“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закон – илебеҙҙәге мөһим һәм йыш ҡулланылған ҡанундарҙың береһе. Медицина, бәйләнеш һәм башҡа хеҙмәттәр тураһындағы закондар ҙа тап ошо өлкәләге хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләй.
Сауҙа нөктәһендә тауар һатып алһаҡ йәки ниндәйҙер хеҙмәттән файҙаланһаҡ, беҙ автоматик рәүештә ҡулланыусыға әйләнәбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәнфәғәтебеҙ һатыусылар йәки хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙеке менән тап килә һалмай. Тап ошо сәбәпле, хоҡуҡтарыбыҙҙы белеү зарур. Әйткәндәй, тиҙҙән, 15 мартта, Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы “Башҡортостан” гәзите редакцияһы тура бәйләнеш үткәрҙе. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Киров районы махсуслашҡан филиалы адвокаты Илнур Дамир улы МИРХӘЙҘӘРОВ яуап бирҙе.
“Тормошта һәммәбеҙ ҙә ҡулланыусы, шуға күрә үҙебеҙгә күрһәтелгән хеҙмәттең һәм һатып алған тауарҙарҙың, аҙыҡ-түлектең сифатлы булыуына хоҡуғыбыҙ бар. Әйткәндәй, был беҙҙең, ҡулланыусы булараҡ, иң төп хоҡуҡтарыбыҙҙың береһе, – тип белдерҙе Илнур Дамир улы. – Шуға көндәлек тормошта тауар һатыусылар йәки төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәр тарафынан хоҡуҡтарыбыҙ боҙолмаһын өсөн ҡулланыусылар тураһындағы закондарҙы грамоталы файҙалана белергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, 14 көн эсендә һатып алынған тауарҙы алмаштырыу мөмкинлеге хаҡында оноторға ярамай”.
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһынан Зәлифә исемле ҡатын: “Телефон һатып алып, уның ватыҡ икәнлеген белгәс, сауҙа нөктәһенә кире алып барһаң, “ҡатмарлы тауар” тип алмаштырмайҙар. Ә законға ярашлы, тауарҙың аналогын бирергә тейештәр. Өҫтәүенә, телефонды экспертизаға ебәрһәләр, 45 көндән ашып китә. Был осраҡта нимә эшләргә?” – тип һораны. “Ғөмүмән, ватыҡ телефонды, “Ҡулланыусылар хоҡуҡтары тураһында”ғы Закондың 25-се статьяһына ярашлы, магазинға кире илтергә һәм уның урынына яңыһын биреүҙе йәки аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итергә мөмкин. Ә бының өсөн хоҡуҡтарыңды белергә кәрәк. Юғиһә күп кенә һатыусылар ҡулланыусыларҙың юридик йәһәттән грамотаһыҙлығын файҙаланырға ғына тора. Сифатһыҙ тауарҙы 14 көн эсендә кире ҡайтарырға була. Ә экспертиза ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла һәм тауарҙы алмаштырырға йәки аҡсалата кире ҡайтарырға теләмәйҙәр икән, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк”.
Илнур Дамир улының хәбәр итеүенсә, уның үҙенә әллә күпме тапҡыр ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡларға тура килгән. “Тауар йәки касса чегының документ икәнлеген онотмағыҙ”, – тип кәңәш бирҙе адвокат. “Әгәр тауарҙың хаҡы күрһәтелгән ҡағыҙҙа һәм касса чегында төрлө сумма яҙылһа, нимә эшләргә?” – тигән һорау менән “Башҡортостан” гәзите редакцияһында ойошторолған тура бәйләнешкә Салауат ҡалаһынан З. Зайлалова мөрәжәғәт иткәйне. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр йыш ҡына осрай. Бигерәк тә улар супермаркеттарҙа йыш күҙәтелә.
Һатыусыларға дәғүә белдерһәң, улар йыш ҡына ваҡыттың етмәүенә зарлана, иғтибарһыҙлыҡ сәбәпле, тип аҡлана башлай. Әммә үҙ хатаһын төҙәтергә һәм тауарҙы күрһәтелгән хаҡ менән һатырға ашыҡмайҙар. Хатта ҡайһы берҙәре тауарға чектың булыуын дәлилләй башлай, шуға уны һатып алыуҙы талап итеүе ихтимал. Әммә бындай хәлгә юлыҡһағыҙ, тауар өсөн түләмәһәгеҙ ҙә ярай. Киреһенсә, үҙ хаҡы менән биреүҙәрен талап итегеҙ, – тине Илнур Дамир улы. – Әгәр һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһалар, “Роспотребнадзор”ға ялыу яҙа алаһығыҙ. Ә быға иң беренсе дәлил – тауар хаҡы күрһәтелгән ҡағыҙ. Әммә уны магазиндан сығарырға ярамай, сөнки был хәлде уғрылыҡҡа тиңләүҙәре ихтимал, шуға күрә уның ваҡыты күрһәтелгән фотоһы ла етә. Бынан тыш, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ йәки магазиндағы сит кешеләр ҙә шаһит була ала. Өҫтәүенә, үҙегеҙ тарыған хәл тураһында тәҡдимдәр һәм ялыуҙар кенәгәһенә яҙып ҡалдырығыҙ. Унда магазин етәкселегенән яҙма яуап көтөүегеҙ хаҡында ла әйтегеҙ”.
Ябай кредит картаһы, тимәгеҙ...
“Банкка барһаң, страховкаһыҙ кредит бирә һалмайҙар. Страховканан баш тартһаң, ғәҙәттә, кредит процентын арттыралар. Ғәмәлдә страховканан баш тартып буламы икән? Законға ярашлы, страховканы нисек кире ҡайтарырға?” тигән һорау бирҙе баш ҡаланан Фәйрүзә исемле ханым. “Эйе, ысынлап та, ошондай хәлдәр йыш теркәлә. Финанс ойошмаһы кредитты страховкаһыҙ бирә һалмай. Ә бына уны кире ҡайтарыуға килгәндә, үҙегеҙ ҡул ҡуясаҡ килешеүҙе иғтибарлап уҡығыҙ. Унда страховка аҡсаһын кире ҡайтарыу срогы хаҡында яҙыла. Ғәҙәттә, бының өсөн банктар биш көн ваҡыт бирә”, – тине Илнур Мирхәйҙәров.
Адвокат һатып алынған ҡайһы бер тауарҙарҙы кире ҡайтарып булмау хаҡында ла әйтте. Мәҫәлән, улар иҫәбенә дарыуҙар, ювелир продукцияһы инә.
Ял итеүгә бәйле һорау ҙа бирелде тура бәйләнештә. “Бер йыл элек улым менән бергә Сочи яҡтарында ял итеү өсөн юллама алғайным. Тик бына сәфәргә сығыр алдынан ғына ҡаты ауырып китеп бара алманым. Һөҙөмтәлә 20 мең һум аҡсам елгә осто. Төрлө сәйәхәттәр тәҡдим иткән турист ойошмаһы түләнгән аҡсаны кире ҡайтарманы”, – тип һораны Ф. Фәйезова. “Ауырып киткән көндә үк һеҙгә табипҡа күренергә һәм уның белешмәһе менән турист фирмаһына барырға кәрәк булған. Ошондай хәлдәр йыш осрай һәм, нигеҙҙә, ҡулланыусының дауаханала ятҡанлығы тураһында белешмә хоҡуҡты яҡларға ярҙам итә”.
“Иремә 2020 йылдың 5 июнендә 60 йәш тулды. Ветеринария өлкәһендә 40 йыллыҡ хеҙмәт стажы булғас, пенсия буласаҡ тип ышандырып, документтарҙы йыйҙырттылар... Аҙаҡ, әрмелә хеҙмәт иткән һәм уҡыған йылдарың стажға инмәй, тип әйттеләр”, – тип яҙҙы “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә Рәмзиә Әпсәләмова. “Закон буйынса белем алған йылдар стажға инмәй. Әрмелә хеҙмәт иткән ваҡытты иһә стажға ҡушмай, балл итеп өҫтәгәндәрҙер. Әммә бер суд процесында бер ирҙең әрмелә хеҙмәт иткән ваҡыты стажға индерелгәйне. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, телефон аша шәхсән үҙегеҙ менән был осраҡ хаҡында ентекләберәк белешеп, яуап бирермен”, – тине Илнур Дамир улы.
Йәшәйешебеҙҙе унһыҙ күҙ алдына килтереп булмаған кредит картаһы һәм тарихы хаҡында ла һүҙ булды. “Кредит тарихының һәр кем өсөн мөһим икәнлеген оноторға ярамай. Шуға кредитты түләү графигын ҡәтғи үтәгеҙ. Ни тиһәң дә, хәҙерге тормошта финанс ойошмаларына йәнә мөрәжәғәт итмәйенсә булмай”, – тип үҙ фекерен белдерҙе адвокат. Әйткәндәй, барыбыҙҙа ла тиерлек кредит картаһы бар. Әммә уны юғалтыу осраҡтары йыш теркәлә. Ошондай хәлгә тарыһағыҙ, финанс ойошмаһына шылтыратып, был хаҡта хәбәр итергә һәм картаны блокировкаларға кәрәк. Тағы бер нәмә хаҡында онотмағыҙ: ошо кредит картаһында күрһәтелгән телефон һандарын айырым яҙып ҡуйыу бер ҡасан да ҡамасауламаҫ, сөнки тап мәғлүмәт буйынса картаның юғалыу осрағы хаҡында хәбәр итәләр.
Тура бәйләнештә тотош донъяны тетрәндергән коронавирус инфекцияһы хаҡында ла һүҙ булды. “Пандемия тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһенә йоғонто яһамай ҡалманы. Ул шулай уҡ хоҡуҡ тармағына ла тәьҫир итте. Ошо сәбәпле, әллә күпме закон ҡабул ителде һәм булғандарына үҙгәрештәр индерелде. Шул иҫәптән ҡулланыусылар хоҡуҡтарына бәйле ҡануниәт тә ошондай уҡ үҙгәрештәргә дусар булды”, – тине адвокат Илнур Мирхәйҙәров.
“Ҡулланыусылар хоҡуҡтары тураһында”ғы законды, Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ һәм Гражданлыҡ-процессуаль кодекстары кеүек төп документтарҙың, исмаһам, төп статьялары хаҡында һәр кемдең белеүе зарур, тигән фекерҙә Илнур Дамир улы. “Хоҡуҡтарыңды белеү һәм үҙеңде яҡлау мөһим. Өҫтәүенә, закондарҙы белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай, тигән һүҙҙәрҙе лә һис хәтерҙән сығарырға ярамай”, – ти адвокат Илнур Мирхәйҙәров.
Бына ошондай фәһемле тура бәйләнеш ойошторолдо редакцияла. Ул кемгәлер ярҙам иткәндер, бәғзеләрҙе үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡларға этәргәндер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.