Йәмғиәт
16 Март 2021, 12:18

Вертолет эшләйҙәр, уйынсыҡ һәм кейем тегәләр

Башҡортостан Башлығы уҙған шәмбелә Күмертау ҡалаһында булды.

Радий Хәбиров эш сәфәрен “Рәсәй вертолеттары” холдингына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһынан башланы. Ка-32 вертолетын етештереү өлгөләрен ҡараны, авиазавод эшселәре менән аралашты.
Былтыр предприятие продукцияны 43 процентҡа күберәк етештергән. Әле иң уңышлы проекттарҙың береһе – күп маҡсатлы Ка-32 вертолетын заманса яңыртыу. Бындай машиналар паркы Рәсәйҙең күп ойошмаларында, Көньяҡ Кореяла, Төркиәлә, Ҡытайҙа, шулай уҡ Европа илдәрендә бар.
Республика Башлығы яңы продук­ция­ның мөмкинлектәрен юғары баһа­ланы. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенә Ка-32 вертолетын быйыл урмандар­ҙағы, айырым һаҡланған объекттар­ҙағы ҡотҡарыу-һүндереү эштәрендә ҡулланырға тәҡдим итте.
Артабан республика етәксе­һе “МПП-Күмертау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Унда BUDI BASA брендлы йомшаҡ уйынсыҡтарға төрлө кейем комплекттары, аксессуарҙар етештерелә. 2019 йылда предприятие “Күмертау” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булған. Республиканың еңел сәнәғәтенә дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы, йәмғиәт тегеү ҡоролмалары һатып алыу өсөн субсидияға эйә булған.
Радий Хәбиров “Күмертау” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең тағы бер резидентына – “Баш-Деним” предприятиеһына барҙы. Ойошма балалар һәм үҫмерҙәр өсөн LIGAS бренды аҫтында джинс әйберҙәр, шулай уҡ төрлө махсус кейемдәр тегә. Коронавирус пандемияһы осоронда йәмғиәтте битлектәр, бер тапҡыр ҡул­ланыла торған һаҡланыу костюмдары менән тәьмин иткән. Компания 18 йыл­ға яҡын Краснодарҙа эшләгән, былтыр Күмертауҙа ҡуртымға бина алып, унда теген цехы асҡандар. “Инвестиция сәғәте”ндә проект уңышлы яҡланып, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкәндәр.
“Күмертау” йылдам социаль-иҡти­сади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алған “Балыҡ питомнигы” йәм­ғиәтендә лә булды төбәк етәксеһе. Улар бағыр балығын үрсетеү менән шөғөлләнә. Былтырҙан алып дөйөм күләме 6,7 миллион һум тәшкил иткән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәләр. Быйыл өс тонна ыуылдырыҡ, ҡайнар һәм һал­ҡын технология буйынса ыҫланған – ете, еңелсә тоҙланған өс тонна бағыр етештереү, шулай уҡ тере һәм туңды­рылған 124 тонна балыҡ һатыу планлаштырыла.
Был хаҡта Радий Хәбиров “Бәйлә­нештә”ге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Бағыр балығын бына шулай үрсетәләр, артабан ул Рәсәй өҫтәлдәренә барып етә. Беҙҙең аҙыҡ-түлек сәнәғәте бик ҡеүәтле, артабан да даими рәүештә уны үҫтереү, бар яҡлап ярҙам итеү программаларын ҡабул итәсәкбеҙ”.
Күмертау ҡалаһында Радий Хәбиров урындағы йүнселдәрҙең эштәре менән танышты. Шәхси эшҡыуар Рөстәм Абдрахманов 2017 йылдан гитара яһау менән шөғөлләнә. Уның ассортиментында был музыка ҡоралының ете төрө, шул иҫәптән Jumbo, дредноут, фолк һәм башҡалар бар. Айына 150 гитара сығарыла, ә һораусылар һаны артҡандан-арта. Эшҡыуарҙың иһә был кәсебен киңәйтеү мөмкинлектәре әлегә юҡ, сөнки эш урындарын арттырыу, өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу талап ителә. Республика Башлығы уны “Инвестсәғәт”кә саҡырҙы, унда гитара эшләү оҫтаһына ярҙам саралары тикшереләсәк.
Ҡалаға сәфәре аҙағында төбәк Башлығы башҡорт тирмәләре эшләгән Азамат Юлдыбаев менән осрашты. Алты кешенән торған предприятие тиҙ арала ҡеүәтлегә әүерелгән. Эшҡыуарға Күмертау ҡалаһы хаки­миәтенән дә субсидия ярҙамы күрһәтелгән. Азамат Юлдыбаев республикала “Йыл эшҡыуары-2018” тип танылған һәм “Бизнес-Уңыш-2018” милли премияһы финалсыһы булған.
Бына шундай булдыҡлы кешеләр йәшәй һәм эшләй Күмертауҙа. Күренеүенсә, был төбәк иҡтисады үҫеш юлында.
Читайте нас