Күмертау ҡалаһына эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров урындағы йүнселдәрҙең эштәре менән танышты.
Шәхси эшҡыуар Рөстәм Абдрахманов 2017 йылдан гитара яһау менән шөғөлләнә. Уның ассортиментында был музыка ҡоралының ете төрө, шул иҫәптән Jumbo, дредноут, фолк һәм башҡалар бар. Айына 150 гитара сығарыла, ә һораусылар артҡандан-арта. Эшҡыуарҙың иһә был кәсебен киңәйтеү мөмкинлектәре әлегә юҡ, бының өсөн эш урындарын арттырыу, өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу талап ителә.
Республика Башлығы Рөстәм Абдрахмановты "Инвестсәғәт"кә саҡырҙы, унда гитара эшләү оҫтаһының проблемалары ҡараласаҡ.
- Предприятиеғыҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, үҫеш мөмкинлектәрегеҙ аныҡ һәм ҙур. Һеҙгә кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Ҡалаға сәфәре аҙағында төбәк Башлығы башҡорт тирмәләре эшләгән Азамат Юлдыбаев менән осрашты. Алты кешенән торған предприятие тиҙ арала ҡеүәтлегә әүерелгән. Эшҡыуарға Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән дә субсидия ярҙамы күрһәтелгән. Йүнсел диаметры дүрт - ун метрлыҡ йәйге һәм ҡышҡы тирмәләр эшләй. Һорағандарға үҙе алып бара, ҡороп бирә. Тирмәне ҡуртымға ла алырға мөмкин.
Азамат Юлдыбаев республикала "Йыл эшҡыуары-2018" тип танылған һәм "Бизнес-Уңыш-2018" милли премияһы финалисы булған.