Йәмғиәт
18 Март 2021, 05:00

Ун йәшлек малай тапалған

Маршрут автобусы водителе туҡтап ярҙам күрһәткән, әммә үҙенә хәҙер...

Ошо көндәрҙә Өфөлә 10 йәшлек малайҙы 232-се маршрут буйынса китеп барған микроавтобус бәрҙергән. Инцидент Софья Перовская урамындағы 42-се йорт ҡаршыһында була.
Малай кискеһен йәйәүлеләр өсөн тәғәйен урындан юл аша сығып барған булған. "Форд транзит" микроавтобусы рулендә 29 йәшлек водитель ултырған була. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, авария мәлендә был урында светофорҙар эшләмәй торған. Һөҙөмтәлә малай ауыр булмаған йәрәхәттәр ала.
Водитель туҡтап, ярҙам күрһәткән, баланы һәм уның атаһын дауаханаға алып барған. Әммә шуныһы: юл фажиғәһе урынына ҡабат әйләнеп килмәгән ул һәм ЮХХДИ-ға ла хәбәр итмәгән. Шулай итеп, ҡағиҙәләрҙе боҙған. Бының өсөн ирҙе административ яуаплылылыҡҡа тарттырылар.
Фото sobkor02.ru
Читайте нас