Өфө районында магазинда һатыусы булып эшләгән ҡатын, бер ирҙең бысаҡ менән ташланғанын белдереп, полицияға мөрәжәғәт итә.
Һөйләүенсә, көндөҙ сауҙа нөктәһенә иҫерек ир килеп инә һәм бушҡа хәмер һорай. Кире яуап алғас, туҙына башлай, өҫтәлде йоҙроҡ менән төйә. Унан бысаҡ сығарып һелтәнеп, һатыусы ҡатынға киҙәнә башлай. Магазинға килгән бер ҡатын яҡлашырға уҡтала, әммә үҙе һуғыла. Бәхеткә, магазинға килеп ингән егет янъялсыны туҡтата ала, һөҙөмтәлә тегеһе ҡасып китә.
Был ваҡиға магазиндағы видеокамерала теркәлә. Алдан да суд эскәмйәһендә ултырған 43 йәшлек ир Иглин районы кешеһе булып сыға. Хоҡуҡ һаҡлаусылар уның эҙенә тиҙ төшә. Бындай аҙымға араҡы алырға аҡса булмау этәрҙе, ти. Хәҙер уға ҡылығы өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк, енәйәт эше ҡуҙғатылған.