Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә юлдар селтәренең яҙға әҙерлеге тикшерелде. Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, төп маҡсат – яҙғы осорҙа автомобиль юлдарын һаҡлау.
Ошо маҡсатта республика Хөкүмәте ҡарары менән 5 апрелдән 4 майға тиклем ҙур йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә. Министрлыҡ ҡарамағында оператив эш итеү системаһы булдырылған. Ташҡын мәлендә ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, яғыулыҡ, ҡом һәм ҡырсынташ запасы әҙерләнгән.
Виктор Жульков белдереүенсә, ҡыштың һалҡын тороуы арҡаһында асфальт япмаһы былтырғыға ҡарағанда һәйбәтерәк һаҡланған. Тик барыбер ҡар ирегән саҡта юл боҙолған осраҡтар буласаҡ. Подряд ойошмалары соҡорҙарҙы ремонтларға әҙер, бының өсөн улар һалҡын һәм эҫе асфальт-бетон иретмәһен ҡулланасаҡ.
26 апрелдән республиканың автомобиль юлдарын төҙөкләндереү буйынса айлыҡ башлана. Был мәлдә “Башкиравтодор” хеҙмәткәрҙәре, подряд ойошмалары емерелгән юл япмаһын һәм төҙөкләндереү элементтарын тәртипкә килтерәсәк, юл һыҙаттарын тергеҙә башлаясаҡ. Виктор Жульков хакимиәт башлыҡтарын төп иғтибарҙы урындағы әһәмиәттәге юлдарға бүлергә саҡырҙы.
– Яҙ беҙҙең юлсылар өсөн һәр ваҡыт ауыр. Минеңсә, һуңғы йылдарҙа нимәгә булһа ла өйрәндек. Әле лә ауыр осорҙа аныҡ һәм ойошҡанлыҡ менән эшләргә саҡырам, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.