Йәмғиәт
16 Март 2021, 13:47

“Бала тап!” проекты старт алды

Башҡортостанда “Бала тап!” проекты старт алды. Бер ни тиклем ғәжәберәк яңғыраһа ла, уның маҡсаты тормоштағы иң мөһим проблемаға – ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлауға, аборттар һанын кәметеүгә йүнәлтелгәнлеге менән ҙур иғтибарға лайыҡ.

Башҡортостанда “Бала тап!” проекты старт алды. Бер ни тиклем ғәжәберәк яңғыраһа ла, уның маҡсаты тормоштағы иң мөһим проблемаға – ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлауға, аборттар һанын кәметеүгә йүнәлтелгәнлеге менән ҙур иғтибарға лайыҡ.


Проектта республиканың ун ҡала һәм районынан 15 – 40 йәш­лек ун мең ҡатын-ҡыҙ ҡат­наша. Уларҙың араһында өлкән класс һәм урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары, балалар йортонда һәм социаль приютта тәрбиәләнеүселәр, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бар. Һәр районда һаулыҡ һаҡлау, белем биреү һәм социаль өлкә учреждениелары вәкил­дәренән тор­ған эшсе төркөм ойоштороласаҡ.
Яңыраҡ Салауат ҡалаһында “Бала тап” проекты эш башланы. Тәүге этапта ҡала дауаханаһы һәм “Ғаилә” хеҙмәте белгестә­ренән торған ирекмәндәр онлайн тәртибендә үткәрелгән уҡыуҙа ҡатнашты. Икенсе этапта Өфө белгестәре күсмә сара ойош­торҙо. Эш ике майҙанда дауам итте. Мәғариф бүлегенең уҡыу-методик үҙәгендә дөйөм белем биреү мәк­тәптәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар кон­суль­тацияһы мөдире Фәнилә Әхмә­ҙиева лекция уҡы­ны. Ҡала дауаханаһының конференция залында проект етәксеһе Диана Фәр­рәхова эштең маҡсаты менән таныштырҙы, гинеколог Светлана Хәмәтйәнова аборттарҙың сәлә­мәт­леккә зыяны хаҡында һөйләне.
”Бала тап!” проекты атайлыҡ һәм әсәлек мәсьәләләре буйынса вебинарҙар, лекциялар, тренингтар, тар белгестәр менән ос­ашыу­ҙар үткәргән тәьҫирле мәғлүмәт порталы булырға тейеш. Былар­ҙың барыһы ла йәштәрҙең ғаиләне планлаштырыу, балалар үҫтереү мәсьәлә­һенә етдиерәк ҡарауына, аборттар һанын кәметеүгә килтерәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Читайте нас