Йәмғиәт
15 Март 2021, 12:30

Бер ҡасан да һуң түгел

Фәниәнең һөйләгәндәре, бәлки, кемгәлер фәһем булыр, ә кемгәлер хатта тормошонда этәргес аҙым яһарға ярҙам итер.

Фәниәнең һөйләгәндәре, бәлки, кемгәлер фәһем булыр, ә кемгәлер хатта тормошонда этәргес аҙым яһарға ярҙам итер. Шуға ҡатын бәйән иткәндәрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. “30 йәшемдә тормошомдо тотошлай үҙгәртермен тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Баҡтиһәң, шулай ҙа була икән.
Иң мөһиме: билдәһеҙлектән, яуапһыҙлыҡтан ялҡҡан инем. Ә йәнгә иң ныҡ тейгәне: иремдең “йәшел йылан” менән дуҫлығы тамам мине биҙҙерҙе. Һуң биш йылда уның башы эскелектән сыҡманы. Кемгә генә күрһәтмәнем уны: наркологҡа ла, психолога ла, хатта муллаға ла. Тик бер ниндәй ҙә файҙа булманы: спиртлы эсемлекте ауыҙына алмаҫҡа тип вәғәҙә бирә лә, йәнә был әйткән һүҙҙәре хаҡында онота. Ә мин бит уға мәктәп тупһаһынан ғашиҡ инем! Шуға һуңғы ваҡытҡа тиклем иремде айныҡ тормош алып барырға тип өгөтләнем. Бер мәл хатта уның ошо ғәҙәтенә күҙ йомоп ҡарарға тырыштым, бының өсөн юғары уҡыу йортона ситтән тороп уҡырға индем! Әммә бер нисек тә эскелеген ташларға тырышманы ирем. Һөҙөмтәлә уның менән айырылышырға, тигән бик ауыр ҡарарға килдем. Һуңынан үҙем дә бик ныҡ ҡайғырҙым. Ни тиһәң дә, беренсе мөхәббәт менән айырылышыуы еңел түгел...
Был хәлгә әллә күпме ваҡыт үтте инде. Ана шул 30 йәшемдә тормошомдо үҙгәртә алыуыма хәҙер бик шатмын. Әлбиттә, был ҡарар еңел ҡабул бирелмәне. Ғөмүмән, күп кенә ҡарарҙар тормошта ауыр хәл ителә. Шулай ҙа уларҙың күбеһенең һөҙөмтәһе яҡшы. Хәҙер мин икенсе тапҡыр тормоштамын. Әлеге ирем – минең ныҡлы терәгем, таянысым. Бына тигән улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Быны нимәгә яҙам: бер ҡасан да бер нимәне лә үҙгәртеүе һуң түгел! Ел Ҡатындар ҙа, осар ҡоштар кеүек, күңел йылылығы эҙләй бит. Тырышығыҙ, уй-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ!”
Фото: www.topoboi.com
Читайте нас