Вахта ысулы менән эшләп йөрөгән 35 йәшлек ир, үҙе өйҙә тормағас, Өфөләге Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамындағы бүлмәһен ҡуртымға бирә.
Сираттағы тапҡыр эшенән ҡайтҡас, дуҫында туҡтап бер аҙ ял итеп ала ла бүлмәһе торошон ҡарарға тип бара. Ингәс, бында, ҡыҙҙарҙан тыш, бер ир ҙә йәшәп ятҡанын күрә. Хужаға был оҡшамай. Улар араһында ғауға сыға. Таныш булмаған ир фатир хужаһын туҡмап, телефонын, аҡсаһын алып ысҡына. Дөйөм зыян 40 мең тирәһе тәшкил итә.
Ҡаза күреүсегә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Тегеһен тиҙ тоталар, 32 йәшлек Өфө кешеһе булып сыға.
Шулай итеп, мөйөш эҙләп ыҙалап йөрөгән ҡыҙҙарҙы фатирға индереп, үҙе ҡаза күргән фатир хужаһы...