Йәмғиәт
12 Март 2021, 05:31

Бер нимәгә ҡарамай үҫеш бар

Һуңғы аҙналарҙың матур йолаһы буйынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙе статистика мәғлүмәттәре менән таныштырыуҙан башлай. Пандемияға ҡарамай, беҙҙең ҡайһы бер күрһәткестәребеҙ үҫкән.

Һуңғы аҙналарҙың матур йолаһы буйынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙе статистика мәғлүмәттәре менән таныштырыуҙан башлай. Пандемияға ҡарамай, беҙҙең ҡайһы бер күрһәткестәребеҙ үҫкән.


Шулай итеп, Башҡортостан иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме былтыр 2019 йыл менән сағыштырғанда 100,9 процент тәшкил иткән. “Росстат”тың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда инвестициялар үҫеше 13,6 процент түгел, ә 19 процент булған.


– Барыбыҙҙы ла ҡотлайым. Беҙ йәлеп ителгән инвестициялар күләмен һаҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә пандемияға ҡарамай, әҙерәк үҫтерҙек тә. Һандар күҙ алдығыҙҙа. Инвестициялар – был яңы етештереүҙәр, яңы эш урындары тигән һүҙ, – тине Радий Хәбиров.


Һандар шуны һөйләй: илдә 35 төбәк кенә инвестициялар йәлеп итеү буйынса үҫеш күрһәткән. Башҡортостан Волга буйы федераль округында был йәһәттән өсөнсө урында, ул Түбәнге Новгород менән Мари Иленән генә ҡалыша.


Халыҡ менән осраша башларға ваҡыт


Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Голованова күп фатирлы йорттар советтарының “Управдом” муниципаль форумдарын үткәреү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Быйыл уларҙың эшендә 4,5 меңдән ашыу күп фатирлы йорт вәкилдәре, власть органдары, тор­лаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма һәм идара итеүсе компаниялар, шулай уҡ әүҙем кешеләр ҡатнашҡан.
– Беҙ иң көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштек, тәү сиратта, йылылыҡ өсөн түләү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, ағым­дағы капиталь ремонт үткәреү һәм башҡалар. Бер кем дә ҡыҙыҡ­һынған һорауына яуап ишетмәй китмәне, – тине Ирина Голованова.
Форумдарҙа ҡатнашыусылар дөйөм йорт мөлкәтен тәртиптә тотоу, йорт яны биләмәләрен төҙөк­ләндереү буйынса ла фекер алыш­ҡан. Ҡайһы бер муниципали­теттарҙа күп фатирлы йорт советтарының иң хужалыҡлы рәйесе һәм совет ағзаларын билдәләгәндәр.
– Был муниципаль форумдарҙы үткәреүегеҙ бик яҡшы, улар даими булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Былтырғы йыл ковид сикләүҙәре арҡаһында еңел булманы. Һөҙөмтәлә кешеләр менән осрашманылар, төрлө мәсьәләләр, аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килде. Беҙ халыҡ менән арала­шыуҙы туҡтаттыҡ тип әйтһәң дә була. Диалогты кире көйләргә кәрәк. Ә “Управдом” – кешеләр менән урындағы кимәлдә аралашыу өсөн бик яҡшы форма, ул тиҙ арала көнүҙәк һәм ауыр мәсьә­ләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бирә.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға ҡала һәм райондарҙа “Управдом” форумдарын үткәреү тәртибен раҫларға, урындарҙа граждандарҙы ҡабул итеү практикаһын анализларға, ә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына – күп фатирлы йорттар советтарына ревизия үткәрергә ҡушты.


БДИ нисек тапшырылыр?


Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы нисек тапшырылыр? Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
– 2020 йылда Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары технологик проблемаларһыҙ үтте. Һөҙөмтәләр алдағы йыл менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды. Алты предмет – рус теле, физика, география, әҙәбиәт, инглиз теле һәм немец теле буйынса уртаса балдың артыуы күҙәтелде. Ә математика, география, информатика, физика, биология, химия, инглиз һәм немец телдәре буйынса уртаса балдар Рәсәйҙекенән юғарыраҡ ине, – тине Айбулат Хажин.
Быйылғы яңылыҡтарға килгән­дә, 11-се класты тамамлағандар өсөн имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыу ғәмәлдән сыға­рылды. Берҙәм дәүләт имтихандары тик вуздарға уҡырға инергә теләгәндәр өсөн буласаҡ. Улар 31 майҙан 2 июлгә тиклемге ваҡыт арауығында ойоштороласаҡ. База кимәлендәге математиканан БДИ быйыл булмаясаҡ.
Юғары уҡыу йортона уҡырға барырға йыйынмаған мәктәпте тамамлаған уҡыусы дөйөм белем тураһындағы аттестат алған саҡта ике предмет буйынса ғына сыға­рылыш имтиханы тапшырасаҡ. Улар – математика менән рус теле.
Бынан тыш, йомғаҡлау иншаһы, изложение үткәреү ваҡыты 2 де­кабрҙән 15 апрелгә күсерелә. Өҫтәмә рәүештә тағы 2021 йылдың майында бер көн буласаҡ.
Быйылғы тағы бер яңылыҡ – информатиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған 11-се класс уҡыусыһы һынауҙы компьютерҙа үтәсәк. Быға тиклем был фән буйынса имтихан ҡағыҙҙа алына ине.
Радий Хәбиров дүртенсе си­ректә шәмбеләрҙе сығарылыш класс уҡыусылары өсөн уҡыу көнө итергә тигән тәҡдим белдерҙе. Был коронавирус арҡаһында тороп ҡалған уҡыуҙы ҡыуып етеү һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына ентеклерәк әҙерләнеү өсөн кәрәк тигән фекерҙә ул. Был ҡарар ҡабул ителһә лә, ул ваҡытлыса буласаҡ, ни бары ковид осорона.


Оҙағыраҡ йәшәй башлайыҡ!


Быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы иғлан ителде. Был йәһәттән төбәк етәксеһе төп маҡсат тип үлем осраҡтарын кәметеүҙе атағайны. Кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быға ҡағылышлы проект тәҡдим итте. Ул диспансерлаштырыуға нигеҙләнә, ваҡытында профилактика үткәреү һәм хәлде анализлау мөмкинлеген бирәсәк.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда былтыр үлемдең дөйөм коэффициенты 23,1 процентҡа, үлгәндәр һаны 10729 кешегә йәки 21,8 процентҡа үҫкән. Дөйөм күрһәткес буйынса республика илдә – 39-сы һәм Волга буйы федераль округында дүр­тенсе урында.
– Беҙ алдыбыҙға бик ҙур маҡсат ҡуябыҙ – 2030 йылға “80+ илдәре клубы”на инеү. Әлеге ваҡытта дәүләт халыҡты үҙ һаулығына мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ бу­лырға саҡыра. Тик артабан – һәр кемдең эше. Алтын ҡағиҙә бар: һаулығыбыҙҙың 50 проценты үҙебеҙҙән тора, 20 проценты – медицинанан, 30 проценты – генетика һәм башҡа сәбәптәрҙән. Шуға күрә оҙон һәм сәләмәт йәшәү башлыса үҙебеҙгә бәйле, – тине Максим Забелин.
Дөйөм алғанда, планда 100 сара тора. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар үлемен кәметеү буйына айырым план әҙерләгән, ул 31 мартҡа тиклем килешеү этабын үтә. Быйыл 939058 кеше өсөн диспансерлаштырыу үткәреү күҙал­лана. Ковид менән сирләгән бөтә кешеләр ҙә диспансер күҙәтеүе аҫтына алынасаҡ.
Медицина тикшереүҙәрен 83 дауахана һәм поликлиника үткәрәсәк. Ауылда йәшәгәндәр өсөн 19 ап­релдән алып “һаулыҡ автопоездары” йөрөй башлаясаҡ. Был эшкә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар ҡушыласаҡ, күсмә флюорографтар һәм маммографтар индереләсәк.


Мәҙәниәт ни хәлдә?


Хөкүмәттә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә ҡайһы бер сығыштар башҡорт телендә үтә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла туған телендә доклад уҡып, 2020 йылда “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тор­мошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостан был проектта 2017 йылдан алып ҡатнаша, ул өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театр – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”. Проект ауыл халҡының мәҙәни сараларҙа ҡат­нашыуын, мәҙәни ҡиммәттәргә ныҡлап иғтибарын йәлеп итеүгә уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.
– “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше буйынса дүрт йыл эсендә республика программаһы барлыҡ муниципаль райондарҙы үҙ эсенә алды. 77 мәҙәниәт йортонда матди-техник база нығы­тылды. Был осорҙа дөйөм финанслау күләме 226,1 миллион һумдан ашты, шул иҫәптән федераль бюджеттан 187,6 миллион һум аҡса бүленде, – тине министр.
Аҡса мәҙәниәт учреждение­ларының матди-техник базаһын нығытыуға һәм ремонт эшләүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ һигеҙ районға – Балаҡатай, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат һәм Яңауыл райондарына автотранспорт һатып алынған.
Әминә Шафиҡова белдереүен­сә, Ҡурсаҡ театры һәм уларҙың эшмәкәрлегенә финанс ярҙам итеүгә иҫәпләнгән “Театр – бала­ларға” һәм “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” йүнәлеше сиктәрендә 2017 йылдан 2020 йылға тиклем дөйөм финанслау 214 миллион һум тәшкил иткән. Был проекттар балалар һәм ҡурсаҡ театрҙары, шулай уҡ 300 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар театр­ҙары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә иҫәпләнгән. Ошо йылдар эсендә һигеҙ театрға, шул иҫәптән өс балалар театрына ярҙам күрһәтелгән.
2021 йылда проектты тормошҡа ашырыуға 44,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 39,16 миллион һум. Республика йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә.
Быйыл 12 спектакль, шул иҫәп­тән алты спектакль ҡуйыу, һигеҙ театрҙың матди базаһын нығытыу, дүрт автобус һатып алыу күҙал­лана. Шулай уҡ йыл һайын партия проекты сиктәрендә булдырылған иң яҡшы спектаклдәр Өфөлә театр декадаһында күрһәтелә.

Читайте нас