Йәмғиәт
16 Март 2021, 14:12

Ерҙән айырылмаған ҡатын

“Ибрайҙан тигән даныбыҙ бар...”

Камила апайҙың йыш ҡына ишеткәне бар: ерҙән, кешеләрҙән айырылғандар, юғарыла ултырғандар бер нәмә лә күрмәй, ишетмәй, белмәй. Юғарыла ултырғандарға хатта көнләшеп ҡарайҙар: “Һеҙҙә унда бөтәһе лә бар, килтереп бирәләр, көтөп кенә ултыраһығыҙ”. Әле яңыраҡ шундай мәрәкә хәл булды: хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыты күп, кейем-һалым төрләндерергә лә мөмкинлек бар. Эшкә барғандай кейенеп-яһанып трамвайға килеп ингәйне, үҙе таныш та һымаҡ бер ҡатын, әйҙә, бында килегеҙ, тип саҡырып алды. Боронғо танышымдыр, тип эргәһенә барғайны, кем икәнлеген сырамыта алмай ҙа ҡуя инде.
Етмәһә, һеҙҙе лә ябай халыҡ араһында күрер көн бар икән, тип һөйләнә шыпа таныш булмаған ҡатын. Шулай ҙа, һеҙ мине беләһегеҙме әллә, тип һорайһы итте Камила апай.
– Ни эшләп белмәҫкә, һеҙ ғүмер буйы ҡала хакимиәтендә эшләнегеҙ, – тип ныҡыша бит әле.
– Ә мин унда ғүмерҙә эшләгәнем булманы, – тип яуапланы Камила апай.
– Иҫемә төштө, һеҙ министрлыҡта эшләнегеҙ! – тип ныҡыша һаман.
– Ә мин министрлыҡтан да юғарыраҡ урында эшләнем, – тип әйтергә мәжбүр булды...
Бөрйәндәр Дим буйында ла һынатмаған


Хәҙер инде, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайҙа эшләһәң дә барыбер. Ниндәй генә яҙмыштар булмаһын, заман да, тормош та барыһын да тип-тигеҙ итә. Ошо хаҡта таныштарына һөйләгәйне, бер яҙыусы эләктереп алған да пьесаһына индереп ебәргән. Үҙе барып ҡараны Камила, оҡшатты.

Әлшәй районының Ибрай ауылынан сыҡҡан Камила атаһы мәрхүм Ғүмәр Әбүбәкир улы Бакировтың бер һүҙенә ғүмер буйы тоғро ҡалды: “Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, ҡыҙым, кешеләрҙән айырылма. Танауыңды күтәрмә, ябай бул”, – тип өйрәтте. Васыят булырлыҡ ошо һүҙҙәр Камиланы ғүмер буйы оҙатып йөрөнө. Атаһы менән әсәһе Хәсбиямал инәй ауылда дүрт малай, өс ҡыҙ үҫтерҙе. Иң кесеһе – Камила. Иркәләү ҙә, тәмлекәс тә, әлбиттә, уға күберәк эләкте, ләкин 1947 йылда атаһы ҡапыл вафат булды.
Ғаиләгә донъя көтөүе, аяҡҡа баҫыуы еңелдән булмаған. Ә ҡасан еңел һәм анһат булған ауылда йәшәүселәргә? Ибрай халҡы дәһшәтле ХVIII быуатта, 1735 йылда Бөрйәндән ошонда күсеп килеп ултырған һәм урындағы аҫабаларҙан, килешеү буйынса ҡуртымға ер алып, ауылға нигеҙ һалып, донъя көтә башлаған. Тау-ташлы урмандар аша йөҙҙәрсә кеше, мал-тыуар, ылауҙар Нөгөш, Һәләүек, Ағиҙел, Стәрле, Ашҡаҙар, Өршәк, Дим һымаҡ мул һыулы йылғаларҙы нисек кискәндер, был хаҡта тарих өндәшмәй.
Ибрайҙарҙың был яҡҡа күсеп килеүе аҫабаларҙың тормошон үҙгәртеп ебәрә. Көслө, таһыллы, оҫта ҡуллы егеттәр егәрле, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан эш килгән ҡыҙҙар ете ят ерҙә юғалып ҡалмай. Бер нисә йыл эсендә ерегеп китәләр һәм гөрләтеп донъя көтәләр. Шул быуат­тарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре бына нимә һөйләй: 1795 йылда 29 йортта – 153 башҡорт, 1816 йылда 46 йортта – 222 башҡорт, 1834 йылда 36 йортта – 354 башҡорт, 1870 йылда 92 йортта – 494 башҡорт, донъя түңкәрелгән 1917 йылда 153 йортта – 757 башҡорт, 1920 йылда 145 йортта 708 башҡорт көн иткән. Ә хәҙер Ибрайҙың береһенән-береһе замансараҡ, бөрйән ҡарағайҙарынан йә кирбестән төҙөлгән 70 өйөндә 200-ҙән саҡ ҡына артығыраҡ кеше йәшәй.
Бөрйән башҡорттары үҙҙәрен һынатмай Әлшәй мәргән илендә. 1762–1818 йылдарҙа йәшәгән поручик Әбде Йомағолов Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙенең 12-се башҡорт кантонына идара итә. Дүрт ҡатыны була, 15-ләп малай үҫтерә. Ә 1812 йылғы француз яуында 12-се башҡорт полкы менән дошманға ҡаршы һуғышҡан Теләүкәй Килмөхәмәтов күкрәгенә ике көмөш миҙал тағып ҡайта. Батша ғәли йәнәптәре үҙенең тоғро яугирҙәренең хеҙмәтен баһаламай ҡалмай. XIX быуат башында ауылдың ғәййәр ир-уҙамандарына дворян чины бирелә.
Камила апай хәтерләй әле, әсәһе ҡыҙын: “Үҙеңдең кем икәнлегеңде белеп йәшә, башыңды юғары тот, бөгөлмә. Һинең ата-бабаларың ике яҡтан да дворяндар тоҡомонан. Беҙҙән башҡа, тирә-яҡта дворяндар юҡ”, – тип үҫтерҙе.
Ә Камила актриса булырға хыялланды. Мәктәптә уҡығанда шиғырын да һөйләне, йырын да йырланы, бейеүҙәрендә лә ҡатнашты. 50-60-сы йылдарҙа үҫкән Камила тормоштоң ни тиклем ауыр булыуын мәңге онотмаҫ. Үҙе менән бергә үҫкән бәләкәй буйлы ҡыҙҙарҙы һәм ирҙәрҙе күрһә, әллә ҡайҙан танып тора. Һуғыш йылдарындағы аслыҡ, Еңеү яулағандан һуң хәйерселек осоронда ас йөрөп, үҫмәй ҡалған тиҫтерҙәре.


Рәхмәт һиңә, атай!


Бәхеткә, атайҙары йүнсел ине. Үҙе үлерҙән алда ғына, иткә алмаштырып, һөт айырта торған машина – сепарат алып ҡайтты. Сепаратлы йорт бер ваҡытта ла асыҡмай. Оҙон сират һәм һәр күнәктән ҡалған ярты ғына литр һөт 1947 йылда ҡапыл вафат булған Ғүмәр ағайҙың ғаиләһенә һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы, аслыҡты сағыштырмаса еңел үткәрергә мөмкинлек бирә. Ә эшкә егәрле Ғүмәр ағай Дим йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында тау-тау ҡарбуз, ҡауын үҫтергән һуңғы баҡсасы булды. Бына ул тауҙар-урмандар аша ҡырыҫ далаға килеп еткән, быуындар алмашынғанда юғалмаған, онотолмаған Бөрйән һерелеге һәм әрһеҙлеге.
Камиланың күңеле сәхнәгә ынтыла. “Ғәлиәбаныу”ҙы, “Таңсулпан”ды күреп һоҡланған ҡыҙ бит ул! Аһ, ул шундай ролдәр башҡарыр ине! Унынсы класты тамамлағас, ауылдаштары менән Өфөгә киттеләр, Өфөнән – Стәрлетамаҡҡа. Иң тәүҙә Өфөлә Сәнғәт училищеһына уҡырға инде. Егеттәр әҙ икән. Күршеһе Рафаэль Шафиҡовты имтиханһыҙ-ниһеҙ ҡабул иттеләр. Рафаэль Ғәбдрәхим улы Шафиҡов – аҙаҡ күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, дәүләт филармонияһы, драма театры директоры, хатта байтаҡ ҡына йылдар республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаларын биләйәсәк.
Камиланы Стәрлетамаҡҡа оҙаттылар. Ҡаланың республика мәҙәниәт-ағартыу училищеһына оҙон, һомғол буйлы ҡыҙҙар кәрәк икән. Дәртләнеп, күңелле итеп уҡыны Камила Стәрлетамаҡта тәүге көндәрҙә. Был – уның донъяһы. Ҡыҙ сәнғәткә ғүмер буйы хеҙмәт итергә әҙер, ләкин Камиланың әсәһе ни бары һигеҙ һум пенсия ала. Сәхнәгә сыҡҡан һайын, кейем алмаштырырға, үҙ иҫәбеңә һатып алырға кәрәк. Илай-илай хушлашты ҡыҙ үҙенең һөнәрҙәштәре менән. Бергә уҡыған әхирәттәре һуңынан билдәле актрисалар, бейеүселәр, йырсылар булып китәсәк.
Камила түҙеп тора буламы һуң инде, трестың яңы төҙөлгән мәҙәниәт һарайында драма түңәрәге эшләй, шунда көн аша тип әйтерлек пьесалар ҡуялар, бер-ике премьерала ҡатнашып өлгөрҙө...


Ташкентта һынау үткән


Камила бер егет менән дуҫлашып йөрөй, оҙаҡламай, бик матур ғаилә барлыҡҡа килер ине, туй көнөн билдәләргә әҙерләнәләр, ләкин барлыҡ план, уй-ниәттәр, уйылып төшкән ер һымаҡ, бер төн эсендә юҡҡа сыға. 1960 йылдың 4 апрелендә таңға ҡарай Ташкентта ер тетрәй. Ҡала тулыһынса юҡҡа сыға, йөҙҙәрсә мең кеше һәләк була.
Фажиғәнең шаңдауы Стәрлетамаҡты ла урап үтмәй. КПСС Үҙәк комитетының махсус ҡарарына ярашлы, комсомол йәшендәге барлыҡ төҙөүселәрҙе бер көн эсендә йыйып, ике айға тип әүрәтеп, Урта Азияға оҙаталар. Ике ай тигәндәре тәүҙә ярты йылға, аҙаҡ бер йылға һәм, ниһайәт, ике йылға оҙайтыла. Отпуск түгел, хатта ял көндәре лә булмай. Әгәр сменала эшләгән крансы килмәһә, эште туҡтатырға рөхсәт ителмәй. Шулай итеп, ғаилә ҡороу хаҡындағы уй-хыялдар, Ташкент емереклектәре аҫтында ҡалып, юҡҡа сыға.
Ҡайтҡас, бер аҙна ғына ял итә лә Камила эшкә сыға. Бер аҙҙан торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итәләр. Һөнәре ауыр, ләкин абруйлы һәм маҡтаулы. Тәүге крандары бигерәк яйһыҙ ине. Ауыр сылбырҙары дөбөр-шатыр килеп, өсөнсө ҡат кимәлендә торған кабинаһы аша үтеп йөрөй. Крансы һиҙгер, үткер күҙле һәм йыйнаҡ булырға тейеш.
Өфөгә күсергә тәҡдим иткәс, ике лә уйлап тормай, ризалаша. Стәр­ле­тамаҡтан Ибрайға ҡайтып йөрөүе ҡыйын. Ә Өфөнән Раевкаға электричка йөрөй. Өйрәнгән эш, бында ла һынатманы Камила. Телеүҙәк эргәһендәге тип-тигеҙ, зауыҡ менән урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорттарға иғтибар иттегеҙме? Ошо матур йорттар Камила апайҙың күңел һәм ҡул йылыһын әле лә хәтерләйҙер. Телевидениеның яңы таралған сағы, крандар Ғафури урамы яғында урынлашҡан. Ана, Телеүҙәккә бер-бер артлы, ашыға-ашыға Рәсимә Кәримова, Фәрит Бикбулатов, һуңлабыраҡ Ғәлимнур Бикбулатов үтеп китә.
Кешеләр өсөн ифрат кәрәкле төҙөүсе һөнәрен һайлауына һис тә үкенмәй Камила апай. Ошонда үҙенең бәхетен таба. Уның хеҙмәт кенәгәһендә Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә эшләгән саҡтарын билдәләгән бер нисә генә яҙма бар. Иң тәүге эш хаҡын алып, ауылға дәртләнеп, бер сумаҙан тултырып күстәнәс һатып алғанын әле лә хәтерләй. Әсәһенә һәм апайҙарына бүләктәр тейәп, ауыр сумаҙанын ике ҡуллап тотоп ҡайтҡайны. Ул замандың сумаҙандарын әйтер инем инде. Ҡапыл асылып китеп, эсе тулы кәнфите түгелеп ҡуйҙы, саҡ йыйып алды. Колхоздың йылдар буйы аҡса күрмәгән шоферы Малик ағай: “Һеңлем, был тиклем күстәнәслек аҡсаны ҡайҙан алдың?” – тип шаҡ ҡатты.
35 йылдан ашыу крансы булып эшләне Камила апай. Шул арала Рәйес Насиров исемле егет менән никах уҡытып, ғаилә ҡорҙолар, туй үткәрҙеләр. Тәүҙә ҡыҙы Гүзәл, тағы ла өс йылдан улы Азат донъяға килде. Уңған крансы булғас, треста торлаҡ мәсьәләһе лә тиҙ хәл ителде. Матурҙан-матур фатир бирҙеләр. Тик, үкенескә ҡаршы, тормош иптәше Рәйес кенә иртә вафат булды.
Ҡала эргәһендә баҡсалары бар, дүрт сутый ерҙә күпме генә еләк-емеш үҫтерәһең? 1995 йылда 195 һум менән пенсияға сыҡты. Гүзәле университетта уҡый, Азатын армия сафына алдылар. Улы хәрби күнекмәлә ине, миңә башҡа хат яҙмағыҙ, оҙаҡламай командировкаға ебәрәсәктәр, тип сәләме килгәйне, әсәһе түҙә буламы һуң инде, улын юллап, Мәскәүгә барып етте.
Улы антына тоғро ҡалды, Төньяҡ Кавказға командировкаға китте. Әсәнең көнө-төнө доға уҡыуҙары, хәйер өләшеүҙәре Аллаһтың мәрхәмәтенән ситтә ҡалманы, Азаты иҫән-һау йөрөп ҡайтты. Хәҙер Азат та өйләнде, ҡатыны менән улдар үҫтерә, ҡыҙы Гүзәл дә алдараҡ кейәүгә сыҡҡайны.


Ибрайға ҡайтҡас...


Камила апай ғүмер буйы ауылда йәшәү, күпләп мал тотоу, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү хаҡында хыялланды. Бер көн улының, ҡыҙының ғаиләләрен йыйып алды ла былай тине: “Әйҙәгеҙ, ошо фатирҙы һатабыҙ. Азаттың ғаиләһенә – бер бүлмәле фатир, миңә – бер бүлмә. Ә һеҙгә, кейәү, ҡыҙым – аҡсаһы. Ә ҡалғанына Ибрайҙа өй һалабыҙ”.
Ҡартайған көнөндә төҙөүсе һөнәрен яңынан үҙләштерә башларға тура килгән Камила апайға. Атаһы менән әсәһенән ҡалған нигеҙ буш тора ине, шунда яңы донъя ҡорорға булдылар. Баҡсаның теге башында Дим йылғаһы аҡрын ғына ағып ята. Ауылға газ килгән, асфальт юл түшәлгән, ә ибрайҙар донъя көтөүгә бик әрһеҙ. Бөрйәндәргә хас төплө уйлау, халыҡ йолалары әле лә тере. Өйҙө бер йылда йәһәтләп төҙөп керҙе Камила апай. Төҙөүселәре лә йәтеш тура килде.
Ике меңенсе йылдар башында ҡайтты ул ауылға. Тәүҙәрәк яллаған төҙөүселәре, был ҡатын ҡайҙан белһен инде, тигән һымаҡ, илке-һалҡы ғына йөрөй ине, бер заман Камила апай килеп, тегеләрҙе елтерәтеп йөрөтөп эшләтә башламаһынмы! Машинаһын яллап, төҙөлөш материалдары ла ташыны, насар эшләгән урындарын ҡутартып, яңынан һалдырҙы, өй эсендә барлыҡ уңайлыҡтарын булдырҙы, Ибрайҙың уртаһында ҡаланыҡынан кәм булмаған заманса, зауыҡ менән төҙөлгән йорт ҡалҡып сыҡты.
Ә бер көн шәп кенә иномарка килеп туҡтаны. Күренеп тора, ҙур ғына түрәнеке. Шунда уҡ танып ҡалды, үҙенең класташы Фәнил килгән бит! Рәхмәт яуғыры, онотмаған бит әле! Эйе, шул – Әлшәй районы хакимиәтенең ул саҡтағы башлығы Фәнил Гәрәй улы Вилданов класташының хәлен белергә, кәрәк булһа, ярҙам итергә килгән.
– Һин, класташ, мәктәптә уҡығанда ла тәүәккәл булдың, – тине башлыҡ, – һис үҙгәрмәгәнһең. Хәҙер кешеләр эш эҙләп ҡалаға ҡасҡанда, һинең бында ҡайтыуың маҡтауға ғына лайыҡ. Әйҙә, башҡалар ҙа ҡайтһын.
Хәҙер һәр яҙ ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫ Камила апай ауылға ашыға. Уны көтөп алалар. Каникул башланһа, ейән-ейәнсәрҙәрен алып ҡайта. Бындағы күп эштәрҙе башлап йөрөй апай. Зыяраттың ҡоймаһы бигерәк туҙғайны, бер көн сход йыйҙылар, шунан һуң ауылды төҙөкләндереү, ата-бабалар һуңғы төйәген тапҡан урынды кәртәләү хаҡында килештеләр. Оҙаҡламай аҡсаһы ла йыйылды, матур ғына булып ҡоймаһы ла ҡалҡып сыҡты.


“Шәжәрә байрамына саҡырам...”


Һәр ваҡыт эш кенә булмай, ауылдаштарҙы бер-береһенә яҡынайтып, байрамдар үткәреп, күңел асырға ла кәрәк. Һәр кем үҙенең тамырҙарын белергә бурыслы. Ошо изге маҡсат менән Камила апай ауыл биләмәһенең хакимиәтенә барғайны. Тәүҙәрәк йүнләп тыңламанылар ҙа, хатта ишетмәмеш булдылар. Апайға башлыҡҡа киләсәктә ойоштороласаҡ байрамдың әһәмиәте, боронғолар аманаты, быуындар бәйләнеше хаҡында бер аҙ аңлатыу эше үткәрергә тура килде. Район башлығын, Мостафинды әйтәм, Дамир Радик улын саҡырһаҡ, килер ул, тип һүҙ ыңғайы ғына иҫкә төшөрөүе йоҡомһорап ултырған ауыл түрәһен уятып ебәргәндәй булды.
Битарафлыҡ күҙ алдында юҡҡа сыҡты, башлыҡ ҡайҙалыр шылтырата, кәңәшләшә башланы. Район башлығы Дамир Мостафин ундай башланғыстарҙы бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырғаны юҡ. Тәжрибәле, көслө, республикала иң оҙаҡ һәм уңышлы эшләгән етәксе ябайлығы, кеселеклелеге менән айырылып тора.
Камила апай байрамын да ойошторҙо, хатта Өфөнән үҙ иҫәбенә танылған ҡурайсы Роберт Юлдашевты, “Ҡурайсы” төркөмө менән, саҡырҙы. Улар көн буйы халыҡты ҡурай моңона бейетте.
Байрамға бер аҙна ҡалғас, шәжәрә кәрәк, тинеләр. Дөрөҫ әйтәләр, хәҙер шәжәрәһеҙ ниндәй байрам булһын? Камила апай ҡыҙы Гүзәлгә шылтыратҡайны.
– Ибрайҙар тураһында барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә миндә бар, шәжәрәне әҙерләнем, – тине ҡыҙы.

Ауылды төҙөкләндерергә кәрәк әле. Былай артта ҡалғандары юҡ. Район хакимиәте башлығы, Дамир Мостафин, Ибрайҙы, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса еңгән өсөн грамота һәм приз менән бүләкләне. Әле яңыраҡ төҙөкләндереү өсөн тағы аҡса йыйҙылар. Тимәк, ауыл киләсәктә тағы ла матурыраҡ буласаҡ. Бына – ауылдың клубы, уның эргәһендә спорт залы ныҡлы ремонтлауға мохтаж. Өй беренсә йыйған аҡсалары шунда тотоноласаҡ. Район хакимиәте лә ярҙам итергә мөмкинлектәрен барлай.
Бәләкәй генә ауылға спорт залы нимәгә, тип әйтерһегеҙ. Кәрәк. Ауылда батырҙар рухы мәңге һүнмәҫ, сөнки ошо ауылдың көрәшселәре элек-электән район йәки республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге спорт ярыштарында ла еңеүсе исемдәрен яулай. Әлшәй районының Ибрайҙан сыҡҡан батырҙары – һабантуйҙарҙың даими еңеүселәре. Ауылда йөҙәр һарыҡ алған батырҙарҙың йолаларын дауам итеүселәр бар. Улар хаҡында, Аллаһ бойорһа, киләсәктә һөйләрбеҙ әле.


Өфөләр ҡәнәғәт


Камила апай Ибрайҙа борондан йәшәп килгән бер изге йола өсөн ҡыуана. Ауыл ирҙәре, егеттәре, малайҙары күмәк эшкә йыйылһа йә ял итһә, бесән сапһындармы, утын ҡырҡһындармы йә көтөү ҡаршылаһындармы, хатта икәү-өсәү йыйылһалар ҙа, әйҙә, көрәшәйек, тип көс һынашырға тотона.
Малды күп көтә ибрайҙар. Хатта ауылдың үҙендә генә 15-20-шәр, хатта күберәк һыйыр тотҡан, Өфө ҡалаһында ғына унлап нөктәлә һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек һатҡан хужабикәләр бар. Бәләкәй генә Ибрайҙың һөт-ҡаймаҡтан ғына торған бренды миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфө ҡалаһының йөҙҙәрсә ғаиләһен ҡыуандыра. Әгәр ышанмаһағыҙ, Үҙәк баҙарҙың фреш-маркетына барығыҙ һәм уң яҡ стена буйында урынлашҡан береһенән-береһе матурыраҡ ҡыҙҙарҙан һәм егеттәрҙән “Һеҙ ҡайһы ауылдан?” тип һорағыҙ. “Беҙ – ибрайҙар”, – тип яуап бирер улар. Ибрайҙыҡы, тимәк, тәмле һәм арзан.
Камила апай ауылдаштарын, Ибрайҙың киләсәген уйлай. Хәҙер ауылдың тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Ауылға киләсәктә күптәр йәйҙәрен ял итер өсөн генә ҡайтып йөрөр инде. Баяғы Өфөнө һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүселәр ҙә күптән инде электиричкала түгел, үҙҙәренең продукцияһын һыуытҡыстары булған иномаркаларҙа ғына ташый. Ҡала халҡы экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Хатта Камила апайға мал-тыуар аҫрау һымаҡ хыялынан да баш тартырға тура килде, сөнки кемдер етештерә, икенселәр ташый, өсөнсөләр ҡуллана. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенең эше менән шөғөлләнергә тейеш.
Камила апай йоҡонан тороуға, йылы һөтөн, яңы айыртҡан ҡаймағын тотоп күршеһе килеп инә, ай аҙағында хисаплашырға ғына ҡала. Йәйге таңда, киске эңерҙә ауыл урамына сығып, яҡташтарҙың етеш тормошона ҡыуаныу үҙе ни тора! Ибрайҙа олоно – оло, кесене кесе итә беләләр.

Шулай ҙа Камила апайҙы борсоған уй-фекерҙәре лә юҡ түгел. Уның күҙәтеүҙәре шуны һөйләй: кешеләр элекке һымаҡ ихлас түгел, күҙгә-күҙ ҡарашып ултырып һөйләшер урынға, алыҫтан ғына, телефон аша аралашыуға өҫтөнлөк бирә. Ауылдың социаль йөҙөнөң үҙгәреүе аптыратмай ҡалмай, әлбиттә. Ауылдаштар араһынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе һанға һуҡмау, уларҙы күрмәмеш булыуҙың сәбәптәре һис тә аңлашылып етмәй. Ҡырҙан килеп, етәксе вазифа биләгәндәрҙең бер ауыл кешеләрен ошонда йәшәгәндәргә, йәйгелеккә ҡайтҡандарға, ситтәргә һәм үҙенекеләргә айырыуға Камила апай ныҡлы ҡаршы.
– Беҙҙең “Ибрайҙан сыҡҡан” тигән даныбыҙ бар! – ти ул, ғорурланып. – Яҡташтарҙы уртаҡ байрамдар ғына түгел, ауыл яҙмышы өсөн борсолоу ҙа, уны матурыраҡ итеп күрергә теләү һымаҡ изге маҡсаттар ҙа берләштерһен ине. Үткән быуаттарҙа тау-таш араһынан сығып, ҙур йылғалар кисеп, ошо Дим буйының һыубаҫар туғайҙарын иш иткән боронғо ибрайҙар. Ошо тәүәккәлдәр, егәрлеләр һәм уңғандар рухы әле лә ауылды йәшәтә.

Читайте нас