Хөкүмәттә аҙна һайын үткән оператив кәңәшмә йола буйынса коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереү менән башлана. Вице-премьер Максим Забелин ағымдағы һандар менән таныштырҙы.
Коронавирус сигенә, әммә...
Тәүлек эсендә сирҙең яңы 125 осрағы теркәлгән. Дөйөм алғанда Башҡортостанда 30559 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылды. Сирлеләрҙең биш меңдән ашыуы өйөндә амбулатор дауа ала, 267 кеше дауаханаларҙа ята. 228 кешенең хәле уртаса ауырлыҡта, 30 кеше ауыр хәлдә. Максим Забелин белдереүенсә, өлкән йәштәге сирлеләр һаны кәмегән. Стационарҙарҙа дауаланған кешеләрҙең туғыҙы ғына 75 йәштән өлкән. Уларҙың хәле тотороҡло. Республикала ковид-сирлеләр өсөн 2068 урын бар, уларҙың 76 проценты тулған.
– Коронавирустан вакцинациялау дауам итә. 111 мең кешегә прививканың беренсе өлөшө һалынды, икенсеһе – 65 мең кешегә, – тине Максим Забелин.
Уның сығышынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Һандар буйынса хәл насар түгел, инфекция сигенә кеүек, тик минең күңелдә хәүеф бар. Илебеҙ тирәләй булған хәл ҡурҡыта. Ҡайһы бер дәүләттәр сиге йәнә ябыла башланы, ныҡлы карантин иғлан ителде. Күрше ҡайһы бер төбәктәрҙә лә көнөнә 200-250 кеше вирус йоҡтора. Беҙҙә кешеләр әҙерәк сирләһә лә, үлем осраҡтары кәмемәй. Беҙҙең аэропорттан самолеттар халыҡ-ара йүнәлештәрҙә лә оса. Иҫкәртеү саралары кәрәк, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, Өфө аэропортында пассажирҙарҙы һайланма рәүештә COVID-19-ға тикшерә башлаясаҡтар.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов быйылғы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек тураһында һөйләне. 2021 йылда Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышын – 4,5 миллион тоннаға, уртаса уңышлылыҡ кимәлен гектарынан 23,5 центнерға тиклем еткерергә планлаштыра.
Вице-премьер белдереүенсә, Башҡортостан сәсеү кампанияһына әҙер. Совет осоронан алып беренсе тапҡыр республиканың ауыл хужалығы предприятиелары иҫкереү арҡаһында иҫәптән сығарыуға ҡарағанда, яңы техниканы күберәк һатып алыуға өлгәшкән. Әгәр һауа торошо тотороҡло булһа, техника баҫыуҙарға 15 апрелдән үк сыға аласаҡ. Трактор паркы һәм махсус машиналарҙың әҙерлек кимәле бөгөндән 90 процент тәшкил итә.
Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, Илшат Фәзрахманов, 31 районда дөйөм алғанда 300 мең гектарлыҡ файҙаланмаған һөрөнтө ер бар, тине. Был күрһәткес буйынса Мишкә, Борай һәм Балаҡатай райондары алдынғы урындарҙа. Был ерҙәрҙе лә әйләнешкә индерергә кәрәк тип билдәләнде.
Сәсеү кампанияһы өсөн 16,3 миллиард һум аҡса талап ителә. Төп сығанаҡ булып предприятиеларҙың үҙ килеме, ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредиттар һәм дәүләт ярҙамы торасаҡ.
Башҡортостанда кешеләр ер мәсьәләләре буйынса электрон хеҙмәттәр менән дүрт тапҡырға йышыраҡ файҙалана башлаған. Был турала Радий Хәбиров белдерҙе.
1 февралдән Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошоға бәйле 17 хеҙмәт барлыҡҡа килде. Әгәр былтыр интернет аша ғариза биреүселәрҙең туғыҙ проценты ғына запрос бирһә (137 мең кешенең), һуңғы ай ярым эсендә электрон мөрәжәғәттәр һаны дүрт тапҡырға артҡан.
Билдәле булыуынса, былтыр республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы административ реформа башланы. Улар эштәрен уңайлыраҡ һәм асығыраҡ итеү, коррупция күренешен юҡҡа сығарыу өсөн үҙ йүнәлешендәге барлыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсерҙе.
– Беренсе һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, хеҙмәтте һанлаштырыуҙы халыҡ ҡабул итте. Был ысынлап уңайлыраҡ бит, – тине Радий Хәбиров.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, 1 апрелдән әле ер буйынса булған 17 хеҙмәткә тағы туғыҙ төр өҫтәләсәк, мөлкәт буйынса шулай уҡ яңы туғыҙ хеҙмәт индерелеүе көтөлә.
Башҡортостанда аварияларҙа үлгән кешеләр һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, үткән аҙнала 44 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 49 кеше йәрәхәтләнгән һәм өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, дөйөм авариялар һәм унда йәрәхәтләнгән кешеләр һаны кәмегән. Ә бына үлгәндәр буйынса хәл насарайған. Йыл башынан алып 75 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәк кимәлендәге юлдарҙа үлемесле авариялар 28 процентҡа кәмегән, ә бына федераль юлдарҙа 60 процентҡа артҡан.
– Үлемесле аварияларҙың сәбәбе билдәле: тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу. Федераль трассалар бигерәк тығын. Айырыуса Силәбе өлкәһенә ингән урында. Әле унда ҙур төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Уны илдең Транспорт министрлығы менән берлектә башҡарып сығырға кәрәк. Киңәйтеү һәм төҙөкләндереү мөһим. Шулай уҡ федераль трассаларға камералар ҡуйыу ҙа кәрәкле эш, – тине ул.
Бынан тыш, Виктор Жульков ағымдағы йылда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эше барышы тураһында ла һөйләне.
Яҙ йылы көндәре менән бергә күп кенә мәшәҡәттәр ҙә алып килә. Уларҙың береһе – һыу ташыуы. Кәңәшмәлә был тәбиғәт стихияһына әҙерлек барышы тураһында һөйләшеү ҙә булды.
Быйылға яҡынса күҙаллауҙар тураһында республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская һөйләне.
Уның белдереүенсә, бөгөнгә хәлдәр шундай: Ағиҙелдең көҙгө дымланыуы норма кимәлендә, Ағиҙел бассейнының ҡышҡы дымлылығы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 20 – 50 процентҡа юғарыраҡ, тупраҡ туңыу тәрәнлеге 63 – 66 сантиметр тәшкил итә, был уртаса күрһәткестән 5 – 15 сантиметрға юғарыраҡ, Ағиҙелдә һәм Павловка һыу һаҡлағысында боҙ ҡалынлығы нормала.
Дим йылғаһында ҡар япмаһындағы һыу запасы норманан 15 процентҡа артыҡ, Бөй йылғаһында – 30 процентҡа кәмерәк, ә Ағиҙелдә күрһәткестәр күп йыллыҡ нормала.
– Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк көтөлә. Әммә максималь кимәлде үткән саҡта тау һәм ялан йылғалары янында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал, сөнки унда һыу тиҙ килә, бының өсөн бер-ике көн етә, – тине Вилора Горохольская.
Оператив кәңәшмәлә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкилдәре лә сығыш яһаны. Был ведомстволар һыу ташыуҙың теләһә ҡайһы боролошона ла бөгөндән әҙер тора.
Төҙөкләндереү дауам итәсәк
Быйыл Башҡортостанда төҙөкләндереү эштәре нисек башҡарылыр? Нисә подъезд һәм ихата ремонтланыр? Был һорауҙарға яуаптарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Ирина Голованова бирҙе.
Шулай итеп, ағымдағы йылда, программаға ярашлы, 112 күп фатирлы йортта урынлашҡан 306 подъезд ремонтланасаҡ. Улар Өфө ҡалаһы, Баймаҡ районы һәм Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында башҡарыласаҡ. Был маҡсатта 222,2 миллион һум аҡса йүнәлтелә, уларҙың 200 миллион һумы – республика бюджетынан.
Йорттарҙың бөтәһендә лә милекселәр менән йыйылыштар үткәрелгән, ремонт эштәренең ваҡыты билдәләнгән, төҫтәр һәм материалдар һайланған. Исемлек муниципалитеттарҙың сайттарында баҫылған. Өс генераль подрядсы ойошма эш башларға әҙер ҙә. Шулай уҡ урындағы идарасы ойошмалар, шәхси ойошмалар һәм төҙөлөш фирмалары йәлеп ителәсәк. Әйткәндәй, йылытылған 162 подъезда эштәр башланған да.
Программа сиктәрендә коляскала йөрөгән инвалидтар йәшәгән подъездарға пандустар ҡуйыласаҡ. Уларҙың алтауһы – Өфөлә, дүртәүһе Баймаҡта. Барлыҡ эштәр быйыл 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш.
– Ихаталарға килгәндә, быйыл да “Башҡортостан ихаталары” программаһы тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Республиканың 21 ҡалаһында урынлашҡан 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндереләсәк, – тине Ирина Голованова.
Әлеге ваҡытта подряд ойошмаларын һайлау буйынса конкурс процедуралары тамамлана. Раҫланған юл картаһына ярашлы, эштәр 1 апрелдә башланып, 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Министр урынбаҫары “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу тураһында ла һөйләне. Быйыл был маҡсатта федераль бюджеттан 1,77 миллиард һум аҡса бүленгән. Шул иҫәптән Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә – 520 миллион һум.
Быйыл 131 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта муниципаль контракттар төҙөү эше тамамланыу өҫтөндә. Бында ла эштәр 1 апрелдә башланып, 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Шулай уҡ проект сиктәрендә конкурста еңгән Ағиҙел, Дүртөйлө, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылында эштәр дауам итәсәк.
Бынан тыш, йыл дауамында тағы һигеҙ конкурс проектын тормошҡа ашырырға кәрәк. Был – Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылы менән Йылайыр ауылдары. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу иһә быйыл да дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта 14 ғариза әҙерләнә.