Йәмғиәт
12 Март 2021, 06:25

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тиһәк тә...

Һикһәненсе йылдарҙың уртаһында беҙ, бер төркөм совет журналистары, Венгриялағы Балатон күле ярында урынлашҡан халыҡ-ара лагерҙа ял иткәйнек. Күршелә генә Болгариянан, Чехословакиянан, Польша һәм Германия Демократик Республикаһынан, башҡа илдәрҙән килгән коллегаларыбыҙ йәшәй. Улар иртүк һыу инергә, ҡыҙынырға, экскурсия-маҙарға сығып китә.

Һикһәненсе йылдарҙың уртаһында беҙ, бер төркөм совет журналистары, Венгриялағы Балатон күле ярында урынлашҡан халыҡ-ара лагерҙа ял иткәйнек. Күршелә генә Болгариянан, Чехословакиянан, Польша һәм Германия Демократик Республикаһынан, башҡа илдәрҙән килгән коллегаларыбыҙ йәшәй. Улар иртүк һыу инергә, ҡыҙынырға, экскурсия-маҙарға сығып китә.


Ә беҙҙе көн һайын иртәнге сәйҙән һуң төркөм етәксеһе Хоҙай­назаров инструктажға йыйып ала. Бының һис кәрәкмәгәнлеге һәр кемгә мәғлүм булһа ла, оперативкалар мотлаҡ ҡабатлана.


Ялыбыҙҙы шулай үткәреүебеҙҙе хәҙер инде мәҙәк итеп кенә хәтергә алырға мөмкин. Беҙ бит – съездар, конференциялар, йыйылыштар илендә тыуып үҫкән быуын. Хәйер, Рәсәйҙә йәшәгән күп халыҡтарҙа күмәкләп йыйылышып һөйләшеү тра­дицияһы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Тарихтан беҙ борон­ғо Новгородта — вече, Запорожье казактарында — круг, дағстандарҙа годекандағы һөйләшеү булған­лығын беләбеҙ. Рустарҙа сход тигән йыйын ауыл ерҙәрендә әле лә ҡулланыла. Ефим Немтушкин атлы рус яҙыусыһының чукчалар тураһында яҙған “Алитет уходит в горы” тигән китабында ошо халыҡ телендә “съезд” тигән төшөнсәнең булмауы һәм, заруры килеп тыуғас, уны “ҙур лығырҙашыу байрамы” тип тәржемә итеүҙәре хаҡында әйтелә.


Әлбиттә, оло мәсьәләләрҙе уртаға һалып кәңәшләшеп алыу гонаһ түгел. Боронғолар ҙа “кәңәшле эш тарҡалмаҫ” тигән. Ил башлыҡтары, ниндәй генә зирәк булмаһын, халыҡтан да аҡыллыраҡ була алмай. Шул уҡ ваҡытта, ҡабатлап әйтәм, ҙур йыйындар ил һәм халыҡ яҙмышы хәл ителгән осраҡтарҙа ғына ойошторолған.


Дәүләт эсендәге ғәмәли тормошта хәҙер нисегерәк һуң?

Ҡәҙимге эш аҙнаһы башлана, ғәҙәти эш көнө. Һәр иртә радио баш ҡалала йә республиканың бү­тән тарафтарында үтәсәк эреле-ваҡлы саралар тураһында хәбәр итә. Иманым камил: бындай сара­ларҙың хәбәр ителмәгәне әллә нисә тапҡырға күберәк. Тимәк, мең­дәрсә ағай-эне, көн тәртибендәге мәсьәләне тикшереүҙә ҡатнашамы-юҡмы, залдарҙа ултырасаҡ, ниҙер яҙасаҡ йә йоҡомһорап ял итәсәк. Мин әле һәр сараны үткәреүҙе сәбәп итеп, ығы-зығы килгән тиҫтәләрсә кешене был иҫәпкә индермәйем. Шулай ҙа тегеләр ҙә, былар ҙа төп эшенән айырылды, бәлки, ул чиновник бер йомошто йомошлау өсөн алыҫтан килгән кемгәлер кәрәк булғандыр.


Аҙна башы, дүшәмбе көн беҙҙә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде ул. Был көн “кемдәлер йомошомдо йомошлармын йә телефон аша булһа ла кәңәшләшермен” тип өмөтләнеү — буш хыял. Иртүк оперативка йә планерка тип аталған традицион йыйылыштар башлана. Ярай ҙа уларҙа түрәләр генә ҡатнашһа, быға инде күнегеп бөткәнбеҙ. Күптән түгел мин, планерка үткәнен көтөп, йорттар идараһының ишек төбөндә сәғәт ярым торҙом.


Ойошмаларҙа эште аныҡлап алыу яҙыҡ түгелдер, әммә оперативка тип аталған кәңәшмәләр бер көн эсендә бер нисә кимәлдә үтһә, йәки “пятиминутка” тигәндәре ике сәғәт дауам итһә — бәлә. Ғөмүмән, чиновниктарҙың эш ваҡыты, күп йәһәттән, тау-тау ҡағыҙ яҙып йә кәңәшмәләрҙә үтә. Был хәл чинов­никтарҙың үҙҙәре тарафынан да, етәкселәрҙә лә тәбиғи ҡабул ителә. Съезд, ассамблея, конференция, симпозиум, ҡоролтай, йыйылыш, ултырыш, кәңәшмә, түңәрәк өҫтәл, оперативка, планерка, пятиминутка... Күп һүҙҙәрҙе рус телендә килтереүем өсөн уҡыусы ғәфү итһен, улар башҡорт теле һүҙле­гендә юҡ. Хәҙер инде селектор аша кәңәшмәләр, коллегия ултырыштары, семинар-кәңәшмәләр, видеоконференциялар үткәреү модаға инде. Уларҙың исеме, көн тәртибе төрлөсә атала, әммә есеме лә, асылы ла бер. Рустар уны, тупаҫыраҡ итеп, тусовка тип атай. Уйлай китһәң, күпме халыҡ шул тирәлә ураңғылай, сараларға улар бит үҙ иҫәбенә, үҙ автомашинаһына ултырып килмәй. Шул матди һәм әхлаҡи сығымдарҙы һанаған, вазифалы кешеләрҙең йыйындарҙа йөрөүе сәбәпле ябай халыҡ күргән зыян тураһында уйланған кеше бармы икән? Ғөмүмән, һәр сараны ойошторор алдынан уның зарур­лығын һәм фәтүәһен етди нигеҙләү булырға тейештер. Унда кемдәр саҡырыла, был мәсьәләне тикше­реү улар даирәһендәме? Шундай ябай ғына фекерҙәр башҡа килергә тейештер бит! Һәр хәлдә, конференция, семи­нарҙар саралар планына билдә ҡуйыу өсөн генә үткәрелмәһә...


Икенсе яҡтан ҡарағанда, ошо ҡоласлы сараларҙа ҡабул иткән ҡарарҙың йәки әйтелгән тәҡдим­дәрҙең үтәлешен кем тикшерә? Вәғәҙәләр шунда уҡ онотолмаймы? Француз яҙыусыһы Аюк де Вовенарт: “Беҙ кәңәштәр менән генә ярҙам иткән кешеләрҙең тормошо хаҡында бигүк хәсрәтләнеп бармайбыҙ”, – тигән бит.


Юғарыла әйтелгән фекерҙәргә ҡағылышлы бер нисә күҙәтеү менән уртаҡлашайым әле. Сираттағы конференциямы, кәңәшмәме, президиум өҫтәле янында, ғәҙәттәгесә, – түрәләр. Ҡуйылған мәсьәләне тикшереүҙе ойошторған етәксе йә белгес үҙе генә булһа, аңлашылыр ине, ләкин беҙҙә президиум — ҡунаҡтар урыны. Мәсьәләнең асылына төшөнәме-юҡмы, бында ултырыуҙан файҙа бармы-юҡмы, иллә-мәгәр президиумда, залға текәлеп, байтаҡ түрә-ҡара ултыра. Миңә, мәҫәлән, улар ҡыҙғаныс. Шул уҡ ваҡытта вазифалы кешеләрҙең түләүле ваҡытты шул рәүешле сарыф итеүе лә ҡыҙғаныс. Традиция, әлбиттә, хөрмәткә лайыҡлылыр, әммә хәҙерге тормош рационаллек, маҡсатлылыҡ принциптарында ойошторола бит.


...Мин 1973 йылдың ғинуарында республикаға СССР Министрҙар Советы Рәйесе Алексей Николаевич Косыгиндың килеүен хәтер­ләйем. Был ғәжәп ябай кеше артынан ул саҡ Башҡортостандың юғары ике етәксеһе генә йөрөнө. Бер ниндәй ҙә ығы-зығы, шау-шыу юҡ, фәҡәт эш тураһында ғына һөйләшеү, танышыу, мәсьәләләрҙе урында хәл итеү. В. И. Лениндың Совнарком ултырыштарын 15 минутта үткәреүе, доклад өсөн 3-5 минут ваҡыт биреүе тураһында иҫтәлектәр бар. Эшлеклелекте һәм ябайлыҡты һүҙ бутҡаһы һис ҡасан алмаштыра алмаясаҡ. Халыҡ “күп һүҙ – буш һүҙ” тигән һәм “күп һүҙ – китапҡа яҡшы” тип тә өҫтәгән.


Әлбиттә, китаптың да төрлөһө була, ләкин халыҡ тормошо, дәүләт эше бихисап томдарға ла һыйып бөтөрлөк түгел. Йылъяҙмабыҙҙы аныҡ, халыҡ тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән эштәр менән яҙа­быҙмы, әллә ҡоро һүҙ, буш вәғә­ҙәләр менән тултырабыҙмы — һәр беребеҙҙең яуаплылығына, сама белеүебеҙгә бәйләнгән. “Буш башты юғары тотоуы еңел”, тиҙәр. Беҙ ҙә ҡорғаҡһыған мискәләр дөңгөр­әтеп йәшәмәһәк ине.


Фото: mkchita.ru



Читайте нас