Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бөгөн “Управдом” республика форумында ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Унда нимә тураһында һүҙ барҙы?
– Күп фатирлы йорттар советтары – иң һөҙөмтәле эшләгән йәмәғәт институттарының береһе. Уларға яуаплы, компетентлы кешеләр етәкселек итә, улар менән кәңәшләшергә, уларҙы ишетергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Коронавирус менән көрәшкән саҡта беҙ аралашыуҙы кәметтек. Хәҙер был ваҡыт үтә. Барлыҡ хакимиәт башлыҡтары ла тиҙ арала йорт идарасылары менән йәнле аралашыу режимына күсергә тейеш. Муниципаль кимәлдәге осрашыуҙар кварталға бер ойоштороласаҡ.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, коронавирус пандемияһы сәбәпле барлыҡҡа килгән еңел булмаған иҡтисади хәлгә ҡарамай, Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса бер республика программаһы ла туҡтап ҡалманы. 2019-2020 йылдарҙа дүрт мең самаһы подъезд ремонтланды һәм 780 ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. 2021 йылға планда - 140 ихата менән 306 подъезды тәртипкә килтереү. Алдағы йылдарҙа был программаларҙың күләмен ковидҡа тиклемге күрһәткестәргә еткермәкселәр. Йорт идарасыларының бурысы – башҡарылған эштәргә аныҡ йәмәғәт контроле булдырыу.
– Уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән алып барылған бар эштәрҙе беҙ кешеләр менән бергә башҡарырға тырышабыҙ, проекттар буйынса килешеү эҙләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ремонттарҙың торошо күп фатирлы йорт советы рәйесе позицияһынан тора. Ни өсөн тигәндә, контроль булған ерҙә генә эш яҡшы бара.
Башҡортостан Башлығы йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең артыуына бәйле фекерен дә белдерҙе.
– Беҙ шунда уҡ эш төркөмө булдырҙыҡ, "Өфө инженер селтәрҙәре" һәм “БашРТС” менән тиҙ арала бергә эшләнек. Хәлде урынынан ҡуҙғаттыҡ, яңынан иҫәпләүҙәр башланды. Беҙ был ваҡиғанан һабаҡ алырға тейешбеҙ. Артабан да иҫәп, йылылыҡ, автоматлаштырыу системаларын яңыртыу менән шөғөлләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Нигеҙләнмәгән ҙур түләүҙәр алған кешеләр алдында ғәфү үтенәм. Әле беҙҙең алда торған төп бурыс – яңынан иҫәпләү эшен аҙағына тиклем еткереү.
Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашҡандарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Торлаҡтың квадрат метры өсөн хаҡтар мәсьәләһе буйынса ул "йорттар ни тиклем күберәк төҙөлһә, хаҡтар шул ҡәҙәр арзаныраҡ була" тип белдерҙе.
– Беҙ 2030 йылға республиканың бер кешеһенә бер квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы ҡуябыҙ. Тимәк, йылына торлаҡ төҙөлөшө күләме дүрт миллион квадрат метрға тиклем етергә тейеш, – тине ул. – Әле бер ярым тапҡырға әҙерәк төҙөйбөҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡала кешеләре һәм төҙөүселәр ҡыҙыҡһыныуы араһында баланс табыу мөһим. Өфөләге Шота Руставели урамындағы кеүек ғауғалы осраҡтар булмаҫҡа тейеш.
Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа Софья Перовская урамындағы 15-се йортта йәшәгәндәрҙең ялыуына тиҙ арала яуап бирергә ҡушты. Бында ун йылдан ашыу автомобиль туҡталҡаһы төҙөлә һәм яҡын-тирәләге кешеләр өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский йорт советтарының күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт эшләү программаларын тормошҡа ашырыуҙағы өлөшө тураһында һөйләне. Алты йыл эсендә республиканың күп фатирлы 17 мең йортоноң 7192-һендә капиталь ремонт башҡарылған.
"Иң мөһиме - беҙ халыҡтың тәүге ышанмау осорон үтә алдыҡ, ул саҡта түләүҙәр саҡ 50 процентҡа етә ине. 2020 йылға капремонт өсөн 100 процент түләүгә өлгәштек", – тине ул.
Радий Хәбиров республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына төбәк үҙәге менән берлектә күп фатирлы йорттарҙа ысынлап эшләрлек советтар булдырыуҙы көсәйтергә ҡушты.
– Бөгөн Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың 18 процентының үҙ советтары юҡ, – тине ул. – Ә бындай үҙидара органдары беҙгә бик кәрәк. Килеп сыҡҡан проблемалар тиҙ арала хәл ителһен өсөн улар аша халыҡ менән аралашыу булдырырға кәрәк".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.