Йәмғиәт
16 Март 2021, 13:25

Алдаҡсылар яңы технологияларҙы файҙалана

Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Герман Греф әйтеүенсә, енәйәтселәр банк клиенттарына йыш һөжүм итә башланы.

Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Герман Греф әйтеүенсә, енәйәтселәр банк клиенттарына йыш һөжүм итә башланы.


Күптән түгел генә улар ялған телефон номерҙарынан шылтыратып аҡса урла­һа, әле иһә тауышты үҙгәртеп алдау алы­мын үҙләштергән. “Киберһө­жүмдә ал­даҡсылар яһалма интеллект, йәғни клиент­тың һынын, тауышын моделләү мөм­кинлеген биргән дипфейк техноло­гия­һын ҡуллана”, – тип иҫкәртте Герман Греф.


Шул уҡ ваҡытта банк башлығы был хә­үеф­тән һаҡ­ланыу сараһы тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәне. Әммә шуны хәтерҙә тотоу шарт: шәхси мәғлүмәттәрҙе, карта номерын, һаҡлау кодын, смс-паролдәрҙе берәүгә лә әйтергә ярамай.


Кемдер шылтыратып, үҙен кредит ойошмаһы хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм шәхси мәғлүмәтте һорай икән, эксперттар бәйләнеште шунда уҡ өҙөргә һәм банк картаһында күрһәтелгән телефон номеры буйынса банкка шылтыратып, хәлде асыҡларға кәңәш итә.


Фото: myslo.ru
Читайте нас