Йәмғиәт
13 Март 2021, 17:50

Проблеманан сығыуҙың ниндәй юлы бар?

"Беҙҙең мәғариф системаһы әҙерләгән белгестәрҙең белем сифаты баҙар ихтыяжына тап килмәй", - тип яҙҙы Премьер-министр Андрей Назаров.

"Рәсәй иҡтисадында төп проблемаларҙың береһе шул - беҙҙең мәғариф системаһы әҙерләгән белгестәрҙең белем сифаты баҙар ихтыяжына тап килмәй", - тип яҙҙы Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров "Фейсбук"тағы сәхифәһендә.
"Был проблема ун йыл тирәһе дауам итә. Уның сәбәптәре бер нисә: тәрәндә ятҡандары ла бар, ә береһе - өҫтә. Эш шунда: колледждарҙа ҡорамалдар күптән иҫкергән. Ҡайһы берҙәрендә илле йыл элекке станоктар ултыра. Көндәлек тормошта ундай йыһаздар, ҡорамалдар күптән юҡ. Студенттар тәүҙә уларҙы өйрәнә, аҙаҡ производствоға килеп, яңынан үҙләштерә башлай. Һис һүҙһеҙ, һөҙөмтәһеҙ процесс килеп сыға.
Был проблеманан сығыу юлдарының береһе тип Өфөлә WorldSkills милли чемпионаты финалын үткәреүҙе күрәм. Элек яҙғанымса, быйыл йәй эшсе һөнәрҙәр буйынса ил кимәлендәге ярыштар беҙҙә үтәсәк.
Чемпионатты юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн һатып алынасаҡ ҡорамалдар тулыһынса республикала ҡаласаҡ һәм үҙебеҙҙең колледждарға тапшырыласаҡ. 20-гә яҡын уҡыу йорто матди-техник хәлен яңырта аласаҡ.
Бынан тыш, республикала чемпионатты уҙғарғандан һуң беҙҙә бизнес өсөн 10 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ әҙер майҙан ҡаласаҡ. Унда күп нәмә урынлаштырырға уйлайбыҙ. Мәҫәлән, пилотһыҙ аваиация кластеры. "Геоскан" компанияһы пилотһыҙ вертолеттар, квадрокоптерҙар һәм аэротакси етештерәсәк, ә БСК компанияһы инновациялы төрөү производствоһын эшләтәсәк. Бынан тыш, майҙансыҡтың бер өлөшөндә генетик селекция үҙәген урынлаштырыу планлаштырыла. Унда яңы тоҡомло мал өсөн эмбриондар етештереләсәк.
Чемпионатты үткәреү өсөн махсус сатырҙар ҡулланыласаҡ. Әлегә уларҙы шулай тип атайбыҙ. Ысынында - тиҙ ҡуйыла торған тентлы ангарҙар. Улар ныҡлы, махсус конструкцияларға ярашлы, күп функциялы ла. Йәй ҙә, ҡыш та файҙаланырға мөмкин. Сара тамамланғас, сатырҙарҙы райондарға бирергә уйлайбыҙ, уларҙа физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен булдырыу мөмкинлеге буласаҡ.
Ғөмүмән, беҙҙең чемпионат ярҙамында хәл итә торған бурыстар күп, уларҙы һөҙөмтәле эштәр менән атҡарып сығырға ниәтләйбеҙ. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем!" - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: facebook.com








Читайте нас