Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөгә эш сәфәре менән килгән “Росстат” етәксеһе Павел Малковҡа Төбәккә идара итеү үҙәгенең төҙөлөш майҙансығын күрһәтте.
– Март аҙағына төп эштәрҙе тамамлап, апрелдә Республикаға идара итеү үҙәге әүҙем эшмәкәрлеген башлаясаҡ. Был үҙәк проблемаларҙы айырым-айырым хәл итеүҙән комплекслы ҡарашҡа күсеү мөмкинлеген бирә. Уның нигеҙендә башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының эше көйләнә. Бынан тыш, үҙәк эшендә “Росстат” мәғлүмәттәрен дә файҙаланасаҡбыҙ. Улар беҙгә һөҙөмтәлерәк идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итергә ярҙам итәсәк, – тине Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенең иҡтисади аналитика, социаль коммуникациялар һәм мәғлүмәт блогынан тороуы тураһында һөйләне.
– Бөгөн төп тренд – бөтә ведомстволарҙың мәғлүмәттәрен берләштереү. Шуға күрә әле бөтә төбәктәрҙә ошондай үҙәктәр ойошторола. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһында эшкә төрлө ҡараш. Башҡортостанданда, әлбиттә, күләмле ҡараш күҙәтелә. Ҙур эш һәм беҙҙең мәғлүмәттәр республика халҡына файҙа килтерер, тип ышанам, – тине Павел Малков.
Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, “Росстат” етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов, “Росстат”тың эштәр идаралығы начальнигы Артем Бранов һәм “Росстат”тың административ идаралығы начальнигы Ирина Буданова ҡатнашты.