Йәмғиәт
16 Март 2021, 14:16

Атайымдың аманаты

Атайым Сиражетдин Ғәйфетдин улы Ғайсин 1924 йылда Белорет районының Көҙйылға ҡасабаһында тыуған. 1957 йылда Мансар ауылы янында нефть сығанағы асыла. Был ваҡытта ул Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһында йәшәй һәм СМУ начальнигы булып эшләй. Шул саҡта атайым әсәйемә өйләнә (балалы килеш), миңә ни бары ете йәш була.

Атайым Сиражетдин Ғәйфетдин улы Ғайсин 1924 йылда Белорет районының Көҙйылға ҡасабаһында тыуған. 1957 йылда Мансар ауылы янында нефть сығанағы асыла. Был ваҡытта ул Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһында йәшәй һәм СМУ начальнигы булып эшләй. Шул саҡта атайым әсәйемә өйләнә (балалы килеш), миңә ни бары ете йәш була.


Атайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, мин бәләкәй генә буйлы булғанмын. Нефть сығанағы асылғандан һуң, “Башнефть” берләшмәһе “Саҡмағош­нефть” нефть промыслаһы идаралыҡ начальнигы итеп Фәүзи Хәмәтйәр улы Зайлаловты тәғәйенләй. Ул атайымды Семилеткаға эшкә саҡыра. Уны капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы итеп ҡуялар. Беҙҙең ғаиләне дөйөм торлаҡҡа урынлаштыралар, айырым бүлмә бирәләр.
Атай менән әсәй бергә Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм, уны уңышлы тамамлап, диплом алып сыға.

Нефть сығанағы асылғандан һуң, хеҙмәт тормошо башлана. Кәрәкле объекттар һәм торлаҡ йорттар төҙөлә. Башта иркен бүлмәләре булған ике ҡатлы заманса мәктәп, аҙаҡ балалар баҡсалары, дауахана, магазиндар, почта бүлексәһе һәм башҡа бик күп объекттар һалына.
Бер нисә йылдан һуң нефть промыслаһы идаралығы Дүртөйлө ҡалаһына күсә, атай хеҙмәт юлын шунда дауам итә. Нефть ҡалансалары, скважиналар ҡуйыла башлай, эшселәр нефть сығара, ҡышҡы бурандарҙа һәм эҫе йәйҙәрҙә хеҙмәт итә. Атайым нефтселәр менән бер рәттән тырышып эшләй, уға ауыр була, сөнки һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайта, 10 килограмм ауырлыҡтағы протезда йөрөй.
…Атайҙы һуғышҡа алғанда, уға ни бары 19 йәш була. Ватанын яҡлап, илебеҙ азатлығы өсөн көрәшә. Украина ерендәге һуғыш ваҡытында ул ҡаты яралана, Харьков ҡалаһындағы хәрби госпиталгә эләгә. Яра етди булып сыға, 1943 йылдың 2 февралендә уның аяғын ампутациялайҙар.
Һуғыштан һуң да аяғы һыҙлауы дауам итә, уны өс тапҡыр киҫәләр. Операцияны Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһындағы элекке яугир-хирургтар яһай. Атайым бер аяғының 25 сантиметрын юғалта. Ул саҡта уға 30 йәш була.
Әсәйем атайымдың йыуанысы була: ҡайғырта, дауалай, бар ғүмерен уға бағышлай. Әсәйемдең туғандары дин юлында, барлыҡ йолаларҙы үтәйҙәр, намаҙ уҡыйҙар, әсәй ҙә ғәрәп телен белә һәм атайыма доғалар уҡып тора. Тормош иптәше, әсәйебеҙ Рауза Сәхиулла ҡыҙы Ғайсинаның ярҙамында ҡыйыулыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек күрһәтеп, атайым ауыртыуҙы сабыр үткәрә.
Әсәйем 1926 йылда башҡорт ерендә донъяға килә. Ул атайымды һәр ваҡыт үҙенең йылыһы, хәстәрлеге менән уратып алды, атайым бик бәхетле булды, гел рәхмәт уҡыны.
Күп йылдар дауамында нефть промыслаһы, һуңыраҡ нефть һәм газ сығарыу идаралығы, мәҙәни-мәғариф усаҡтары булған (ике мәҙәниәт усағы, ике стадион, бер нисә балалар баҡсаһы тота) алдынғы һәм көслө сәнәғәт предприятиеһы булып һанала. Быларҙа минең атайҙың, Сергей Григорьевич Ғайсиндың да (халыҡта шулай йөрөтәләр) өлөшө аҙ түгел. Тыуған яғында һәм Мәскәүҙә лә атайҙы яраталар, хөрмәт итәләр, сөнки хеҙмәт уңыштарына өлгәшеп, ул юғары мәҙәни кимәлле һәм белемле булыуын күрһәтә. Нефть һәм газ сәнәғәте министры В.Д. Шашин атайымдың эшенән ҡәнәғәт була һәм уның хеҙмәтен юғары баһалай. Уны рәсми рәүештә ҡотлап, грамотаға үҙ ҡулы менән имза ҡуя һәм мисәт һуға. Атай уны миңә лә күрһәтте, ул бик шат, ҡәнәғәт ине. Уны шулай уҡ хеҙмәт һәм хәрби ордендар, миҙалдар менән дә бүләкләнеләр.
Ғөмүмән, атайым тормошта бик күп уңыш яуланы һәм үҙенән һуң игелекле эштәре тураһында иҫтәлек ҡалдырҙы. Ул 1997 йылда 73 йәшендә вафат булды. Уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр күп йылдар һаҡланыр. Атайҙың һуңғы үтенесе – етем ҡыҙы Тәнзилә Хәсән ҡыҙы Ғайсинаның йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Был уның тормошо һәм эштәре тураһында яҡты хәтер булып ҡалыр ине.
Читайте нас