Йәмғиәт
18 Март 2021, 16:30

Баш ҡала халҡы өлгө күрһәтте

Өфөлә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ете йыл тулыу айҡанлы күмәк физкультура саралары үтте.

Өфөлә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ете йыл тулыу айҡанлы күмәк физкультура саралары үтте.
Был иҫтәлекле көн 18 мартта билдәләнә. Бөгөн дә байрам хөрмәтенә бихисап үҙенсәлекле сара үтте.
Өфөлә физкультура һәм спортты, сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткәндәр Ағиҙел йылғаһы ярындағы майҙанға йыйылды. Улар төрлө бәйгеләрҙә көс һынашты. 300-ҙән ашыу кеше – мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар, спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр, үҫмерҙәр клубтарына йөрөүселәр, спорт ветерандары күмәк еңел атлетика йүгереүендә ҡатнашты.
Халыҡты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Альберт Ғәзизов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физкультура һәм спорт идаралығы начальнигы Егор Сорокин, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Нина Павлова тәбрикләне. Старт алдынан спортсылар өсөн зарядка һәм байрам концерты ойошторолғайны. Финишҡа еткән һәр кем иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ете йыл тулыу айҡанлы йүгереү саралары шулай уҡ баш ҡаланың “Сағыу” микрорайонында, “Беренсе Май”, М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял парктарында, Еңеүҙең 50 йыллығы скверында үтте.
Башҡортостандың Р. Баталова исемендәге Спортҡа әҙерлек үҙәгендә иһә байрам айҡанлы “Өфөлө” баскетбол клубы спортсылары мәктәп командалары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас