Йәмғиәт
17 Март 2021, 11:30

Һалдаттарыбыҙ илде тоғро һаҡлай

Бөтә төр күрһәткестәр буйынса илебеҙҙең 29 субъекты араһында республикабыҙ алдынғы тип танылды.

2020 йылда яҙғы һәм көҙгө саҡырылышта егеттәрҙе әрмегә оҙатыу һәм граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерлек эштәре буйынса Башҡортостан Үҙәк хәрби округында лидерлыҡты бирмәгән.
Ошо көндәрҙә Красноярск ҡалаһында Үҙәк хәрби округы хәрби комиссариатының йыйыны үтте. Бөтә төр күрһәткестәр буйынса илебеҙҙең 29 субъекты араһында республикабыҙ алдынғы тип танылды.
Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Александр Лапин исеменән округтың ойоштороу-мобилизация идаралығы штабы начальнигы генерал-майор Александр Линьков Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевичты ҡотланы, уға кубок һәм грамота тапшырҙы.
Былтыр Башҡортостан Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафтарына туғыҙ меңдән ашыу егетте оҙатҡан. Был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың алдыбыҙға ҡуйған бурысын үтәү тигән һүҙ.
Фото: Башҡортостан хәрби комиссары.
Читайте нас