Йәмғиәт
12 Март 2021, 14:45

"Кешеләрҙе тыңларға һәм ишетергә өйрәнергә ваҡыт"

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Управдом” республика форумы үтә.

Бөгөн Өфөлә “Управдом” республика форумы үтә. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы үҫеше тенденциялары тураһында һөйләне һәм форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Аҙаҡ Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәрҙә фекере менән уртаҡлашты.
“Бөгөн “Управдом” республика форумында беҙҙең күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ әүҙемселәре менән фекер алыштым. Осрашыу еңел булмаһа ла, файҙалы үтте. Ни өсөн тигәндә, залда беҙҙең идара итеүсе команданың эшен хуплағандар ғына түгел ине. Ауыр, үткер һорауҙар биргәндәр ҙә булды. Тик уларҙың бөтәһен дә бер нәмә берләштерә – кешеләрҙең аныҡ йортта, аныҡ биләмәлә көн итеүен яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итеү.
Красногорск башлығы булған ваҡыттан алып күп фатирлы йорттар советтарының бик һөҙөмтәле эшләгән йәмәғәт институттары икәнлегенә ныҡлы ышанам. Уларҙың башында бик яуаплы кешеләр тора, улар менән кәңәшләшергә, уларҙы ишетә белергә һәм ваҡытында мөрәжәғәттәренә яуап бирергә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән ваҡытта беҙ аралашыуҙы кәметтек. Тик был ваҡыт яйлап бөтә. Һәм мин муниципалитет башлыҡтарына тиҙерәк йорт идаралыҡтары менән йәнле аралашыу эшенә тотонорға ҡуштым. Бындай осрашыуҙар муниципаль кимәлдә кәмендә кварталына бер тапҡыр үтәсәк. Башлыҡтар беҙҙең позицияны, ниндәй подъезд һәм ихатаны ремонтларға йыйынғанды аңлатһын, инженер селтәрҙәренең ышаныслылығын арттырыу өсөн нимә эшләргә йыйынғанды һөйләһен. Тик иң мөһиме – улар кешеләрҙе тыңларға һәм ишетергә өйрәнергә тейеш”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Читайте нас