Йәмғиәт
18 Март 2021, 16:45

Республика командалары – Сочиҙа

Был ҡалала Шаяндар һәм отҡорҙар клубтарының ҡышҡы халыҡ-ара фестивале бара.

Сочиҙа Шаяндар һәм отҡорҙар клубтары ҡатнашыусылары өсөн көтөп алынған сара – улар өсөн үткәрелгән ҡышҡы халыҡ-ара фестиваль бара.
Сараға Башҡортостандан да Шаяндар һәм отҡорҙар клубы вәкилдәре барҙы. Республика исеменән 11 команда ҡатнаша. Бына улар – “Конфиденциаллек” (Өфө), “Элемент 88” (Өфө дәүләт нефть техник университеты), “Почти” (Өфө дәүләт нефть техник университеты), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы, “Вотсаптағы чат” (Өфө), Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы, “Пилигрим” (Башҡортостан), “Артхаус” (Өфө), “Коллегалар” (“Башнефть-Эшкәртеү”, Өфө).
Әлегә беренсе тур тамамланды. Мөхәррирҙәр составы алдында фестивалдә һынау тотҡандарҙың барыһы ла – быйыл улар 300-ҙән ашыу – ҡатнашҡан.
Икенсе турҙа телевизион лигаға сығыу өсөн “Республика кешеләре” (Өфө) һәм “Айырым фекер” (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты йыйылма командаһы) көсөн һынап ҡараясаҡ.
Башҡортостан командаһын Беренсе каналда күрербеҙ тип ышанабыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас