Мин, Римма Зөфәр ҡыҙы Әхмәтханова, йылға-күлдәргә, урман-ҡырҙарға бай булған Борай районының Борай ауылында донъяға килгәнмен. Бала сағым гүзәл тәбиғәтле ауылым ҡосағында уҙҙы. Туған мәктәбемде тамамлағас, юлдарым Бөрө педагогия институтына килтерҙе. Биш йыл буйына үҙ эштәренең ысын оҫталары булған уҡытыусыларҙан белем алдым.
Хеҙмәт юлымды Борай ауылының “Гүзәл” балалар баҡсаһында башлап ебәрҙем. Мине йылы итеп ҡаршы алған, эшкә өйрәткән хеҙмәттәштәремә ҡарата күңелемдә бары тик рәхмәт хистәре генә һаҡлана. Бөгөнгө көндә лә ошо балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләйем, балаларҙа сәнғәткә һөйөү хистәре тәрбиәләйем. Үҙ хеҙмәтемде тырышып, намыҫ менән башҡарам. Төрлө профессиональ конкурстарҙа ҡатнашам. Хеҙмәттәштәрем менән эш тәжрибәмде бик теләп уртаҡлашам.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.