Йәмғиәт
18 Март 2021, 11:30

Сибай уҡыусылары Ҡырым менән ҡыҙыҡһына

Уҡыусыларға бигерәк тә Халыҡ-ара "Артек" балалар үҙәге оҡшаған.

Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Ҡырым яҙы” фестивале сиктәрендә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары өсөн “Күп йөҙлө Ҡырым” викторинаһы уҙғарҙы.
Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Ҡырымдың тәбиғәте һәм туристар өсөн иҫтәлекле урындары менән танышты, үҙҙәре лә һорауҙар бирҙе. Бигерәк тә ҡыҙ һәм малайҙарға Халыҡ-ара "Артек" балалар үҙәге ныҡ оҡшаған. Уҡыусылар тырышып уҡып, унда мотлаҡ барып күреү теләге менән янды.
Әйткәндәй, бер нисә уҡыусы йәй көндәрендә ата-әсәләре менән йәмле Ҡырым буйында Ҡара диңгеҙҙә ял итеү бәхетен дә кисергән. Улар унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, дуҫтарына Ҡырымдың матур ерҙәрендә булған фотоһүрәттәрен күрһәтте.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Читайте нас