ әле.
– Эйе, ҡатыным Зилә Шәүкәт ҡыҙы менән бергә тормош ҡорғаныбыҙға 50 йыл инде. Ул – Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Байтаҡ йылдар ауылда уҡытты, мин Воронежға аспирантураға киткәс, уны ошо уҡ мәктәптә директор итеп тә тәғәйенләнеләр. Өс йыл эсендә мәктәпте алдынғы урынға сығарҙы, балалар менән ҡайҙа ғына экскурсияла булманы ул – Белоруссия, Украина, Грузия... Өфөгә күскәс, 20-се мәктәптә, артабан Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында эшләне. Шунан уны ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына саҡырҙылар, ике йыл самаһы эшләгәс, Мәғариф министрлығына алдылар, унда пенсияға сыҡҡас та тағы биш йыл, йәғни 60 йәше тулғансы, эшләргә насип булды уға, сөнки ебәргеләре килмәй ине. “Әсәйем ауырый, уны тәрбиәләргә кәрәк”, – тигәс кенә министрлыҡ етәкселеге теләр-теләмәҫ ризалашты.
Оло ҡыҙыбыҙ Гүзәл Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ институтында бүлек мөдире булып эшләй, кесеһе Айгөл – Республика милли китапханаһында матбуғат хеҙмәте етәксеһе. Ейәнсәребеҙ Айһылыу Өфө авиация техник университетының һуңғы курсында уҡып йөрөй. Буласаҡ һөнәре бик ҡатмарлы, яңы технологияларҙы үҙләштереүгә бәйле. Нигеҙҙә, егеттәр уҡый икән, улар араһында Айһылыуыбыҙ менән бергә бер нисә генә ҡыҙыҡай бар. Ул музыка мәктәбен отличноға тамамланы, Туапсеға, Анапаға барып, конкурстарҙа призлы урындар яулап ҡайтты. Үҙе лә, әсәһе лә матур йырлай.
Ике ҡыҙыбыҙ ҙа, ейәнсәребеҙ ҙә инглиз телендә оҫта һөйләшә, шул уҡ ваҡытта башҡорт телен дә онотмайҙар, беҙ өйҙә һәр ваҡыт башҡортса ғына аралашабыҙ. Урыҫ мәктәптәрендәге башҡорт кластары араһында олимпиадалар йыш уҙғарыла торғайны, беҙҙең ҡыҙҙар унда даими ҡатнашып һәм алдынғы урындарҙы яулап килде. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа, әсәләре кеүек үк, мәғариф отличнигы.