Йәмғиәт
15 Март 2021, 13:00

Шаярыу күпмегә төшөр?

Өфөлә йәшәүсе ҡатын бының өсөн хөкөм алдына баҫасаҡ...

59 йәшлек ҡатын террорсылыҡ көтөлөүе тураһында ялған мәғлүмәт биргәне өсөн хөкөмгә тарттырыласаҡ. Ҡатын үҙ ғәйебен таныған, ти республика прокуратураһы.
Тикшереү күрһәтеүенсә, 2020 йылдың декабрендә һатыу-күңел асыу үҙәгендәге кафела ҡатын бергә эсеп ултырған таныш ир менән низағлашып китә. Бынан һуң тегеһе тороп сығып китә. Үпкәләгән ҡатын ни өсөндөр ҡотҡарыу хеҙмәтенә "кафеға мина һалынған" тип шылтырата.
Уның был "шаярыуы" күпмегә төшөр, оҙаҡламай билдәле булыр - ялған хәбәр буйынса енәйәт эше асылған.
Фото:bsk-news.ru
Читайте нас