Йәмғиәт
16 Март 2021, 13:32

Әсәм яҙған китап

Алтын аҡыл һандығы.

Әсәйҙәр китап яҙа аламы? Ала икән шул! Ҡәҙерле кешем Ишембай районының Иҫәкәй ауылында 1923 йылда донъяға килгәс тә, олатайым менән өләсәйем уға аһәңле, мәғәнәле Тайфа тигән исемде ҡушып (ғәрәп телендә “дин әһеле”н аңлата) тәҡдирен асып ебәрә. Ошо изге көндән алып, әсәйем үҙ ҡулдары менән тормош китабын яҙа башлай.


Хәтирә


Сыуаҡ сентябрь айының өсөнсө көнөнән бирле донъям әсәйле һәм әсәйһеҙ дәүергә, йәғни ҡояшлы һәм ҡояшһыҙ саҡҡа бүленде. Мәңгелеккә юл алды ҡәҙерлем. Кесе йоманың Ахшам намаҙынан һуң... Изге йомаға ҡаршы... Шуға ла тормошом үткән заман менән бөгөнгөнө бәйләүгә ҡорола. Селпәрәмә килеп ватылған бөгөнгөмдө доғаларым, хәйер-саҙаҡаларым менән, яҡты хәтерләүҙәрем менән ҡоршарға тырышыуым.
...Шәмсетдин олатайым 48 генә йәшендә фани донъя менән хушлашҡан. Үҙе мулла ла булған, колхоз рәйесе вазифаһын да үтәгән. Йәшләй генә тол ҡалған Фәғилә өләсәйемә алты баланы – Ғизетдин, Зәйнетдин, Тайфа, Хәким, Миңзифа, Ғәтиәне ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерергә Аллаһ Тәғәлә үҙе көс-ҡөҙрәтен биргәндер. Ул заманда беҙҙең Иҫәкәй ауылы “Ҡыҙыл партизан” колхозы булып йөрөй.
Тормоштоң бар ауырлығын үҙ елкәһендә татып үҫә әсәйем. Бәләкәй сағынан уҡ эшкә егелә: ҡап һуға, Ғафуриға, Еҙемгә һал ағыҙырға йөрөй. Ҡыҫҡаһы, колхоз ниндәй эш ҡуша, бер генә бөртөгө лә уны урап үтмәй.
...Донъя мәшәҡәтенән бушаған арала әсәйем менән һуғыш тураһында һөйләшергә тырыша торғайным. Тыл ветераны ине ул, әммә был теманы бөтөнләй яратманы. Ауыр яраларын ҡуҙғатҡыһы килмәгәндер, күрәһең.
Бына уның бер хәтирәһе: “...Кемдең ҡулынан эш килә, барыбыҙ ҙа колхоз эшенә егелдек. Үгеҙ егеп ер һөрәбеҙ. Аттарҙы вис һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Ҡалғандары ҡырылды. Мөхәмәдийәр бабай ҡул менән беҙҙең арттан йөрөп иген сәсә торғайны. Үгеҙҙәр ҙә күтәртеп, ҡырылып бөткәс, көрәк менән ҡаҙа инек.
Ул заманда күрше Шәмсиямал инәйҙең бабайы Ҡыйбат мулла ине. Бала-саға аслыҡтан үлә, бисә-сәсә, етем-еһер, малһыҙҙар ҡырылды ғына. Һыйырлы кешеләр ул тиклем бирешмәне. Әгәр ҙә һыйыры быҙаулаһа, байрам ине, тамаҡ ас түгел, тимәк. Көнөнә дүрт-биш кеше үлә. Ҡыйбат бабай беҙҙе, йәғни дүртебеҙҙе – мине, Миңниса, Зәйнәп, Вәлимәне һәм тағы ла бер нисә ҡыҙҙы ҡәбер ҡаҙырға йөрөттө. Беҙҙең менән бергә йөрөргә бабайҙарыбыҙҙың хәле юҡ, ҡартайғандар, шуға күрә уларҙы һуғышҡа ла алмағандар. Баҫҡыс менән ҡәбергә төшөп, тәрәнлеген үлсәй торғайны. Күкрәгенә тиклем булһа, тимәк, етте, тигән һүҙ. Үҙе оҙон бабай ине, күрше Тимерғәле ағайыңдың атаһы була инде. Эш бөткәс, ҡайтып килгән булабыҙ.
“Ләхет ала инегеҙме”, тиһеңме?! Уныһын хәтерләмәйем. Ләхетте үҙе алдымы икән?! Алғандыр ул, ләхетһеҙ булмай бит инде, мосолманбыҙ бит. Бер нисә кешене бер ҡәбергә күмә торғайныҡ. Яныбыҙҙа ярҙам итергә бер бөртөк малай булһа, исмаһам. Улар вис һуғышта. Ҡәберҙән 40 аҙым атлағас, һорау килә, тип әйтәләр бит инде. Бер ваҡыт күмеп бөткәс, шуны тикшереп ҡарарға зыяратта бер үҙем тороп ҡалдым. Бала ғынамын, үҙем тамсы ла ҡурҡмайым бит әле.
– Ҡуй, ҡыҙым, ҡайтайыҡ, ҡурҡырһың, бәләле булырһың, – тип ҡараһа ла, Ҡыйбат бабайҙың һүҙен тыңламаным.

Һуғыш ваҡытында хат ташыусы булып эшкә ҡуша торғайнылар. Өскөл хаттарҙы тәүҙә Петровскиҙан ташыныҡ, аҙаҡ Васильевканан барып ала торғайныҡ. Уларҙың ҡайһылары асылып килә. Өскөл хаттар. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмағанбыҙҙыр инде – асып уҡый торғайныҡ. Үҙебеҙ уҡыйбыҙ, үҙебеҙ ер-һыу илашабыҙ. Аяҡтарҙа сабата. Сабата туҙып бөткәс, ялан аяҡ йөрөгән саҡтар аҙ булманы. Аяҡ табандары ярылып, ҡанап сыға ине. Хат ташығанға трудодень яҙмай инеләр нишләптер. Шулай кәрәк булғандыр инде...”


Ғорурлыҡ


Әсәмдең хеҙмәт биографияһын иҫкә төшөрә башлаһам, хаҡлы ялға сыҡҡансы уның атайым менән бергә тимерлектә эшләгәне – маҡтауға лайыҡ күренеш, тип иҫәпләйем. Уйлап ҡараһаң, тимерлектә эшләгән әсәйем районыбыҙҙа ғына түгел, тотош Башҡортостанда берҙән-бер булғандыр әле ул! Ниндәй ғорурлыҡ!
Шуға әсәйемдең холҡона ла күскәйне тимер ныҡлығы: өҙһә, өҙә һуғып әйтер ине. Бер ҡасан да уратып-суратып торманы.

“Һеҙ – тимерсе балалары!” – һуңғы аманаты, әсәмдең мисәт һуға торған һүҙе ошо ине. Иҫән ҡалған биш балаһына тормош девизы ине был.

Әммә, мәктәпте тамамлағас, миңә: “Ҡыҙым, һин уҡырға тейешһең!” – тине. Өйҙә, улар ҡосағында ни тиклем рәхәт булһа ла, Өфөгә юлланырға тура килде. Шулай итеп, 1979 йылдың йәйенән башлап мин дә, әсәйем кеүек, үҙ китабымды яҙа башланым.
Тәүҙә ҡыйын ине. Әммә гелән ҡолаҡ төбөмдә әсәйемдең “Һеҙ – тимерсе балалары!” тигән һүҙҙәре яңғырап торҙо. Ошо изге һүҙҙәр ғүмер баҡый юлымды ҡояш булып яҡтыртты, маяҡ булды.
Беҙ бәләкәй саҡта ҡатын-ҡыҙ өйҙә бәпәйләгән. Мин дә донъяға өйҙә ауаз һалғанмын, ләкин биш апайым ғүмерһеҙ булып тыуған. Улар иҫән булһа, бөгөн минең Миңлегөл, Рафиға, Ләлә, Ғәйшә, Фатима исемле ғәзиздәрем булыр ине. Барыбер ҙә ҡәҙерленән-ҡәҙерле, минән өс кенә йәшкә өлкәнерәк Ғәйсәр ағайым, Сәйфитдин ҡустым менән тәгәрәп бергә үҫергә насип булды. Бөгөн бер ҡарында ятҡан 11 баланан икебеҙ генә иҫән.
“Ҡайғыны ла, бәхетте лә өйөп бирҙе миңә Аллаһ Тәғәләм! Рәхмәт уға!” – тиер ине әсәйем. Әммә шулай ҙа беҙгә күрһәтеп, сарбайлап, бер ҡасан да буҫығып илап ултырманы. Алдыбыҙҙа йөрәге менән илаһа, беҙ юҡта күҙ йәштәренә ирек биргәндер инде ҡәҙерлебеҙ, сөнки белә ине: Раббыбыҙға бер ҡасан да, бер нисек тә үпкәләргә ярамай! Тәҡдиреңә нимә генә яҙһа ла, барына риза булырға кәрәк! Әсәйем ошо хәҡиҡәткә тоғро ҡала белде.


Тәҡдир китабы


Әсәйҙәр китап яҙа аламы? Ала икән шул! Әсәйем дә яралы инәғош хәлендә, ҡанаттарын саҡ-саҡ һөйрәп булһа ла, әммә биргәненә шөкөрана ҡылып, Тәҡдир китабын артабан яҙыуын дауам итте.
2015 йылдың 18 феврале... Стәрлетамаҡта сатлама ҡыш...

Мамыҡ шәл төҫлө йылыҡай ғына өйҙә дер-дер ҡалтырап ауырып китте әсәйем. Уға 92 йәш. Ғүмере бар икән, бөтмәгән. Әҙерәк күҙе асылғандай иткәс, әсәйем төшөн һөйләй: “Атайымдың атаһы Абыҙгилде олатайым килде яныма. Оҙон буйлы. Һаҡа­лының матурлығы! Башына түбәтәй, өҫтөнә һырлап тегелгән йәшел камзул кейгән.
“Нишләп ятаһың ул кеше донъяһында? Бар, бар, ҡайт үҙеңдең нигеҙеңә! Үҙебеҙҙең нигеҙгә!” – тине лә юҡҡа сыҡты. Балкун яғынан тышҡа сығып китте... Балалар! Ауылға ҡайтайыҡ! Иртәгә үк! Юҡ, бөгөн үк!..”
Әсәйемдең һүҙҙәренең хаҡлығына төшөнәм. Тубыҡланып алам да, Аллаһ Тәғәләмә ялбарам:

– Эй, Раббым! Зинһар, әсәкәйемде яныңа әле генә алып китә күрмә. Бүләсәрем әле яңы тыуған. Уға өләсәй наҙы кәрәк! Ейәнсәрҙәремә лә өләсәй кәрәк! Хәләлем дә ғүмер баҡый “Әсәй!” тип өҙөлөп торҙо. Ҡәҙерле кешеһеҙ ни эшләрбеҙ?!
Йә Раббым! Беҙ әле генә бындай әсе юғалтыуға әҙер түгелбеҙ...

Әсәйем терелеп китһә, көнөнә бер генә тапҡыр булһа ла намаҙ уҡыясаҡмын! Раббыҡайым! Терелт ғәзиземде, берүк!
Күҙ йәштәремә мансылып, Раббыма анттар итеп, мөғжизә көтәм.

Шулай икенсе көн үтте. Тимәк, был ғына аҙ, күрәһең. Тимәк, көнөнә ике тапҡыр намаҙ уҡырға кәрәктер. Һәм мин вәғәҙә бирәм! Мөғжизә һаман күренмәй. Шулай итеп, татлы хыялдар, вәғәҙәләрем менән өсөнсө-дүртенсе көндәрем үтә. Раббым һаман өндәшмәй.
Тимәк, былай ғына уҡыу аҙ икән. Намаҙға баҫҡас, уны еренә еткереп, биш тапҡыр урыу фарыз бит. Аллаһ Тәғәләм минән шуны көтә.

Ошо татлы уйҙарҙан сибек кенә әсәйемде һаҡ ҡына ҡосаҡлап алам. Нисәмә көн тамағына йүнләп ризыҡ кермәгәс, бит кенәһе һурылып киткән. Ҡурсаҡ кеүек ҡалған ҡәҙерле әсәйемдең ҡәҙерен аңлатҡан Аллаһ Тәғәләмә сикһеҙ рәхмәтлемен!
Һәм мин, бисмиллалап, намаҙға баҫтым. Ундағы доғаларҙы әллә ҡасандан уҡ белә инем, ятлап алғайным, тулы әҙерлегем бар. Һәм... Килде бит мөғжизә!
Ярты ай тирәһе ваҡыт үткәс, бер көн иртән әсәкәйем: “Әрсеп, ярып тороп бәрәңге бешер әле, балам! Ауылдағы кеүек табаға һары май иретеп, өҫтөнә һуған ҡыҙҙырып, шунда бутап ашайыҡ. Бәләкәй саҡта шулай ашарға ярата инегеҙ бит. Шыжлатып ебәрергә күмер самауыры ғына юҡ. Ярай инде...” – тип һөйөнөслө хәбәр һалды.
Ябыла яҙған Тормош китабын әсәйем яңынан яҙып алып китте. Әлхәмдүлилләһ!

Шулай итеп, 2015 йылдың 5 апрелендә ауылға, тыуған төйәккә күсеп ҡайтып киттек. Ә иң ҡыуаныслы хәл баҡсала ҡойо ҡаҙҙырыу булды, ахыры. Юғиһә Рәүҙәк йылғаһына иртән иртүк барып һыу алырға кәрәк. Мал-тыуар төшкәнсе, эште теүәлләп ҡуйырға ғәҙәтләнгән барса халыҡ.
Бер көн иртән әсәйем:

– Беҙ ниндәй һыу эсәбеҙ ул? Тәме Рәүҙәктеке түгел бит, татырлы, – тип һалмаһынмы?!
– Үҙебеҙҙең ҡойо һыуы, әсәй!
– Юҡ, балалар! Һаҙ һыуы эсеп ултырмайыҡ. Рәүҙәгемдең һыуын эсеп үҫкәнмен, ул мине йәшәткән, ошо йәшкә еткергән. Иртәнсәк иртүк, таң менән һыуға барығыҙ, яраймы! Таң һыуы эсәйек!
Беҙгә шундай фарман бирелде. Әсәйем, тимәк, тырышып-тырмашып йәшәргә ята. Әлхәмдүлилләһ! Тырышмай ни?! Өлкән ҡыҙыбыҙ тиҙҙән бәпес алып ҡайтырға тейеш тәбаһа! Ошондай ҙур бәхетте нисек итеп күрмәй, мәхрүм ҡалмаҡ кәрәк! Намаҙым һайын доғалар ҡылам, изге теләктәр теләйем.
Тормошобоҙ яйлап ҡына ошолай үҙ яйына алға тәгәрләне. Изге Рәүҙәк йылғаһының тәмле һыуы, шифалы кәзә һөтө әсәйемә яһаған төрлө уколдарға ҡарағанда бишләтә артығыраҡ файҙаһын бирҙе. Шулай уҡ янында кинәнеп, донъяларыңды онотоп һөйләшеп ултырыуҙарҙы иҫе китеп яратты ул. Әсәм ауыҙынан сыҡҡан һәр хәбәр – ил тарихы бит ул. Уларҙың тиҙҙән мәңгелеккә әйләнеүе – күҙ менән ҡаш араһы ғына. Әсәйемдең һәр хәжәтен үтәү үҙе бер бәхет тойола. Йүгереп кенә йөрөйөм.
Оло кешенең хәлен белергә тип килеп йөрөгән Айытҡол урамындағы Маһинур Сөләймәнова, Урта урамдағы Фәниә Кәлимуллина апайҙарға, мәҙәниәт йортонда эшләгән Мәҙинә Алтынбаеваға, тиҙ генә бауырһаҡ йә ҡыҫтыбый бешерә һалып индергән Фәүриә Аҡҡолова күршегә, тағы башҡа ауылдаштарына әсәйем гелән рәхмәттәрен яуҙырып ҡына ятты. Уларҙы һағыныр булды. Күстәнәстәренә һөйөндө. Уларға доғалар ҡылыр ине.
Бигерәк тә Һаҙ урамындағы яҡын әхирәте Зөһрә инәйҙең төпсөк киленкәйе, Ирек класташымдың хәләле Рәзиләне үҙ балаһылай яҡын күрҙе әсәйем. Йомшаҡ телле, йөрәккә үтеп инерлек хәбәрҙәр һөйләй белеүе, оло быуын кешеләренең күңелен аңлауы менән арбатты үҙенә күршем. Ә инде Салауат ҡалаһынан бар республикаға билдәле шәхес, дин белгесе, хажиә Зәйтүнә апай Көҫәпованың бер көн беҙгә килеп инеүе бәхеттең дә бәхете ине, сөнки апайыбыҙ әсәйемә үҙе күптән көткән бүләк – Үткәрмә йәсин алып килгәйне. Әсәйем был Йәсин менән нисек итеп ауырыу кешене дауаларға теүәл итеп күптән өйрәтеп тә ҡуйғайны миңә.
Яҙҙы ярата ине әсәйем. Иң тәү баш ҡалҡытҡан кесерткәндәрҙе, унан балтырған, фәрҙәләрҙе йыйып, ыумас һалып, аш бешереп һыйланыр ине. Ошо ризыҡты тормошта үҙ итеп йәшәргә беҙҙе лә өндәр ине.
– Һеҙ ҙә яҙ ризығы менән үҙ-үҙегеҙҙе дауаларға өйрәнһәгеҙ, һис шикһеҙ, атайың менән минең кеүек оҙаҡ йәшәрһегеҙ!.. – тиер ине.

Йәй буйы эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булманы. Йәшен тиҙлегендә бынан өс йыл элек башлаған өйөбөҙҙө һалып бөтөрә һалып, шунда күсеп тә сыҡтыҡ. Оло кешегә урынды иң түрҙән, иң яҡты бүлмәнән бирҙек. Яңы нигеҙгә тирә-йүнгә дан хәҙрәт, күрше Маҡар ауылында йәшәгән хажи Юлай ағайҙан Ҡөрьән уҡытып, күрше-күләнде, туған-тыумасаны саҡырғас, әсәйемдең күңеле булды.
Нимә генә эшләһәк тә, Аллаһ ризалығына, әсәй хаҡына тип бағышлар инек. Стәрленән көтөү булып бала-саға ҡайтып инә. Сәйфитдин энекәшемдең балалары килеп төшә, өй бәхеткә мансыла, сөнки унда яңы ғына тыуған бәпәй бар! Шуға ҡот йүгереп китә, бәрәкәт донъяға сәселә, бәпәй еҫе тарала.

Әсәйем яңы ғына бөрөләнгән ғүмерҙе наҙлап, һөйөп туймай.


Фарман


Әгәр ҙә берәй сәбәп менән көткән ҡунаҡтары килмәйерәк торһа, ҡурсағын юғалтҡан бала төҫлө күңелһеҙләнеп китер ине әсәкәйем. Хәлен һиҙә һалып, урамға, тышҡа сығам. Шунан, һөйөнсөләп, шатланып килеп ингән кеше булам.
– Әсәй-й-й! Урамда Осъяҡтан Нәзирә апай, Ғәҙилә ҡоҙағый, Асия еңгәләр үтеп бара ине. Араларында Әбдразаҡ ағай ҙа бар. Һиңә күп итеп сәләм әйттеләр. Башҡа ваҡыт төбәп, хаслап киләбеҙ, тип һүҙ бирҙеләр. Көтһөн, тинеләр...
Шулай тигәс кенә, әсәйемдең йөҙө яҡтырып китә. Уның күңелендә лә, беҙҙең өйҙә лә ете төҫкә мансылып йәйғор ҡалҡа, сөнки был апай, был инәйҙәр – әсәйемдең ғүмер баҡый бергә йәшәгән, бер ҡалаҡтан ашаған Осъяҡ урамындағы ут күршеләре. Ә күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!


Китаптың аҙаҡҡы бүлеге


2020 йыл бик ауыр килде. Илебеҙҙәге коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе әсәйемә һөйләһәң, уйылып китеп аптырар ине.

– Әсәй! Урамға сыҡһаң, кешеләргә хәҙер битлек кейеп йөрөргә кәрәк. Юғиһә магазинға индермәйҙәр. Ә эш буйынса берәй ойошмаға барһаң, бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр. Ишеү ҡулға бирсәткә лә кейергә кәрәк.
– Йә һуң инде! Ниндәй замана был?! Әсәйем коронавирус тигән афәтте бөтөнләй аңламай, сөнки быны уның саф аңы ҡабул итә алмай.

Иң үкенеслеһе – Еңеү байрамына бара алманы. Апрель айында күҙҙән ҡалды. Шулай булһа ла, һис һуҡыр кеше кеүек ятманы. Кем хәлен белешергә килә, тауышынан таныр ине.
100-гә етеп килһә лә, әҙәм аптыратырлыҡ, хәтере шәп ине әсәйемдең. Теленән кәлимә төшмәне. Һис зиһене тарҡалманы. Мин белмәгән аяттарҙы сатнатып уҡыр ине.
Маҡар дауаханаһындағы баш табип Вәрис Миңнеғариф улы Богдановҡа, Әминә Мәжит ҡыҙы Богдановаға, “Ашығыс ярҙам” машинаһындағы ҡыҙҙар Гүзәл Солтанбаева, Рәйлә Рахманова, Дания Мөхәмәҙиева, Наилә Хафизоваға һәм беҙҙең Иҫәкәй ауылы фельдшеры Альфира Әхмәт ҡыҙы Ғиззәтоваға гел доғаларын ҡылыр ине. Уларға үҙе кеүек матур йәш, хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмерҙе ихласлап теләне. Әлфирә һылыуҙы бигерәк яратты: “Мине йәшәтеүсе фәрештәм!” – тип кенә ебәрер ине.
Әсәйем төш күргән. “Балам! Оҙаҡламам хәҙер. Өҙөлөргә ваҡытым етте...” – тине.

Мәңгелек йортҡа әҙерлек мәшәҡәттәре башланды.
– Миңә “Йәсин”де яңыртып уҡырһың; сумаҙандағы кәфенлектәремде, хәйер-саҙаҡаларымды яңынан барлап, ҡарап сыҡ. Алдан яҙып, өйрәтеп ҡуйған яҙыуың һаман теүәлме? Унда яҙылғандарҙың барыһын да хәтерләйһеңме? Зиннур ағайыңдарға барып, яңыртып һора. Ҡайҙа ятырымды онотманымы икән? Ләхетте ул ала бит ауылда.
Үҙекәйенең тел осонан “Ләә Илаһы Илалла Мөхәммәҙе Рәсүлуллаһ” кәлимәһе китмәй. Улай тиһәң, был кәлимәне ул бер ҡасан да онотманы.

Мин дә төш күрҙем. Ошо көн етәсәген белдергән төш. Хәҙер иң ауыры – ғәзиземә тиҙ ауырыу, күркәм үлем һорап доға ҡылыу!
Әле генә уға ғүмер теләй инем бит! Ә хәҙер Әжәл һорап, Раббымдан ялбарырға тейеш булам. Күҙ йәштәремә быуыла-быуыла Аллаһ Тәғәләмдән әсәмә һағынып, түҙемһеҙләнеп көткәнен, иң ҡәҙерле ҡунағын – Әжәлен, ә үҙебеҙгә ошо һынауҙарҙы үткәреп ебәрергә сабырлыҡ, йәшәргә көс һорайым!
– Бәхил бул, балам! Матур итеп ҡаранығыҙ, рәхмәт! Үҙегеҙгә, ҡартайған көнөгөҙҙә минең кеүек балаларығыҙҙан изгелек күреп йәшәргә яҙһын, әмин! Кейәүем мунсаға бәпес кеүек итеп, күтәреп кенә йөрөттө. Хаж һауаптары һеҙгә, балаларым! Барсағыҙға ла бәхиллегемде бирәм! Ейәнсәрҙәремде, бүләсәләремде күрҙем. Яңы өйҙә йәшәнем. Тегендә барғас, атайыңдарға, ағайҙарыңа бәхет эсендә йәшәгәнемде вис кенә һөйләрмен инде...


Һуңғы өгөт-нәсихәт


Ҡәҙерле әсәйем ике донъя араһында йәшәүгә күсте. Әле генә беҙҙең менән була ла, йәһәт кенә тегеләр менән һөйләшеп ала ла китә. Әйтерһең, әллә ҡасан баҡыйлыҡҡа күскән кешеләрем барыһы ла янда ғыналар, бөтөнләй беҙҙе ташлап китмәгәндәр. Минең дә әсәм хәбәрҙәренән һағыныуҙарым баҫылып ҡала.
Йәһәт кенә өгөт-нәсихәттәрен дә бирергә ярата үҙе. Уларҙы яҙып алырға, теркәргә ҡуша. Яҙып ҡына өлгөр. Әйтерһең дә, алдыма меңйәшәр фәйләсүф килеп ултырған!
– Кәзәгеҙҙе бөтөрмәгеҙ! Гел өҫтәл янында ултырып, яҙышып арығанда, сығып тәрбиәләһәң, башыңа ял булыр әҙерәк. Ҡосаҡлап та, яратып та керерһең, күңелең булыр, исмаһам. Уның донъяғыҙҙың ҡото икәнен онотмағыҙ! Минең кеүек оҙон ғүмерле булғығыҙ килһә, Рәүҙәк һыуын эсеп, ауыл һауаһын һулап йәшәгеҙ! Ҡала яғына, еңел тормош эҙләп, кире сығып китә күрмәгеҙ! Ялҡауланып ятмағыҙ! Эшләгеҙ! Тик “Бисмиллаһыҙ” эш башламағыҙ! Һөт, ҡымыҙ эсегеҙ! Баллап сәй эсегеҙ! Һыу эсегеҙ! Гел доғала йәшәгеҙ! Күрше хаҡын, туған хаҡын белегеҙ! Асыу тотмағыҙ! Үпкәләмәгеҙ!
Яуап итеп әсәкәйемде һығып-һығып ҡосаҡлап алам.

Үҙенең күҙҙәре йомолоп бөткән. Юҡ, һаман беҙҙе ҡайғырта, йәшәргә өйрәтә.

– И-и-и-и, әсәйем! Миңә, барса бала­ла­рыңа яҡшы әсәй булдың! Киң күңелле остазым да, кәңәшсем дә, серҙәшем дә инең. Балаларыбыҙға яҡшы өләсәй була белдең! Рәхмәт, барыһы өсөн, әсәкәйгенәм! – тип саҡ-саҡ әйтә алам.
– Кесе йома, йома көндәрендә беҙҙе, әруахтарҙы иҫләргә онотмағыҙ! Хәйер-саҙаҡанан мәхрүм итмәгеҙ берәүһен дә! Үҙегеҙҙе фәрештәләр гел һаҡлап ҡына йөрөһөн тиһәгеҙ, уларҙы төшкә тиклем биреп ҡуйығыҙ! Ҡошҡа әйләнеп, ҡанаттарыбыҙ менән ергә ташлаған икмәк валсыҡтарын һепереп, йыйып, рәнйеп йөрөргә булмаһын инде беҙгә, балаҡайҙар... – тип мәңге иҫкә төшөрөп алырға яратыр ине.
Яратты әсәйемде ауылдаштар, бөтә ғәм яратты. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләремдә бихисап изге йылы һүҙҙәр, матур теләктәр яуҙыралар ине; әсәмде күргеләре килә ине. Ошо татлы бәхетте белеп, кисереп, тойоп йәшәне ул да.
Шуға ла һуңғы туйына халыҡ болот булып килде. Рәхмәт һеҙгә, киң күңелле, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә була белгән ауылдаштарым, туғандарым, яҡындарым, Интернет селтәрендәге барса дуҫтарым!
Шуға ла... Мин һиңә оҡшарға тырышырмын, әсәкәйем! Һинең һымаҡ ҡына яулығымды ябынырмын; ҡалдырып киткән таяғыңа һинең кеүек кенә таянып йөрөрмөн; һинең кеүек кенә “мәҡәлләп” (телемдә халҡымдың мәҡәлдәрен ҡулланып) һөйләшергә өйрәнермен; Рәүҙәгебеҙгә иртән иртүк һыуға барып, балаларымды ҡаланан көтөп алғанда, күмер самауыры ҡайнатырға тырышырмын; һинең кеүек кенә ап-аҡ итеп мейес ағартырға, уны оҫталарса яғырға ейәнсәрҙәремде өйрәтермен; нисә йәшкә етеп ҡартайырға насип булыр, белмәйем әлегә, әммә донъяға яңынан һинең кеүек ғашиҡ булырмын; Изге йома көндәрендә мәсеткә барырға осоп, ашҡынып, талпынып торормон... Һинең кеүек изге Ҡөрьәнебеҙҙең һәр һүҙенә таянып йәшәрмен! Һинең дауамың булырмын, ғәзизем!
Бүләккә алып ҡайтҡан изге “Ҡөрьән” китабың, тиҫбеләрең, күҙле мунсаҡтарың, суҡлы шәлъяулыҡтарың – береһен дә үҙең менән алып китмәнең, барыһы ла миңә, балаларыма ҡалды. Төҫөң булып.
Әсәйле ғүмер бүләк иткәнең өсөн рәхмәт, Раббым! Әсәм арҡаһында мин ер ҡәҙерен, һыу ҡәҙерен, хатта (унда коронавирус бәләһе башланмағайны әле) һулар һауаның ҡәҙерен аңланым!
Әсәм яҙған китап тамам. Был донъяла, фанилыҡта. Әммә... баҡыйлыҡта Ғәмәл дәфтәре уның ябылманы. Ул асыҡ килеш ҡалды, сөнки ҡылған доғаларым, теләгән теләктәрем, биргән хәйер-саҙаҡаларым барыһы ла уға ирешеп бара.

,

Кемегеҙҙең бәхетле булғыһы килә? Һеҙгә кәңәшем: өс көнлөк кенә тормошта әсәйегеҙҙе нығыраҡ ҡосаҡлағыҙ, нығыраҡ яратығыҙ, нығыраҡ иркәләгеҙ! Уны фәрештә кеүек күрһәгеҙ, баҡыйлыҡҡа күскәс, үҙегеҙҙе, нәҫелегеҙҙе фәрештәләр булып ҡурсалар! “Йәсин” уҡығыҙ! Сөнки уның һәр аятында ғына түгел, һәр хәрефенә ҡот һәм бәрәкәт йәшерелгән. Күңелегеҙҙе биреп уҡыһағыҙ, уларҙы һүҙһеҙ табырһығыҙ!
Сыуаҡ сентябрь айынан бирле донъям әсәйле һәм әсәйһеҙ саҡҡа бүленһә лә, ғәзиземдең рухы иҫән. Тормошом иң ҡәҙерле кешем булған үткән ғүмер менән бөгөнгөнө бәйләүгә ҡорола. Уны доғаларым, хәйер-саҙаҡаларым менән, яҡты хәтерләүҙәрем, намаҙҙарым менән ҡоршарға тырышыуым. Шулай булғас, мин дә һеҙҙең кеүек барыбер әсәйле ләбаһа!

Читайте нас