Йәмғиәт
12 Март 2021, 05:42

Ғүмер буйы – халыҡ араһында

Гәзит һәр саҡ уҡыусылары, матбуғат дуҫтары менән көслө булды.

Республикабыҙға исем биргән, үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән “Башҡортостан” гәзитен милләттең, халыҡтың, быуаттың йылъяҙмаһы тип атарға мөмкин. Тормошта ниндәй генә ваҡиғалар, үҙгәрештәр булыуына ҡарамаҫтан, баҫма һәр саҡ заман һулышын тойоп, республика менән бергә атлай. Матбуғат баҫмаһы өр-яңы тарих биттәре менән тулылана, көндәлек көйөнөс-һөйөнөстәребеҙ, көнүҙәк мәсьәләләребеҙ унда көҙгөләгеләй сағыла.


Гәзит һәр саҡ уҡыусылары, мат­буғат дуҫтары менән көслө булды. Бөгөн һеҙҙе шуларҙың береһе – Ишембай районы почтамтының матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инера Сәхи ҡыҙы Төхфә­тул­лина менән таныштырабыҙ. Ул – матбуғат таратыуҙа халыҡ менән яҡындан аралашып, уртаҡ тел табып эшләй белгән белгестәрҙең бе­реһе. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, 14 йыл дауамында яратҡан хеҙмәтен дауам итә.
Һуңғы йыл­дарҙа илдә гәзит-журналдарға яҙылыуҙың һүлпәнлә­неүе сер тү­гел, сәбәптәре бихисап. Һанай китһәң, ҡулыңдағы бармаҡ­тарың да етмәҫ: интернет селтәре­нең кеше тормошонда торған һайын ҙурыраҡ урын яулауы, аҡсаһыҙлыҡ, ҡиммәттәрҙең үҙгәре­үе, эшһеҙлек... Аҡланам тиһәң, сәбәптәр етерлек. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа тап Инера Сәхи ҡыҙы кеүек тын­ғы­һыҙ, ныҡышмал етәкселәрҙең эште ойоштороу оҫталығы арҡа­һында ҙур көс һәм күңел йылыһы һалып баҫылған гәзит-журналдар йорттарға барып етә, рухи аҙыҡты алдырыусылар һаны йылдар дауамында кәмемәй.
– Халыҡты ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылырға дәртлән­дереү өсөн, уларҙы баҫмалар менән таныштырыуҙан башлайым. Ата-әсәләр менән һөйләшкәндә сағыу тышлы, мауыҡтырғыс йөкмәткеле “Аҡбуҙат”ты ҡулға алам, биттәрен асҡылап күрһәтеп, “балағыҙҙы шундай матур баҫманан мәхрүм итмәгеҙ, бәләкәйҙән белемле, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеүен теләһәгеҙ, мотлаҡ өйөгөҙгә ал­дырығыҙ” тип кәңәш итәм, – ти Инера Сәхи ҡыҙы. – Уҡыуға, әҙәбиәткә ынтылыш кескәй саҡта һалынһа, өлкәнәйгәс тә кеше гәзит-журналдан айырыл­маясаҡ, үҙ телендә күберәк уҡырға теләйәсәк. Был алтын ваҡытты ата-әсә күҙ уңынан ысҡындыр­маһын ине. Милли баҫмалар – тәрбиә ҡоралы ла. Ҡайһы берәүҙәр, интернет сел­тәренә һылтанып, баҫмалар алдырмауын аҡларға тырыша. Эйе, унда мәғлүмәт күп, тик матбуғат баҫмаларындағы ке­үек ҡаҙандай ҡайнаған тормоштоң төрлө яҡлы һыҙаттарын, хис-той­ғоға, һүрәт­ләүҙәргә бай әҫәр­ҙәрҙе, анализға ҡоролған мәҡә­ләләрҙе, замандаш­тарыбыҙ тураһында йылылыҡ менән яҙылған һүрәтләмәләрҙе таба алыу икеле.
Матбуғатҡа яҙылыу осоронда предприятиеларға, ойошмаларға каталогтарҙы тәҡдим итәбеҙ, етәкселәр менән баҫмаларҙы таратыу буйынса кәңәшләшәбеҙ.
Инера Сәхи ҡыҙы әйтеүенсә, был мөһим эш буйынса күрше төбәктәр тәжрибәһен өйрәнеү һис ҡамасауламаҫ ине. Ул, сит төбәк­тәрҙә баҫылып, беҙҙең респуб­ликаға оператив рәүештә килеп еткән төрлө форматтағы һәм күләм­дәге береһенән-береһе сағыуыраҡ баҫмаларҙы күрһәтте. “Конкуренция заманы бит, яҡшы йәшәйем тиһәң, улар кеүек өлгөр ҙә, яҡшы ойоштороусы ла булырға кәрәк”, – ти Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Инера Төхфәтуллина.
Матбуғат таратыу кеүек әһә­миәтле, киң ҡоласлы эште район хакимиәте ярҙамынан башҡа ат­ҡарып булмауы билдәле. Халыҡты гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙы үҙ бурысы итеп иҫәпләгән Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахмановҡа һәм уның уң ҡулы булған хеҙмәт­кәрҙәренә ҙур рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Матбуғат таратыу бүлеге былтырғы эш йомғаҡтары буйынса алдынғы урында, ә ғинуар айы планын арттырып үтәгән. Халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуға, Башҡорт­остан тауышын һәр ғаи­ләгә ишет­тереүгә лайыҡлы өлөш индергән Инера Сәхи ҡыҙының хеҙмәт юлында уңыштар теләйбеҙ!


Ишембай районы.
Читайте нас