Быйыл Башҡортостанда төҙөкләндереү эштәре нисек башҡарылыр? Нисә подъезд һәм ихата ремонтланыр? Был һорауҙарға яуаптар Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Улар тураһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Ирина Голованова һөйләне.
Шулай итеп, ағымдағы йылда программаға ярашлы, 112 күп фатирлы йортта урынлашҡан 306 подъезд ремонтланасаҡ. Улар Өфө ҡалаһы, Баймаҡ районы һәм Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында башҡарыласаҡ. Был маҡсатта 222,2 миллион һум аҡса йүнәлтелә, уларҙың 200 миллион һумы – республика бюджетынан.
Был йорттарҙың бөтәһендә лә милекселәр менән йыйылыштар үткәрелгән, ремонт эштәренең ваҡыты билдәләнгән, төҫтәр һәм материалдар һайланған. Исемлек муниципалитеттарҙың сайттарында баҫылған. Барлыҡ подъездарҙы былтыр техник тикшергәндәр һәм смета документацияһы әҙерләнгән. Был йыл башында уҡ подрядсы ойошмалар менән контракттар төҙөү мөмкинлеге биргән. Өс генераль подрядсы ойошма эш башларға әҙер ҙә. Шулай уҡ урындағы идара итеү ойошмалары, шәхси ойошмалар һәм төҙөлөш фирмалары йәлеп ителәсәк. Әйткәндәй, йылытылған 162 подъезда эштәр башланған да.
Программа сиктәрендә, коляскала йөрөгән инвалидтар йәшәгән подъездарға пандустар ҡуйылсаҡ. Уларҙың алтыһы Өфөлә, дүртәүһе Баймаҡта. Барлыҡ эштәр быйыл 1 сентябрҙә тамамаланырға тейеш.
– Ихаталарға килгәндә, быйыл да “Башҡортостан ихаталары” программаһы тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Быйыл республиканың 21 ҡалаһында урынлашҡан 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндереләсәк. Дөйөм бюджет 742 миллион һум тәшкил итә, – тине Ирина Голованова.
Әлеге ваҡытта подряд ойошмаларын һайлау буйынса конкурс процедуралары тамамлана. Раҫланған юл картаһына ярашлы, эштәр 1 апрелдә башланып, 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Министр урынбаҫары “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу тураһында ла һөйләне. Быйыл был маҡсатта федераль бюджеттан 1,77 миллиард һум аҡса бүленгән. Шул иҫәптән Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсты сиктәрендә 520 миллион һум.
Быйыл 131 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта муниципаль контракттар төҙөү эше тамамланыу өҫтөндә. Бында ла эштәр 1 апрелдә башланып, 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Шулай уҡ проект сиктәрендә конкурста еңгән Ағиҙел, Дүртөйлө, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылында эштәр дауам итәсәк.
Бынан тыш йыл дауамында тағы һигеҙ конкурс проектын тормошҡа ашырыу кәрәк. Был Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылы менән Йылайыр ауылдары. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу иһә быйыл да дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта 14 заявка әҙерләнә.